From Wikipedia, the free encyclopedia
Әбү Йософ Яҡуп ибн Ибраһим әл-Ансари әл-Күфи, күберәк Әбү Йософ әл-Ансари булараҡ билдәле (ғәр. أبو يوسف الأنصاري) — күренекле ислам ҡануниәте белгесе (фаҡиһ), Әбү Хәнифәнең иң билдәле уҡыусыларының береһе. Әбү Хәнифә вафат булғандан һуң уның мәктәбен етәкләй. Хәлифәнең юғары судьяһы (ҡаҙый әл-ҡудат) булараҡ, хәнәфи хоҡуҡ мәктәбенең ҡараштары киң таралыуға булышлыҡ итә.
Әбү Йософ | |
ғәр. أبو يوسف | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Өмәүиҙәр хәлифәлеге Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге |
Тыуған көнө | 731[2] |
Тыуған урыны | Әл-Күфә, Ираҡ, Өмәүиҙәр хәлифәлеге |
Вафат булған көнө | 13 сентябрь 798 |
Вафат булған урыны | Бағдад, Ираҡ, Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге |
Һөнәр төрө | Ҡаҙый, Мөжтәһид, фәлсәфәсе |
Эшмәкәрлек төрө | Фиҡһ |
Эш урыны |
Әл-Күфә Бағдад |
Биләгән вазифаһы | судья[d] |
Уҡыусылар | Мөхәммәт әш-Шәйбани[3], Әхмәт ибн Хәнбәл[4] һәм Ахмад ибн Абу Тайба ад-Дарими[d] |
Кемдә уҡыған | Әбү Хәнифә һәм Шу’ба ибн аль-Хаджжадж[d] |
Мәзһәб | Хәнәфи мәҙһәб |
Тыуған көнө аныҡ билдәле түгел. Уның вафатынан һәм уҡытыусыларының йәшәү датаһынан сығып, ул Әл-Күфәлә 731 йыл тирәһендә (һижрәнең 113 йылы) тыуған тип фаразлана. Әбү Йософ әйтеүенсә, ул сығышы менән бай булмаған ғаиләнән. Егет ғилемгә интыла, ләкин атаһы унан аҡса эшләрлек һөнәргә эйә булыуын талап итә. Әбү Йософ менән атаһы араһындағы низағ тураһында белеп ҡалғас, Әбү Хәнифә талантлы егетте уҡытҡан өсөн аҡса алыу ғына түгел, хатта уға аҡсалата ярҙам да күрһәтә. Был тарихтың икенсе версияһы буйынса малайҙың атаһы иртә вафат була, ә Әбү Хәнифәлә уҡырға теләүе арҡаһында низағ әсәһе менән була.
Һижри 150 йылда Әбү Йософ Бағдадҡа килә һәм Бағдад судьяһы вазифаһына тәғәйенләнә[5]. Әбү Йософ тотош Хәлифәлеккә судьялар тәғәйенләү һәм һәммә суд ҡарарҙарына апелляция ҡабул итеү хоҡуғына эйә була[6]. Тарихсылар фекеренсә, хәлифәлектең бөтә төп ҡалаларына үҙ кешеләрен билдәләү һәм Әбү Хәнифәнең теоретик эшкәртмәләрен практикала киң ҡулланыу мөмкинлеге хәнәфи мәҙһәб таралыуға сәбәпсе була. Уның вафатынан һуң 798 йылда был вазифаға улы Йософ тәғәйенләнә[5].
Әбү Йософ шәкерттәре Мөхәммәт али-Шәйбани һәм Әхмәт ибн Хәнбәл була. Уның ҡараштары Мөхәммәт әш-Шәфиғигә ҙур йоғонто яһай[6].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.