From Wikipedia, the free encyclopedia
Әзербайжан тарихы — бында Әзербайжандың борон замандарҙан алып бөгөнгә тиклемге тарихы һүрәтләнә. Әзербайжан территорияһын палеолит осоронан уҡ кеше төйәк иткән (тәүтормош кешеләренең торамалары Азих мәмерйәһендә, Ҡобустанда һ.б. табылған). Б. э. т. II быуаттан 705 йылға тиклем хәҙерге Әзербайжан биләмәләрендә Кавказ Албанияһы тигән полиэтник батшалыҡ була (387 йылға тиклем — Кура йылғаһының һул ярында ғына), көньяҡ-көнсығыш төбәктәр Атропатена составына инә. VIII быуатта Албания һәм Атропатена территориялары Ғәрәп хәлифәлегенә инә, ислам дине һәм ислам мәҙәниәте тарала башлай. Хәлифәлек тарҡалғас, бер нисә феодаль дәүләт (Ширваншаһтар, Салариҙар, Сажиҙар, Шәддәдиҙәр, Рәүүәдиҙәр) барлыҡҡа килә.
XI быуатта был ерҙәр Сәлжүк империяһы хакимлығына эләгә, һәм төрки ҡәбиләләренең миграцияһы арҡаһында төбәктә борондан йәшәп килгән халыҡ (албан һәм иран ҡәбиләләре) төркиләшә башлай. Һөҙөмтәлә, әзербайжан этносы ярала [1], был процесс XV быуат аҙағына тамамлана [1]. XII быуатта Арран Илдигиздәр дәүләте составына инә. XIII быуатта монголдар һөжүм итә. Хәҙерге Әзербайжан территорияһы Хулагу һәм Аҡһаҡ Тимер дәүләттәре хакимлығы аҫтына эләгә. Улар көсһөҙләнгәс, төркүмәндәрҙең Ҡара Ҡуйлы һәм Аҡ Ҡуйлы дәүләттәре власты ала. XVI быуат башында Әзербайжан ерҙәре Сәфәүи дәүләтенә инә. 1747 йылдан алып XIX быуаттың башына тиклем күп милләтле ярымбойондороҡһоҙ әзербайжан ханлыҡтары була. XIX быуат башында ханлыҡтар биләгән территориялар Рәсәй империяһы составына инә. Ҡушылған территория губерналарға һәм өйәҙҙәргә бүленә.
1918 йылда империя тарҡалғандан һуң Көнсығыш Кавказ аръяғында Әзербайжан Демократик Республикаһының бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә (1918 йылға тиклем әзербайжандарҙың үҙ дәүләте булмай, күрше грузиндарҙан һәм әрмәндәрҙән айырмалы, Кавказ аръяғы мосолмандары үҙҙәрен мосолман донъяһының бер өлөшө итеп күрә [2][3]). 1918 йылға тиклем «Әзербайжан» атамаһы башлыса Аракс йылғаһынан көньяҡтараҡ ятҡан территорияларға ҡағыла, ә хәҙерге Әзербайжандың күпселек өлөшө нигеҙҙә тарихи Арран һәм Ширван өлкәләрен биләй. 1920 йылдың апрелендә Әзербайжан ССР-ы ойошторола, ул 1936 йылдан СССР составына инә. 1991 йылда Әзербайжан Республикаһы бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә һәм СССР составынан сыға.
Ашель ҡомартҡыһы булған Гараджаға 1 миллиондан ашыу — 800-500 мең йыл тип иҫәпләнә [4]. Пренеандерталдың (азихантроп) аҫҡы яңаҡ һөйәге табылған Азих мәмерйәһендә усаҡ эҙҙәре, көл табы тирәләй теҙелгән таштар табылған, ғалимдар уны усаҡтың иртә формаһы тип аңлата. Быларға — 600—700 мең йыл[5][6].
Хәҙерге Әзербайжан территорияһында Манна һәм Ишҡуза тигән Скиф батшалығы тәүге дәүләт берәмектәре була[7][8][9][10]. Ишҡуза Аракс йылғаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан була, йылғаның көньяғындағы ерҙәр ҙә уға инә.
