Үәли (ғәр. ولي «ҡурсалаусы», «ярҙамсы»[1]; рус. Вали)  — ислам ғаилә хоҡуғында кәләштең махсус опекуны, никах контракты төҙөгәндәге вәкиле[1].

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Етәксе орган ...
Үәли
Thumb
Дәүләт  Алжир
Етәксе орган Government of Algeria[d]
Юрисдикция таралышы Алжир
Ябырға

Мәҙһәбтәрҙә үәлиҙәр роле

Формаль рәүештә, никахлашҡанда үәли булыу талабы ислам юридик мәктәбенә (мәҙһәбкә) бәйле: Хәнәфи мәҙһәбтән шиғыйҙарҙа һәм сөнниҙәрҙә бәлиғ булған ҡатын-ҡыҙ техник йәһәттән үҙ исеменән никахҡа инә ала, әммә ғәмәлдә һәр ваҡыт үәли ҡулланыла; ҡалған өс сөнниҙәр мәҙһәбендә уның булыуы мотлаҡ[2]. Ғәҙәттә кәләштең атаһы үәли сифатында сығыш яһай[2]. Был төшөнсә ғәҙәти опекунлыҡ менән тап килмәй, мәгәр айырым осраҡтарҙа опекун үәли ролен үтәй ала[3].

Ислам доктринаһы «көсләп мәжбүр итеү хоҡуғына эйә булған» үәли опекунлығын (кәләштең үҙе эш итеүгә законлы хоҡуғы булмаған осраҡта, мәҫәлән, бәлиғ булмағанлыҡ арҡаһында) һәм бындай хоҡуғы булмаған (балиғ булған кәләш) опекунлыҡҡа айыра. Һуңғы осраҡта үәли опекун булыуға ҡарағанда кәләштең ышаныслы кешеһе булып тора[4]

Бөтә мәҙһәбтәр ҙә үҙҙәренең тәрбиәләнеүсеһен енси яҡтан өлгөргәнсе (шуның менән бергә, минималь никах йәшенә еткәнсе) кейәүгә бирергә мөмкинлек бирә, йыш ҡына бындай никахтар сабый йәшендә теркәлә. Шул уҡ ваҡытта никахҡа инеү балиғ булғанға тиклем кисектерелә. Әгәр үәли кәләштең атаһы йәки олатаһы булмаһа, ул балиғ булғас, мәгәр консуммацияға (ҡушылғанға) тиклем, никахтан баш тарта ала (был суд аша ғына мөмкин)[5].

Үәли тәғәйенләү

Сөнниҙәр үәлиҙе һайлағанда йәше буйынса олораҡ дәрәжәлеһенә өҫтөнлөк бирә[6]:

  1. кәләштең атай-олатайҙары (атаһы, атаһы яғынан олатаһы һ. б. );
  2. кәләштең атаһының вариҫтары(улдары, улдарының улдары һ. б. д.);
  3. атай яғынан ағай-энеһе;
  4. атаһының ағалары һәм уларҙың улдары;
  5. туғанлыҡ буйынса яҡыныраҡ башҡа ғаилә ағзалары ;
  6. дәүләт башлығы вәкиле (ғәҙәттә ҡаҙый).

Әсәһе йәки әсәһенең атаһы үәли була алмай, әгәр башҡа ярашлы туғандары булмаһа, никахҡа ингән кеше бәлиғлыҡҡа еткәнгә тиклем эшкә һәләтле булып, һуңғараҡ эшкә һәләтлеген юғалтҡан осраҡтарҙағы кеүек үк, үәли сифатында ҡаҙый саҡырыла ала.[7].

Ҡағиҙәләрҙе ғәмәлдә ҡулланыу ҡануниәттә шәриғәтте файҙаланған дәүләтенә ҡарап - төрлөсә. Мәҫәлән, Мароккола мәжбүр итеү хоҡуғы булған опекунлыҡ тыйыла[7].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.