Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (УМПО) — авиация двигателдәре эшләүсе Рәсәй предприятиеһы. 1925 йылда нигеҙ һалына, берекмәлә барлығы 22 мең кеше эшләй.
«УМПО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте | |
![]() | |
Тип |
асыҡ компания |
---|---|
Нигеҙләнгән йыл | |
Урынлашыуы |
|
Төп фигуралар |
Семивеличенко Евгений Александрович (идара итеүсе директор) |
Тармаҡ |
авиа двигателдәре эшләү |
Продукция |
авиация двигателдәре, энергетика ҡоролмалары, вертолет техникаһы узелдары |
Эшселәр һаны |
21 мең. (05.02.2014) |
Наградарары | |
Сайт |
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/b/b9/Su-27_UMPO_%28Ufa%29.jpg/640px-Su-27_UMPO_%28Ufa%29.jpg)
Предприятиеның төп эшмәкәрлеге — турбореактив авиация двигателдәре етештереү, уларҙы сервис хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, вертолет техникаһының узелдарын эшләү һәм ремонтлау, нефть-газ сәнәғәте өсөн ҡорамалдар сығарыу. Су-35С (Изделие 117 С), Су-27 (АЛ-31Ф), Су-30 (двигатель АЛ-31Ф и АЛ-31ФП), Су-25 (Р-95Ш и Р-195) самолеттары өсөн турбоактив двигателдәр, «Ка» һәм «Ми» вертолеттары өсөн вертолет техникаһы сериялы сығара.
«Оборонпром» Оборона сәнәғәт компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғитенең двигателдәр эшләү активы менән идара итеү буйынса 100 % махсуслашҡан «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы» компанияһы составына инә.
Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе авиация двигателдәре сығарыу өлкәһендә илдә флагман һанала. Дөрөҫөрәге, Рәсәйҙә иң эреләр исемлегендә[2].