Борон замандарҙа көньяҡ Әзербайжан территорияһы хәҙерге Әзербайжан биләмәһендәге тәүге дәүләт берәмеге булған Манна дәүләте эсенә инә. Уны яңы барлыҡҡа килгән Мидия державаһы баҫып ала. Мидия (һуңғары — Әхәмән империяһы) составында булғанда Манна йыш ҡына Кесе Мидия тип йөрөтөлә. Әхәмән империяһы Атропат Мидияһы (фарс. Мад-и-Атурпаткан) йәки Атропатена тарафынан ҡолатылғас, Искәндәр Зөлҡәрнәй баҫып алыуынан һуң Мидияның төньяҡ өлөшөн Атропат (Атурпатак) тип йөрөтә башлайҙар. Унда Әхәмәндең һуңғы сатрабы Атропат (Атурпатак) батшалыҡ итә. Антик авторҙар был ерҙәрҙе Кесе Мидия тип атай. Географик яҡтан Атропат Мидияһы хәҙерге Ирандағы Иран Әзербайжаны территорияһында урынлашҡан һәм Аракс менән сикләнгән була, ләкин б. э. т. III уның власы Нахчиванға ла тарала[11]
Хәҙерге Әзербайжан территорияһының ҙур өлөшөндә б. э. т. I мең йыллыҡта кавказ албандары тигән дөйөм атама аҫтындағы ҡәбиләләр йәшәй. Улар башлыса лезгин төркөмөнөң (лезгин атамаһы албан берлегенә ингән леги ҡәбиләһе исеменән килеп сыҡҡан) нах-дағстан телдәрендә һөйләшә[12]). Яҙма албан (гәргәри) теленең, йәғни Кабалаки районы теленең, тура вариҫы булып уди теле һанала. Боронғо грек тарихсыһы һәм географы Арриан яҙғанынса, албандар тарих майҙанында тәүләп б. э. т. IV быуатта барлыҡҡа килә. Ғалимдар фаразынса, улар Әхәмәндең Мидия сатрабына, ә Әхәмән державаһы ҡолатылғас, Атропатена батшаларына буйһона. Күрәһең, б. э. т. II быуатта Куранан төньяҡтараҡ албан ҡәбиләләре берлеге барлыҡҡа килгәндер һәм дәүләт берәмеге һыҙаттарын ала башлағандыр [13]. Был осорға албандарҙың халыҡтан айырылған ғәскәре һәм ауыр атлы ғәскәре була[14]. Страбон беҙҙең эраның I быуатында албандарҙы былай тип һүрәтләй:
Әммә Страбондың албандар һәм уларҙың йәшәү рәүешенең примитивлығы тураһындағы яҙмаларына ҙур ғына төҙәтмәләр индереү зарур, ул осор ваҡиғалары археологик тикшеренеүҙәр нигеҙендә ентеклерәк тишереүҙе талап итә. Мәҫәлән, Шәкиҙан көньяҡ-көнсығыштағы Ялойлу-Тапа тигән урында б. э. т. IV—I быуаттарға ҡараған ҡәберлектәр табылған. Уларҙа табылған инвентарҙан ерле халыҡтың ултыраҡ тормош алып барғанлығы, шул осорҙа уҡ ер эшкәртеү һәм һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнгәнлеге күренә[14]. Б. э. т. II[17] быуатта йә I быуат уртаһында[18] Албания дәүләте барлыҡҡа килә. Албандарҙың дине урындағы культтар (башлыса тәбиғәт культтары һәм күк яҡтыртҡыстары, айырыуса Ай) менән Атропатенанан ингән зороастризм ҡушылмаһынан ғибәрәт була[14]. Б. э. II быуатында Птолемей Албанияла 30-лап «ҡала» (нығытылған торамалар) булыуын билдәләй. Кабала ҡалаһы, б. э. V быуатынан Бәрдә (Партав) ҡалаһы дәүләттең баш ҡалаһы була. Б. э. I быуаты аҙағында Помпей етәкселегендә римлыларҙың хәрби походынан һуң Албания Рим империяһының йоғонтоһо аҫтында ҡала.
Б. э. т. 189 йылда Албаниянан көньяҡ-көнбайышта Селевк стратегы Арташес (Артаксий) әрмәндәрҙең Селевк династияһына ҡаршы ихтилалын етәкләй һәм Бөйөк Әрмәнстан дәүләтен иғлан итә. Әрмәнстан биләмәләрен киңәйтә, нығыта, Әрмән таулығын, һуңыраҡ Кесе Кавказдың бер өлөшөн дә үҙенә буйһондора. Б. э. т. II быуатта әрмән батшалары тарафынан төрлө албан, шулай уҡ скиф ҡәбиләләре (Сакасена, Орхистена, Отена һәм Каспиана) ултырған ерҙәр баҫып алына [19][20]. Шуға ҡарамаҫтан, Көнбайыш тарихсыһы Роберт Хьюсен фекеренсә, боронғо осорҙа был төбәктәрҙә утиҙар, гәргәриҙәр, каспийҙар һ.б. халыҡтар ҙа йәшәгән, улар әрмән булмаған.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: был өлкәләрҙәге кавказ халҡы әрмәндәр менән яйлап ассимиляциялана, һәм беҙҙең эра башында Страбон Әрмәнстандың бөтә өлкәләре лә «бер телдә һөйләшә» ти, тик был ошо ерҙәр халҡы этник әрмәндәрҙән генә торған тип раҫлау өсөн дәлил була алмай. Академик Дьяконов билдәләүенсә, беҙҙең дәүерҙә боронғо Кавказ аръяғында тел сиктәренең ҡайҙан үткәнлеге билдәле түгел. Урта быуаттарҙа Кавказ аръяғындағы төрлө тел ареалдары бер-береһе менән осрашҡан урындарҙа тел сиктәре диндекеләр менән тап килә башлаған. VII быуатта әрмән географы Анания Ширакаци яҙыуынса, «албандар әрмәндәрҙән тартып алған өлкәләр: Шикашен, Гардман, Колт, Заве һәм тағы Аракс Кураға ҡойған урынға тиклемге 20 өлкә». Утик (Отена) тураһында ул, ҡасандыр бөйөк Әрмәнстандың 12-се провинцияһы булған өлкәгә «албандар хужа» (шул мәлгә), тип яҙа.[19].[21]
Каспиана — Муган далаһының һәм Талыштың районы, Страбон буйынса, уны Әрмәнстандың беренсе батшалары «мидиҙарҙан» (атропатеналыларҙан) тартып алған[22]. Шуға ҡарамаҫтан, Страбон осоронда уҡ был территория Кавказ Албанияһыныҡы булған. Б. э. II быуатында Әрмәнстан Пайтакаранды тартып ала,[23] әммә Ширакаци осоронда, йәғни 387 йылдан һуң, был провинция ҡабат Әрмәнстанға,[24], был юлы сәсәни державаһының бер өлөшө булараҡ Атурпатканға[25] ҡайта. Пайтакаран халҡы төрлө иран телле ҡәбиләләрҙән тора [23]. Ширакаци фекеренсә, хәҙерге Нахчиван Республикаһының территорияһы өлөшләтә ул саҡта Әрмәнстанға буйһонған Васпуракан һәм Сюник провинцияларыныҡы булған[25][26]. Нахчиван округы әрмән батшаларының вариҫтары ҡарамағында була, улар «мардпет» тигән титул («мар башлығы») йөрөтә, ә ырыуҙары «Мардпетакан» тип атала[27]. Фавст Бузанд яҙыуынса, Нахчивандың үҙендә Бөйөк Тигран тарафынан Фәләстиндән ҡыуып ебәрелгән йәһүдтәр төйәкләнгән; 369 йылда Әрмәнстанға баҫып ингән фарсылар «ике мең әрмән ғаиләһе менән 16 мең йәһүд ғаиләһен алып сыҡҡан»[28].
