Әсәлек миҙалы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әсәлек миҙалы 1944 йылдың 8 июлендә СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы булдырыла. Миҙалдың ике дәрәжәһе бар. II дәрәжә Әсәлек миҙалы менән биш бала тыуҙырған һәм тәрбиәләгән әсәләр бүләкләнә; I дәрәжә Әсәлек миҙалы менән алты бала тыуҙырған һәм тәрбиәләгән әсәләр бүләкләнә.
Әсәлек миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 8 июль 1944 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Әсәлек даны» ордены |
Диаметр | 29 миллиметр |
Һаны | 13 000 000 |
Әсәлек миҙалы Викимилектә |
1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата I һәм II дәрәжә Әсәлек миҙалы менән 13,15 миллионға яҡын ҡатын-ҡыҙ бүләкләнгән.
Миҙал рәссам Н. Н. Жуковтың проекты буйынса башҡарыла[1].
Миҙалдың формаһы — теүәл түңәрәк, диаметры — 29 мм. Миҙалдың алғы яғында әсәнең һәм баланың профилле билгә тиклемге һүрәте. Миҙалдың үрге һул яғында — таралған нурҙар менән ҡабарынҡы йондоҙ. Миҙалдың әйләнеше буйлап тар ғына лавр тажы. Миҙалдың аҫҡы өлөшөндә — «СССР» яҙыулы таҫма. Миҙалдағы бөтә һүрәттәр һәм яҙыуҙар ҡабарынҡы эшләнгән. Артҡы яғында уртала ураҡ һәм сүкеш һүрәте, өҫкө яҡта түңәрәк буйлап — «Медаль» һүҙе һәм аҫҡы өлөшөндә түңәрәк буйлап — «материнства» һүҙе. I дәрәжә миҙал 925 келәймәле көмөштән яһалған унда көмөш күләме — 16,60 г. Ҡалыпһыҙ беренсе дәрәжә миҙалдың ауырлығы — 17,453±0,62. II дәрәжә миҙалы бронзанан (аҡ ҡурған ҡушылған баҡыр иретмәһе) эшләнгән.
Әсәлек миҙалы менәнбиш һәм алты бала тыуҙырған һәм тәрбиәләгән әсәләр бүләкләнә.
Әсәлек миҙалы менән бүләкләү союздаш һәм автономиялы республикаларҙың Юғары Советтары Президиумдары указдарына ярашлы СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы исеменән бирелә.
Әсәлек миҙалы ике дәрәжәнән тора:
I дәрәжә миҙалдың юғары дәрәжәһе була.
Тейешле дәрәжәле әсәлек миҙалы менән бүләкләү аҙаҡҡы балаға бер йәш һәм әсәнең ҡалған балалары иҫән булған саҡта башҡарыла. Әсәлек миҙалы менән бүләкләгән саҡта шулай уҡ
Алты балаһы булған әсәләр бер генә I дәрәжә Әсәлек миҙалы менән бүләкләнә.
I һәм II дәрәжә Әсәлек миҙалы күкрәктең һуң яғында йөрөтөлә һәм, бүләкләнеүсенең башҡа ордендары һәм миҙалдары булған осраҡта, уларҙың янында йәки уларҙан аҫтараҡ урынлаштырыла.
Әсәлек миҙалы (танытмаһы менән бергә) әсә вафат булған осраҡта ғаиләлә иҫтәлек булараҡ ҡалдырыла.[2]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.