БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы. Педагогия фәндәре кандидаты From Wikipedia, the free encyclopedia
Әҙеһәмов Юнир Самат улы (1929 йыл — 24 сентябрь 1994 йыл) — БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы. Педагогия фәндәре кандидаты[1].
Әҙеһәмов Юнир Самат улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1929 |
Тыуған урыны |
Юлыҡ, Рәсәй Баймаҡ районы, СССР |
Вафат булған көнө | 24 сентябрь 1994 |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Әҙеһәмов Юнир Самат улы 1929 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында тыуған. 1948 йылда Йылайыр педагогия училищеһында уҡығандан һуң ситтән тороп уҡып, 1958 йылда Магнитогорск педагогия институтын тамамлай[2]
1949—1963 йылдар — БАССР Баймаҡ районының Юлыҡ тулы булмаған урта мәктәптә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
1952—1954 йылдар — БАССР Баймаҡ районы КПСС район комитеты инструкторы.
1954—1956 йылдар — БАССР Баймаҡ районы КПСС район комитеты бүлеге мөдире.
1959—1962 йылдар — БАССР Баймаҡ районы КПСС район комитетының 2-се секретары.
1963—1967 йылдар — БАССР Баймаҡ районы Баймаҡ мәктәп-интернаты директоры.
1967—1971 йылдар — БАССР Баймаҡ районы советының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.
1971—1978 йылдар — БАССР Баймаҡ районы Баймаҡ мәктәп-интернаты директоры.
1978—1988 йылдар — БАССР Баймаҡ районы Йылайыр совхоз-техникумы директоры урынбаҫары, БАССР Баймаҡ районы Йылайыр ауыл хужалығы техникумы директоры.
1988—1994 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Йылайыр совхоз-техникумының «Сиҙәм ерҙәр» музейы мөдире.
Әҙеһәмов Юнир Самат улы СССР Журналистар союзы ағзаһы (1968), БАССР Журналистар союзының IV съезы делегаты (1969), "История создания, становления и развития Ордена Ленина совхоза-техникума «Зилаирский» (1989) ҡулъяҙмаһы авторы[2].
1994 йылдың 24 сентябрендә вафат була[2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.