Кавказ Албанияһы христианлыҡты рәсми дәүләт дине итеп Әрмәнстандан ала[29][30]. IV быуатта, әрмән батшаһы Трдат III өлгөһөнә эйәреп, Урнайр батша Әрмәнстанда Мәғрифәтсе Григорий тарафынан суҡындырыла [31] һәм христианлыҡ ҡабул итә[32]. Албанияның көнсығышында — әрмән теле, ә Каспий буйында хәҙерге талыш теленең элгәре булған урта миди теле тарала. Ошо уҡ осорҙа албан яҙмаһы барлыҡҡа килә, уны әрмән мәғрифәтсеһе Месроп Маштоц сығара. Ул күпмелер ваҡыт Албанияла йәшәй һәм төбәкте христианлаштырыуға үҙ өлөшөн индерә[33][34]. Ошо уҡ осорҙа Албанияға күсмә халыҡтар — һундар һәм хазарҙар һөжүм итә[35]. 387 йылда Кураның уң ярындағы ерҙәр Албанияға күскәс, әрмән йоғотоһо тағы ла көсәйә төшә: Отена, Орхистена провинциялары һәм әрмәндәр ҙә, албандар ҙа йәшәгән Каспиананың бер өлөшө әрмәнләшә башлай[19][20][24]. Иртә Урта быуаттарҙа албан халҡының бер өлөшө әрмәнләшә, бер өлөшө иранлаша, һәм Албания Х быуатҡа тарихта ғына тороп ҡала. Ләкин мосолман географтары яҙыуынса, X быуатта әле Албания баш ҡалаһы Барданың халҡы албанса һөйләшә[36][37]. Ошо уҡ ғәрәп авторҙары белдереүенсә, Бәрдә менән Шамур артында, хәҙерге Таулы Ҡарабах территорияһында, әрмәндәр йәшәй[38].
Фарсылар менән ғәрәптәрҙең беренсе бәрелеше 637 йылда Сәсәниҙәр дәүләте баш ҡалаһы Ктесифон эргәһендә була. Фарсы ғәскәрендә Жаваншир етәкселегендәге албандар ҙа һуғышта ҡатнаша. 642 йылдан ғәрәптәр Көнсығыш Кавказ аръяғын яулай башлай. Бында ғәрәптәр күпләп күсенә. Ерле халыҡ үҙ телендә һөйләшеүен дауам итһә лә, ислам дине өҫтөнлөклө дингә әүерелә. Урта Азияла бындай этник буталыш тажик милләте хасил булыуға башланғыс һала. Тарихсы Балазури белдереүенсә, хәлиф Али ибн Әбүталип хакимлыҡ иткән мәлгә (656—661) урындағы халыҡтың күпселеге ислам ҡабул иткән була. Төньяҡта был процесс һуҙылынҡырай[40]. Ислам баҫҡынсылыҡтары күп урында тыныс юл менән бара, ҡайһы бер ерҙәрҙә — ҡорал ҡулланып. Яуланған территорияларҙа мәжүсиҙәргә исламға күсергә тәҡдим ителә. Ризалашҡандар зәкәт түләй һәм мосолмандар менән бергә яуҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғын ала. Яуҙа ҡатнашҡандарға яумалдан өлөш сығарыла. Яуланған ерҙәрҙә ғәрәптәр ерле халыҡҡа һалымдар һала, солох килешеүҙәре төҙөй, шунан үҙ походтарын дауам итә һәм ҡабат әйләнеп килә. Халыҡ һалым түләүҙән баш тартһа, талауҙар башлана. Бер нисә быуаттан Албания ерҙәренең күп өлөшө Ширваншаһтар дәүләтенә инә.
816—837 йылдарҙа Иранда ғәрәптәргә һәм исламға ҡаршы һүррәмдәр юлбашсыһы зәрдүшти Бәбәк етәкселегендә оло ихтилал ҡуба. Уның төп көсө крәҫтиәндәр менән һөнәрселәрҙән — Ғәрәп хәлифәлегенә, иҙелеүгә һәм исламға ҡаршы көрәшкән һүррәмдәр тәғлимәте эйәрсендәренән — тора. Бәбәктең фарсы [41][42][43][44] ихтилалына ғәрәптәрҙең иҙеүенән йонсоған бик күп ваҡ ер биләүселәр ҙә ҡушыла[45]. Әзербайжан провинцияһының Аракстан көньяҡтараҡ урынлашҡан Базз ҡәлғәһе баш күтәреүселәрҙең үҙәге була, һәм ғәрәп гарнизондарын ҡыуып ебәргәндән һуң хәҙерге Әзебайжан территорияһы тотошлай тиерлек һәм хәҙерге Ирандың ҡайһы бер өлкәләре баш күтәреүселәр ҡулында ҡала. Ихтилал Көнсығыш Әрмәнстанды ла солғап ала[45].
