![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/2/2f/Az%25C9%2599rbaycan_Rayonlar%25C4%25B1.png/640px-Az%25C9%2599rbaycan_Rayonlar%25C4%25B1.png&w=640&q=50)
Әзербайжандың административ-территориаль бүленеше
From Wikipedia, the free encyclopedia
Әзербайжандың административ территорияһы 66 районға (әзерб. rayon) һәм республика буйһоноуындағы 12 ҡалаға (әзерб. şəhər) бүленә, шуларҙан 7 район һәм республика буйһоноуындағы 1 ҡала автономиялы республика (әзерб. muxtar respublika) статусында эксклав — Нахичеван Автономиялы Республикаһын хасил итә. Райондарға бүленеш совет заманынан килә.
Ҡыҫҡа факттар Дәүләт ...
Әзербайжандың административ-территориаль бүленеше | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
![]() |
Ябырға
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/2/2f/Az%C9%99rbaycan_Rayonlar%C4%B1.png/640px-Az%C9%99rbaycan_Rayonlar%C4%B1.png)
Йәшел төҫ менән — танылмаған Таулы Ҡарабах Республикаһы территориялары;
көрән менән — танылмаған Таулы Ҡарабах Республикаһы дәғүә иткән территориялар;
ҡыҙыл менән — Әрмәнстан дәғүә иткән территориялар (Әрмән ССР-ына ҡараған Арцвашен анклавы);
зәңгәр менән — Әзербайжан дәғүә иткән территориялар (Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһына ҡараған анклавтар);
алһыу, ҡыҙыл, көрән менән Әзербайжандың территориялары билдәләнгән.
Райондар муниципалитеттарға бүленә. Әзербайжанда бөтәһе 2698 муниципалитет бар[1][2] (азерб. bələdiyyə[3]). Республика буйһоноуындағы Баҡы һәм Гәнжә ҡалалары үҙ сиратында райондарға бүленә.