From Wikipedia, the free encyclopedia
Әхмәров Ҡасим Закир улы (7 ноябрь 1900 йыл — 11 февраль 1969 йыл) — башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы (1963), профессор (1965).
Әхмәров Ҡасим Закир улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Борай ауылы |
Вафат көнө |
11 февраль 1969 (68 йәш) |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Ҡасим Закир улы Әхмәров 1900 йылдың 7 ноябрендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе[1] Борай ауылында тыуған.
1919 йылда «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлай.
1928 йылда Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтендә эшләй башлай.
1938—1969 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, тел бүлеге мөдире булып эшләй.
Ҡасим Әхмәровтың башҡорт тел ғилеме өлкәһендәге эшмәкәрлеге Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтендә эшләгән сағында башлана. Уның ғилми хеҙмәттәре башҡорт яҙмаһын һәм орфографияһын, хәҙерге башҡорт теленең синтаксисын өйрәнеүгә арналған.
Ҡ. З. Әхмәров — русса-башҡортса (1948), башҡортса-русса (1958) һүҙлектәрҙе, башҡорт теленең орфографик һүҙлеген (1942) төҙөүселәрҙең береһе. 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, уҡытыу-методика эштәре, шулай уҡ башҡорт теленән урта мәктәптәр, педагогия училищелары өсөн дәреслектәр авторы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.