Бәбәк ихтилалы ҡеүәте һәм киңлеге йәһәтенән Яҡын һәм Урта Көнсығышта иң көслө ихтилал була. Көрәш осоронда һүррәмдәр Хәлифәлектең алты даими ғәскәрен тулыһынса тиерлек юҡ итә. Сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Әзербайжан көньяғында һәм Дәйләмдә һүррәмдәр һаны 300 меңгә етә. Бәбәк ихтилалынан рухланып, Жибал, Хөрәсән, Тәбәристан, Астрабад, Исфаһан һәм башҡа төбәктәрҙең халҡы баш күтәрә[46]. Был ерҙәрҙә һүррәмдәрҙең хакимлығы урынлаша, улар социаль-иҡтисади саралар үткәрә[47].
Ғәрәптәрҙең Византия менән һуғышы һәм Мысырҙағы ихтилалға ҡаршы тороуы (830—833) Хәлифәлектең баш күтәреүселәр менән көрәшен көсһөҙләндерә. Ләкин 833 йылда Византия менән солох төҙөгәндән һуң Мотасим хәлиф (833—842) бөтә көстө ихтилалды баҫтырыуға ташлай[45]. Һүррәмдәр яғында булған урындағы феодалдар, халыҡтың киң ҡоласлы күтәрелешенән ҡурҡыуға ҡалып, Бәбәккә хыянат итәләр һәм уның дошмандары яғына сығалар. Бәбәк тармар ителә һәм Хаченға (Таулы Ҡарабах) ҡаса, ләкин ундағы әрмән кенәзе Сахл Смбатян тарафынан тотоп бирелә һәм аҫыла. Һүррәмдәр хәрәкәте еңелеүгә дусар булһа ла, халыҡтың Бәбәк етәкселеге аҫтындағы азатлыҡ һуғышы, күп тарихсылар фекеренсә, Ғәрәп Хәлифәлегенең ҡолауын тиҙләтә һәм башҡа халыҡтарҙың азатлыҡ көрәшенә булышлыҡ итә[46].
Ширвандың ғәрәп наместниктары ширваншаһ титулын ала һәм Хәлифәлектән бойондороҡһоҙланырға тырышыу һөҙөмтәһендә 861 йылда үҙәге Шәмәхәла булған үҙ дәүләтен төҙөй. VII—X быуаттарҙа хәҙерге Әзербайжан территорияһы әленән-әле хазарҙар менән русиндар һөжүмдәренә дусар булып тора. XII быуатта Ширвандың баш ҡалаһы Баҡыға күсерелә, унда XV быуатта Ширваншаһтар һарайы төҙөлә. Ширваншаһтар дәүләте XVI быуатҡа тиклем йәшәй, шунан һуң Сәфәүиҙәр тарафынан йотола. Бөтә тарихы дауамында 3 ғәрәп ырыуы — Мәзйәдиҙәр, Кәсрәниҙәр һәм Дәрбәндиҙәр — хакимлыҡ итә. Ширваншаһтар фарсы мөхите уратыуында булғанлыҡтан фарсылаша[48].
Хәҙерге Әзербайжан ерҙәренең бер өлөшө әүәлге осорҙарҙа әрмән дәүләттәренә ҡараған була. Мәҫәлән, IX быуат аҙағында Нахчиван ғәрәптәрҙән әрмән Багратидтар батшалығы батшаһы Смбат I тарафынан тартып алына, ә ул 891/892 йылда был ерҙе шартлы биләүсе булыу хоҡуғы менән Сүниктең әрмән кенәзлегенә тапшыра. Әрмәндәрҙең Сүник батшалығының көнсығыш сиктәре Акера йылғаһына тиклем йәйрәп ята.
VIII быуат аҙағында Ширванда власҡа ғәрәп Йәзи ырыуы килә (һуңынан иранлашалар), ул тиҙ арала Хәлифәлеккә буйһоноуҙы туҡтата[49]. Арран 889 йылдан Бәбәкте еңгәндәрҙең береһе Әбүлсажи Дивдадтың улы әмир Мөхәммәт биләмәләренә инә. Мөхәммәт хәлиф тарафынан Әрмәнстан менән Әзербайжан идарасыһы итеп тәғәйенләнә, хәлифтән бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итергә тырышһа ла, ҡулынан килмәй. Дөйөм алғанда, Мөхәммәт һәм уның вариҫтары булған Сажиҙар үҙҙәрен хәлиф вәкиле түгел, вассал рәүешле итеп тоталар. Кавказ аръяғында Хәлифәлек ҡағиҙәләренә ярашлы ныҡлы хакимиәт урынлаштырырға тырышалар. 924 йылда Сажиҙар йәнә Хәлифәлеккә ҡарата бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итәләр, әммә тиҙҙән Сажиҙар дәүләте эске фетнәләр һөҙөмтәһендә ҡолай. Шул уҡ ваҡытта иран ҡәбиләләре булған дәйләмиҙәр менән ҡурдтарҙың көслө хәрәкәте Көнбайыш Иранды Хәлифәлек хакимлығынан азат итә[50][49][51]. 940-сы йылдарҙа Әзербайжан провинцияһы менән Аррандың бер өлөшөн Салариҙар (Мосафириҙар) тартып ала[52] [53].
