әҙәбиәтте өйрәнеүсе фән From Wikipedia, the free encyclopedia
Әҙәбиәт ғилеме — фән, нәфис әҙәбиәтте кешелек мәҙәниәте күренеше булараҡ өйрәнеүсе фән. Төп тармаҡтары: әҙәбиәт теорияһы, әҙәбиәт тарихы. Ҡайһы бер ғалимдар шулай уҡ әҙәбиәт ғилеменең төп тармағына фольклористиканы ла индерә. Әҙәбиәт ғилемендә бик күп йүнәлештәр бар, шул иҫәптән — психоаналитика һәм психиатрия йүнәлештәре. Ярҙамсы дисциплина булып библиография, текстология, палеография тора. Шулай уҡ ваҡытта әҙәбиәт ғилемен һәм әҙәби тәнҡитте айырып ҡарарға кәрәк.
Әҙәбиәт ғилеме | |
Өйрәнеү объекты | әҙәбиәт |
---|
"Әҙәбиәт ғилеме"нең рус телендәге термины «литературоведение» нем. Literaturwissenschaft һүҙенең калькаһы[1]. Немец терминын герман телдәре белгесе Эрнст Эльстер der Prinzipien Literaturwissenschaft (1897) тигән китабында индергән. Рус телендәге «әҙәбиәтте өйрәнеү» һүҙе 1920-се йылдар башында күренә башлай, 1924—1925 йылдарҙа ул киң ҡулланылыш таба[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.