![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/ba/thumb/c/cf/%25D0%2590%25D0%25BB%25D0%25B8%25D0%25B1%25D0%25B0%25D0%25B5%25D0%25B2_%25D0%2597%25D0%25B0%25D0%25BA%25D0%25B8_%25D0%2590%25D1%2580%25D1%2581%25D0%25BB%25D0%25B0%25D0%25BD%25D0%25BE%25D0%25B2%25D0%25B8%25D1%2587.jpg/640px-%25D0%2590%25D0%25BB%25D0%25B8%25D0%25B1%25D0%25B0%25D0%25B5%25D0%25B2_%25D0%2597%25D0%25B0%25D0%25BA%25D0%25B8_%25D0%2590%25D1%2580%25D1%2581%25D0%25BB%25D0%25B0%25D0%25BD%25D0%25BE%25D0%25B2%25D0%25B8%25D1%2587.jpg&w=640&q=50)
Әлибаев Зәки Арыҫлан улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әлибаев Зәки Арыҫлан улы (10 ғинуар 1967 йыл) — ғалим-әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе. 1992 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2009 йылдан — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. 2017—2022 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе. Филология фәндәре кандидаты (1997), доцент. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2012). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).
Зәки Әлибаев | |
![]() | |
Тыуған көнө |
10 ғинуар 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (57 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
әҙәбиәт ғилеме |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер |
Башҡорт дәүләт университеты (1992) |
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре кандидаты |
Ғилми исеме |
доцент |
Ниндәй өлкәлә танылған |
Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе (03.2017—12.2022) |
Награда һәм премиялары |
|