Салариҙар (йәки Мосафириҙар) Иранда хакимлыҡ итеүсе мосолман ырыуы була, ул 942—979 йылдарҙа Иран Әзербайжаны һәм Әрмәнстандың бер өлөшөндә идара итә. Салариҙар хакимлығы Иран тарихында «Иран Интермеццоһы» тигән атама ала һәм IX—XI быуаттар дауамына һуҙыла. Ерле иран ырыуҙарының власҡа килеүе уның төп үҙенсәлеге була. 971 йылда Салариҙарҙың наместнигы Гәнжәнән урындағы халыҡ ярҙамында ҡурд юлбашсыһы Мөхәммәт ибн Шәддәдтең улы Фадл ибн Мөхәммәт тарафынан ҡыуып ебәрелә[54][55].
Шәддәдиҙәр — 969—970 йылдарҙа Арран өлкәһендә хакимлыҡ иткән ҡурд ырыуы, элек Мосафириҙар биләмәләренә ингән Гәнжә уларҙың баш ҡалаһы була. Кавказ аръяғын сәлжүктәр баҫып алғас, 1054 йылда уларҙың вассалына әүереләләр, ә 1072 йылда әүәл Багратиҙар батшалығына ингән Ани төбәген вассаллыҡ биләмәһенә алалар һәм Ани әмирлеген төҙөйҙәр.
Фадл ибн Мөхәммәт, идарасы Двин Мөхәммәт ибн Шәддәдтең улы, Гәнжә өҫтөнән хакимлыҡты ағаһы Али Лашҡариға тапшыра, әммә тиҙҙән, уның вафатынан һуң, икенсе ағаһын үлтерә лә Арранда үҙе хакимлыҡ итә башлай, арраншаһ титулын ҡабул итә (985—1036). Шәддәдиҙәр Арран өлөшөн 100 йылдан ашыу ҡулдарында тота. 1075 йылда сәлжүктәр Гәнжәлә Шәддәдиҙәрҙе ҡолата, Арранды үҙ биләмәләренә ҡуша [54]. Шул уҡ ваҡытта Иран Әзербайжанында Салариҙарҙы Йәмән сығышлы Рәүүәдиҙәр ҡолата (979), баш ҡалалары итеп Тәбризде иғлан итә [56].
Рәүүәдиҙәр — йәмән (ғәрәп) сығышлы ырыу, Ирандың Әзербайжан провинцияһында VIII быуат уртаһынан XII быуатҡа тиклем хакимлыҡ итә. Әзербайжан ирандары менән ҡатнашып, ҡурдлаша. Династия 980-се йылдарҙа күтәрелеш кисерә. Сәлжүктәр тарафынан юҡ ителәләр.
XI быуатта сәлжүктәрҙең һөжүмдәре һөҙөмтәһендә Кавказ аръяғындағы күп ҡалалар емертелә, талана, был ваҡиғалар артабан ҙур тарихи әһәмиәткә эйә була. Тәү башлап Урта Азиянан төркиҙәрҙең ҙур тулҡыны үтеп инә. Быға тиклем төньяҡтан төркиҙәрҙең айырым төркөмдәре (хазарҙар һәм булғарҙар) килгеләгән булһа ла, улар Кавказ аръяғы халыҡтарының этник составын үҙгәртмәй[57]. Ә сәлжүктәр үҙгәртә. Башта улар Көньяҡ Әзербайжандың һәм Муганиҙың һутлы көтөүлектәрендә урынлаша, шунан көньяҡ-көнсығыш Кавказ аръяғындағы Арранға төйәкләнә. XII—XV быуаттарҙа Аррандың тау алды өлөшөндә күсмә төркиҙәр бик йылдам күбәйә. Яйлап боронғо Арран атамаһы Ҡарабахҡа алмашынып китә. Әрмәнләшкән таулы төбәктәр төркиләшеүгә ныҡлы ҡаршы тора һәм унда христиандар туплана[1].
100 йылдан һуң, сәлжүк дәүләте көсһөҙләнә төшкәс, унда ҡыпсаҡ гүләме Шәмседдин Илдәгиз күтәрелә, ул 1136 йылда иҡта (биләмә) сифатында Арранды ҡабул итеп ала, шунан Әзербайжан провинцияһына эйә була һәм мираҫ итеп тапшырыла торған атабәк титулына эйә булып, көсөн юғалтҡан сәлжүк солтандарының бағыусыһына, тарҡала башлаған сәлжүк империяһы ҡалдыҡтарының хужаһына әүерелә; уның улы Ҡыҙыл Арыҫлан 1191 йылда хатта сәлжүктәрҙән солтан титулын да тартып ала. Көнбайыш Иранға хужа булған атабәктәр был ваҡытта Көнбайыш Иран хакимдары булған хәрәземшаһтар менән бәрелешә; 1225 йылда атабәктәр һуңғы хәрәземшаһ Жәләлетдин тарафынан тармар ителә.
