From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡәнзәфәр бей — мең ҡәбиләһе башҡорттарының башлығы, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ирекле ҡушылыуы инициаторы. Мең башҡорттарының Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшен етәкләй.
Ҡәнзәфәр | |
Тыуған көнө |
яҡынса 1520—1600 йй. |
---|---|
Вафат булған урыны |
Асылыкүл тирәһе |
Подданлығы |
Рәсәй |
Эшмәкәрлеге |
тархан |
Атаһы |
Муса бей |
Балалары |
Ҡужабаҡты, Хоҙайбаҡты, Ҡоҙаш, Дистан; |
Ҡәнзәфәр бей — мең ҡәбиләһе башҡорттарының башлығы, бей, тархан.
Исеме ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «арыҫлан»[1] тигәнде аңлата.
Төп мең башҡорт ырыуының башҡа башҡорт бейҙәре һәм тархандары кеүек үк, ырыу башлығы тип элекке Мавераннахра (хәҙерге Үзбәкстан территорияһындағы, Һыр-Даръя йылғаһындағы дәүләт) хакимы Һанаҡлы ханды Урадач бейҙе (Мең һаҙаҡлы Ураҙас бей), биләмәләре Каманың төньяҡ ярҙарынан алып көньяҡта нуғайҙар һәм һарттар, көнсығышта уйғырҙарға[2] тиклем йәйрәп ята.
1552—1553 йылдарҙа Бөйөк Кенәз Иван IV Ҡазанды алғандан һәм Русь Ҡазан ханлығын яулағандан һуң, нуғай мырҙалары Ҡара-Килембәт һм Аҡһаҡ-Килембәт Түрәхан менән берлектә был ерҙәрҙән китергә һәм рустарға буйһонған башҡорт ҡәбиләләрен көс менән алып китергә ҡарар итә. Мең башҡорттары нуғайҙарға ҡаршы баш күтәрә, уларҙың башлығы — иң йәш бей Ҡәнзәфәр була. Меңдәрҙең бер өлөшө нуғайҙар менән хәҙерге Кубань территорияһына китә, әммә башҡорттарҙың күпселек өлөшө Ҡәнзәфәр бей яғына сығып, тыуған ерҙәрендә ҡала. Яҙғыһын мең башҡорттарының дөйөм йыйылышы — Йыйында Муса бейҙең улы, мең ырыуҙарының элекке башлығы Субай түрәнең туғаны меңдәрҙең 12 ырыуы башлығы итеп һайлана.
1554 йылдың ҡышында абруйлы меңдәр һәи ырыу старшиналары вәкилдәре башында Ҡаҙанға — ватандаштары исеменән Рәсәй батшаһы Иван Грозныйҙан меңдәрҙең (иң ҙур башҡорт ҡәбиләләренең береһе) Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуын һорап бара. Унда батша наместнигы, бояр Шуйский-Горбатов һәм кенәз Андрей Курбский менәнкөньяҡ-көнбайыш мең башҡорттарын рус подданныйлығына ҡабул итеүтураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Иван IV Ҡәнзәфәр бейгә тархан дәрәжәһен бирә. Үҙ ерҙәрендәге аҫаба биләмәләренә «Жалованная грамота» ала.
Ҡәнзәфәр бейҙең башҡорттар араһынан беренсе булып Аҡ батшаға барыуы, уның мең ырыуын бергә туплауын көньяҡ-көнбайыш мең башҡорттары шәжәрәләре раҫлай.
Ҡәнзәфәр бейҙең дүрт улы була:
1667 йылда мең башҡорттары: Ҡоҙаш бей улы Йәнбаҡты кенәз; Дистан бей улы Мәхмүд бей; Яйыҡсабый бей улы Ҡамасыҡ бей һәм Урман бей улы Ураҙлы бей Мәскәүгә кенәз Алексей Михайлович Романовҡа вәкил булып бара. Батша, Иван IV биргән "Жалованная грамота" нигеҙендә уларға 1667 йылдың 12 майында аҫаба хоҡуҡтарын раҫлауған "Оберегательная грамота" бирә.
Икенсе тапҡыр 1671 йылда Йәнбаҡты кенәз һәм уның 11 юлдашы Мәскәүгә барып, батша Алексей Михайловичҡа мең ҡәбиләһенең ырыуҙары араһында ерҙәрҙе бүлеү грамотаһын биреү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. 1667 йылда бирелгән "Оберегательная грамота" нигеҙендә Рәсәй батшаһы меңдәрҙең дөйөм аҫаба ерҙәрен 11 ырыу араһында бүлеү тураһында грамота бирә.
Меңдәр барлығы 1 102 905 дисәтинә ергә эйә була. Ә мең олоҫтары барлығы:
Дөйөм аҫаба ерҙәрҙе бүлгәндә:
Башҡортостан Республикаһының Благовар районында Ҡәнзәфәр бей исемендәге "Һарайлы" Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторолған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.