From Wikipedia, the free encyclopedia
Әсәҙуллин Рәмил Миҙхәт улы (11 ноябрь 1954 йыл) — ғалим-математик, электрон техникаһы инженеры. 1977―1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1999―2014 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының программалау һәм хисаплау математикаһы кафедраһы мөдире. Физика‑математика фәндәре докторы (1998), профессор. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007).
Әсәҙуллин Рәмил Миҙхәт улы |
Рәмил Миҙхәт улы Әсәҙуллин 1954 йылдың 11 ноябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған
1977 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, үҙе уҡыған шул уҡыу йортонда эшкә ҡалдырыла.
1977―1996 йылдарҙа ― Башҡорт дәүләт университетының ғилми-тикшеренеү секторы ғилми хеҙмәткәре, бер аҙҙан ассистент булып хеҙмәт юлын башлай.
Фәнни ҡаҙаныштары, асыштары уны дифференциаль тигеҙләмәләр кафедраһы доценты дәрәжәһенә, өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһына күтәрә.
1999—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙерге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның) программалау һәм хисаплау математикаһы кафедраһы мөдире булып уңышлы эшләне.
Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы химик реакцияларҙың кинетикаһын математик моделләштереүгә бағышланған.
Әсәҙуллин стационар булмаған шарттарҙа барған химик реакциялар кинетикаһы моделдәре өсөн кире мәсьәләләр сисеү методтарын һәм алгоритмдарын анализын булдырған, шулай уҡ углеводородтарҙың окисланыу реакцияһы механизмдарын тикшереү буйынса күп кенә практик мәсьәләләрҙе сискән[1].
2002 йылдан ― Өфө дәүләт авиация техник университетында эшләй: юғары етештереүсән хисаплау технологиялары һәм системалары кафедраһы профессоры.
Фәнни тикшеренеүҙәре физик-химик процестарҙы математик моделләштереүгә бағышлап, юғары математика фәнендә күп кенә асыштар, яңыса аңлатмалар эшләгән.
100-ҙән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.