1220 һәм 1222 йылдарҙа Әзербайжан аша монгол ғәскәрҙәре үтә. Кавказ аръяғы халыҡтарына янаған хәүеф алдында Грузия менән Ширван хакимдары атабәк Үзбәккә монголдарға ҡаршы берләшергә тәҡдим итә. Ләкин монголдар алдараҡ һөжүм итеп өлгөрә. 1221 йылда монголдар Мараға, Әрдәбил, Сәраб, Хой, Салмас, Нахчиван һәм Байлаҡан ҡалаларын нигеҙенә тиклем тиерлек емерә. 1222 йыл башында монголдар Гәнжәгә йүнәлә. Аяуһыҙ ҡаршылыҡҡа осрағас, унан яһаҡ алыу менән сикләнәләр. Артабан Ширваншаһтар баш ҡалаһы Шәмәхәны ҡамайҙар. Шәмәхәлылар монголдарға тиҙ генә бирешмәй, оҙайлы ҡамау һөҙөмтәһендә генә дошман ғәскәре ҡалаға үтеп инә. Илбаҫарҙар ҡаланы талай, емертә һәм халҡын бөтөнләй тиерлек ҡырып бөтөрә. Шул уҡ йылды монгол полководецтары Жәбә менән Сүбәҙәй етәкселегендәге монгол ғәскәре Ширванды ҡалдырып, төньяҡтағы Дербентҡа йүнәлә.
1231 йылда Жормагун етәкселегендәге монгол ғәскәре Жәләлетдинде тиҙ генә ҡыйрата ла Әзербайжанды (хәҙерге Иран Әзербайжаны) ала. Мараға ҡалаһы талана, күп ауылдар ҡырыла. Артабан Арран менән Ширван өлкәләренә сират етә.1231 йылда Гәнжә яулана һәм тулыһынса емертелә. Ширваншаһтар дәүләтенең дошманға ҡаршы торорлоҡ көсө бөтә.
Монгол яуынан һуң бер нисә тиҫтә йылдан, 1258 йылда, хәҙерге Әзербайжан территорияһы Хулагуҙарҙың Монгол Ираны составына индерелә.
Монгол ырыуы ҡолатылғандан һуң Ширванда ҡабат Ширваншаһтар дәүләте тергеҙелә. Әзербайжанда (Аракстың көньяғы) Илдәгизиҙәр дәүләте урынында 1410 йылда яңы төркүмән дәүләте Ҡара Ҡуйлы барлыҡҡа килә, баш ҡалаһы Тәбриздә була. Уның башында Ивә тигән уғыҙ ҡәбиләһе тора. Ярты быуаттан, 1467 йылда, Ҡара Ҡуйлы дәүләте туғандаш төркүмән ҡәбиләһе Аҡ Ҡуйлы тарафынан баҫып алына.
Аҡһаҡ Тимерҙең вафатынан һуң тиҙ арала уның империяһы тарҡала. Кавказ аръяғы илдәре — Ҡара Ҡуйлы, унан һуң Аҡ Ҡуйлы державаһына бойондороҡло булып ҡала. Был дәүләттәрҙә уғыҙ сығышлы төркүмән тигән төрки ҡәбиләләренең аҡһөйәктәре өҫтөнлөк итә. XIV—XV быуаттарҙа Көньяҡ Әзербайжан менән тигеҙлектәге Ҡарабах халҡы тулыһынса тиерлек төркиләшә [1].
Ширван иһә XV быуат буйына үҙ аллылығын һаҡлай. Был өлкә, шулай уҡ Ширвандан төньяҡ-көнбайыштағы Шәки кенәзлеге бик бай була. 1473 йылда ғосманлылар Аҡ Ҡуйлы ғәскәрен ҡыйрата[1].
XV быуат аҙағына Әзербайжан халҡы төркиләшеп бөтә һәм хәҙерге төрки телле әзербайжан халҡы барлыҡҡа килә, ләкин төрөктәр менән әзербайжандар араһындағы этник сик XVI быуатта ғына нығына, шулай ҙа тулыһынса түгел[1]. Әзербайжандарҙың этногенезы барышында Атропатена менән Кавказ Албанияһының боронғо халҡы ла ҡатнаша [59], улар был трәгә б. э. т. I һәм б. э. I быуаттарында килгән иран телле һәм төрки телле ҡәбиләләр менән буталған була[60]. XIV—XV быуаттарҙа үҙ аллы әзербайжан мәҙәниәте барлыҡҡа килә.
Төрки ҡәбиләләренең хәҙерге Әзербайжан территорияһына күсеүе XVI—XVII быуаттарға тиклем дауам итә[61]. XVIII быуатта иһә башҡа төрки телдәрҙән айырылып торған әзербайжан теле (ул саҡта был атама булмай) — милләтте һүрәтләүсе төп билдәләрҙең береһе — барлыҡҡа килә[62].
1501 йылда Аҡ Ҡуйлы дәүләте сәрпәктәрендә Сәфәүиҙәр дәүләте барлыҡҡа килә, баш ҡалаһы Тәбриздә, аҙаҡ Ҡазвинда була. Ҡыҙылбаштарҙың (устажлы, ҡажар, саадлы, ҡарадағлы, румлу, шамлу һ. б. төрки ҡәбиләләре берлеге) башлығы булған Сәфәүиә суфыйсылыҡ ордены шәйехе Исмәғил I Сәфәүи шаһ уның беренсе идарасыһы һәм хакимлыҡ итеүсе ырыуҙы нигеҙләүсе була. Ул 1501 йылда Әзербайжан шаһы титулын ала [63], ә 1502 йылда бөтә Фарсияның шаһинһаһы булып китә. Исмәғил I шаһ Әрдәбил шәйехе Сәйфитдин тоҡомона ҡарай. Сәйфитдин шәйехтең исеме сер менән ҡапланған була, ул ҡурд икән, теле буйынса төрки, ғәрәп, иран әзерийелер тигән фекерҙәр йәшәй [64][65][66][67][68][69][70][71][72][73]. Башта Әзербайжан төркиҙәре Сәфәүи дәүләтенең хәрби-сәйәси элитаһын тәшкил итә. Тәбриз, Шәмәхә, Баҡы, Әрдәбил, Жүлфә һәм башҡа ҡалаларҙың әһәмиәте арта. Халыҡ-ара сауҙа бәйләнештәре киңәйә. Башлыса эшкәртелмәгән ебәк һатыла. Ләкин Ғәббәс I шаһ осоронда Сәфәүи дәүләте иранлаша. 1598 йылда Ғәббәс I баш ҡаланы Ҡазвиндан Ирандың төпкөлөнә — Исфаһанға күсерә. Был һарайҙа һәм дәүләт идараһында фарсы аҡһөйәктәренең йоғонтоһон көсәйтә. Армиянан төрки хәрби начальниктары күпләп ебәрелә. Хәҙерге Әзербайжан территорияһы яйлап Фарсияның төпкөл төбәгенә әүерелә.
XVI—XVIII быуаттарҙа Ғосман империяһы менән Сәфәүиҙәр араһында Кавказ аръяғында һәм күрше төбәктәрҙә хакимлыҡ итеү, исламда шиғыйҙар йә сөнниҙәр өҫтөнлөгө өсөн һуғыштар дауам итә. Был алышҡа Шәреҡте яуларға ынтылған Рәсәй килеп ҡушыла. 1722 йылда Исфаһанды баҫып алған афғандар Сәфәүиҙәр хакимлығына нөктә ҡуя. Был уңайҙан Рәсәй ҙә файҙаланып ҡалырға тырыша. 1723 йылдың йәйендә Баҡыға урыҫ десанты төшә һәм ҡаланы ала. Баҡынан һуң Каспий буйындағы башҡа өлкәләр ҙә Рәсәйгә ҡушыла. Шул уҡ осорҙа төрөк ғәскәрҙәре Грузияға инә, 1723 йыл аҙағы — 1724 йыл башында Көнсығыш Кавказ аръяғының ҙур өлөшөн яулап ала. Яңы ғына Швеция менән һуғыштан сыҡҡан Рәсәй яңы яуға ҡушыла алмай. Рәсәй һәм Ғосман империяһы араһында 1724 йылда төҙөлгән Константинополь (Истанбул) договорына ярашлы, Баҡы губернаһының Каспий буйы өлкәләре, шул иҫәптән Баҡы, Салйан һәм Ләнкәран — Рәсәйгә, ә Кавказ аръяғының ҡалған өлөшө Ғосман империяһына беркетелә.
1736 йылда Иранда этник төрки Надир шаһ Афшар хакимлыҡ итә, 1747 йылда ул үлтерелгәс, тарҡалыш башлана. Хәҙерге Әзербайжан, Әрмәнстан һәм Иран (Иран Әзербайжаны) территорияларында башында түбәндә һаналған төрки ырыуҙары торған ханлыҡтар барлыҡҡа килә:
1920 йылдың 27 апрелендә 00 сәғәт 05 минутта Ҡыҙыл Армия десант отряды Рәсәй — Әзербайжан сиген үтә. 10-15 көн эсендә Ҡыҙыл Армия Әзербайжандың ҙур өлөшөндә үҙ контролен урынлаштыра.
Нариман Нариманов етәкселегендәге Совет хөкүмәте төҙөлә.
1991 йылдың 30 авгусында Әзербайжандың Юғары Советы «Әзербайжан Республикаһының дәүләт бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү тураһында» декларация ҡабул итә, ә 18 октябрҙә «Әзербайжан Республикаһының дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында» Конституция акты ҡабул ителә, ул бойондороҡһоҙ Әзербайжандың дәүләт, сәйәси һәм иҡтисади ҡоролошо нигеҙҙәрен булдыра. 29 декабрҙә Әзербайжанда дәүләт бойондороҡһоҙлоғо тураһында референдум үтә, унда ҡатнашыусыларҙың 99,58 проценты бойондороҡһоҙлоҡ өсөн тауыш бирә[88].
СССР тарҡалғандан һуң дүрт йыл буйы быҫҡып ятҡан әрмән-әзербайжан конфликты ҙур күләмле һуғышҡа әйләнә. 1992 йылдың 25 февраленән 26-һына ҡаршы төнөндә әрмән ҡораллы формированиелары Хожалы ҡалаһын ала, штурм ваҡытында әрмән формированиелары тыныс халыҡты күпләп үлтерә. Әзербайжан армияһының Таулы Ҡарабахтағы уңышһыҙлыҡтарынан һуң һәм оппозиция баҫымы аҫтында президент Моталибов отставкаға китә, президент вазифаларын Яҡуб Мәмәдов башҡара. 9 майҙа әрмән ҡораллы формированиелары Шушаны ала. Шуша ҡолатылғандан һуң Моталибов яҡлылар уның президентлығын ҡайтарыу талабы менән митинг үткәрә. 14 майҙа Юғары Совет сессияһында Аяз Моталибовты президент сифатында ҡайтарыу өсөн сессия залындағы 250 депутаттың 219-ы (оппозиция булмай) тауыш бирә[89]. Быға яуап итеп, оппозиция яҡлылар митингыға сыға. 15 майҙа Милли фронт етәкселеге Моталибовҡа, президент посынан үҙ ихтыяры менән китеүен талап итеп, ультиматум ҡуя[89]. Моталибов илде ташлап ҡаса. 18 майҙа Яҡуб Мәмәдов парламент рәйесе посынан отставкаға китә, ә президент вазифаларын Иса Ғәмбәр үтәп ҡала.
7 июндә Әзербайжанда президент һайлау була, тауыштарҙың 59,4 процентын йыйған Әбелфәз Элчибей еңә[90].
1993 йылдың 3 октябрендә илдә президент һайлау булып, унда элекке Әзербайжан ССР-ы Компарияһы ҮК-һының беренсе секретары Гейдар Алиев тауыштарҙың 98,8 процентын йыя[91]. Был мәлгә Ҡарабах фронтында көсөргәнешле хәл һаҡлана. 23 октябрҙә Әзербайжан Горадизды, унан һуң Зангеланды юғалта. Декабрь аҙағына әзербайжан ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә. 1994 йылдың 6 ғинуарында Горадиз менән Физули районының бер өлөшө ҡайтарыла. Яҙ әрмән ғәскәрҙәре һөжүм итә, бер нисә тораҡ пунктты ала. 6 майҙа Әзербайжан, Таулы Ҡарабах Республикаһы һәм Әрмәнстан вәкилдәре Бишкәктә Рәсәй аралашсылығы менән утты туҡтатыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуя.
Хәрби хәрәкәттәр туҡталғас, Әзербайжан хөкүмәте 20 сентябрҙә донъяның бик ҙур нефть-газ корпорациялары менән Каспийҙа «Азери-Чираг-Гүнешли» ятҡылыҡтарын эшкәртеү тураһында контрактҡа ҡул ҡуя[92]. Был килешеү илгә инвестициялар йәлеп итеү һәм сәнәғәттте үҫтереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була. Ләкин бер нисә көндән эске сәйәси хәл тағы ҡатмарлаша. 29 сентябрҙән 30-ына ҡаршы төндә Баҡыла президенттың яҡын арҡаҙаштары — парламент вице-спикеры Афияддин Жәлилов менән президент эргәһендәге айырым бүлек начальнигы Шәмси Рәғимов үлтерелә. 2 октябрҙә айырым тәғәйенләнешле полиция отрядының (АТПО) был үлтерештә шик аҫтына алынған бер нисә хеҙмәткәре тотола[93]. Шул уҡ көндө АТПО төркөмө Генераль прокуратура бинаһын баҫып ала һәм 40 кешене, шул иҫәптән генпрокурор Али Омаровты аманат итеп ала. Гәнжәлә бер нсә бинаны ла алалар[94]. Киләһе көн иртән оҙайлы һөйләшеүҙәрҙән һуң АТПО-сылар генпрокуратура бинаһын ҡалдыра. Талаптары: генпрокурорҙы, ЭЭМ башлығын һәм парламент рәйесен отставкаға ебәреү, үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәрен тотҡонлоҡтан азат итеү, Милли Мәжлестең ғәҙәттән тыш сессияһын саҡырыу [95]. Гейдар Алиев ике айға ғәҙәттән тыш хәл индереү тураһында указ сығара. [95][96]. Телевидение аша сығышында президент АТПО боецтарын ҡорал һалырға өндәй, уларҙың ғәмәлдәрен дәүләт түңкәрелеше тип баһалай, ил премьер-министры Сурет Ғүсәйнов менән АТПО командиры, эске эштәр министры урынбаҫары Равшан Жәүәдовты түңкәрелеш ойоштороуҙа ғәйепләй [94].
1995 йылдың 12 мартында Әзербайжандың хоҡуҡ һаҡлау органдары АТПО хеҙмәткәрҙәре оҙатып барған һәм 150 тонна баҡыр тейәлгән автомашинаны тотоп ҡала[97]. 13 мартҡа ҡаршы төндә Әзербайжандың төньяҡ-көнбайыш райондарында АТПО менән урындағы хоҡуҡ һаҡлау көстәре араһында бәрелештәр була. Фетнәселәр Грузия менән сиктәш ике районда хакимиәт менән полиция бүлексәһе биналарын баҫып ала. Бер аҙҙан хөкүмәт ғәскәрҙәре был төбәктә үҙ контролен урынлаштыра. 15 мартта Гейдар Алиев эске эштәр министры урынбаҫары, АТПО етәксеһе Р. Жәүәдовты эске эштәр министры урынбаҫары вазифаһынан бушата. Жәүәдов Баҡы эргәһендәге бер ҡасабала тороп, президенттың, парламент рәйесенең, эске эштәр министрының отставкаға китеүен талап итә.[98]. 16 марттан 17-һенә ҡаршы төндә АТПО боецтары менән хөкүмәт ғәскәрҙәре араһында хәрби бәрелештәр була. Жәүәдов үлә һәм АТПО фетнәһе баҫтырыла. АТПО Әзербайжан ЭЭМ-ы структураһынан юҡ ителә.
2003 йылдың 15 октябрендә президент һайлауҙа 79,46 процент тауыш йыйған Илһам Алиев еңеп сыға [99].
Илһам Алиевтың президентлыҡ мөҙҙәтенең беренсеһендә төп экспорт торба үткәргестәре: Баҡы—Тбилиси—Жәйхан нефть үткәргесе һәм Баҡы—Тбилиси—Эрзурум газ үткәргесе эшкә ҡушыла. Биш йыл эсендә иҡтисади һәм энергетик проекттар һөҙөмтәһендә Әзербайжан социаль-иҡтисади үҙгәртеүҙәр йүнәлешендә ҙур һәм уңышлы юл үтә. Ил иҡтисады 2,6 тапҡырға үҫә, сәнәғәт етештереүе 2,5 тапҡырға арта, 770 мең яңы эш урыны барлыҡҡа килә, хәйерселек 49-ҙан 13,2 процентҡаса төшә, ә бюджет сығымдары 12 тапҡырҙан да күберәккә үҫә[100].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.