From Wikipedia, the free encyclopedia
ҠҠХЛ 2015/2016 йылдар миҙгелендә — Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының тәүге миҙгеле. Чемпионат 2015 йылдың 4 сентябрендә «Арктик-Университет» һәм «Динамо» хоккей клубтары араһында уйын менән башлана. Шул осрашыу 2:3 иҫәбе һуңғыларҙың файҙаһына тамамлана[1]. Миҙгел 2016 йылдың 4 мартында тамамлана.
Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы | |
---|---|
Чемпионат мәғлүмәте | |
Үткәреү ваҡыты | 4 сентябрь 2015 — 4 март 2016 |
Ҡатнашыусылар һаны | 7 |
Ҡалалар | 7 |
Стадиондар | 7 |
Миҙаллы урындар | |
Чемпион | «Торнадо» (Дмитров) (1-се тапҡыр) |
Икенсе урын | «Ағиҙел» (Өфө) |
Өсөнсө урын | «Бирюса» (Красноярск) |
Чемпионат статистикаһы | |
Тамашасылар һаны | 18 147 (216 бер уйында) |
Уйындар | 84 |
Гол керетелгән | 600 (7.14 бер уйында) |
Бомбардир(ҙар) | Ольга Сосина (58 мәрәй) |
← Юҡ 2016/17 → |
Чемпион исемен Мәскәү өлкәһенән «Торнадо» хоккей клубы яулай, ә икенсе урында «Ағиҙел» урынлашһа, өсөнсөлә «Бирюса» була.
2015 йылдың 18 июнендә Рәсәй хоккей федерацияһы ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемпионатын үткәреү хоҡуҡтарын Континенталь хоккей лигаһына тапшыра. Яңы лигала үткән миҙгелгә ҡарағанда командалар һаны туғыҙҙан етегә тиклем әҙәйә. Лиганың 6 командаһы һуңғы Рәсәй чемпионатында ҡатнаша, ә Екатеринбургта «Спартак-Меркурий» командаһы урынына шайба менән хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар Свердлов өлкәһе йыйылма командаһы килә.
Команда | Ҡала | Арена (ҙурлығы) | Нигеҙләнгән | Лигала |
---|---|---|---|---|
Ағиҙел | Өфө | «Салауат Юлаев» СҺ (3500) | 2010 | 2015 |
Арктик-Университет | Ухта | С.Капустин ис. БСҺ (2300) | 2012 | 2015 |
Бирюса | Красноярск | «Сокол» БҺ | 1987 | 2015 |
Динамо | Санкт-Петербург | «СПБГБУ ЦФКСиЗ ВО» СҺ(500) | 2013 | 2015 |
СӨЙК | Екатеринбург | «Курганово» СК (1500) | 2015 | 2015 |
СКИФ | Түбәнге Новгород | «Нагорный» МКАК (5600) | 2000 | 2015 |
Торнадо | Дмитров | «Дмитров» СК (2000) | 2003 | 2015 |
Клуб | Баш тренер | Капитан | Тренерҙар китеүе |
---|---|---|---|
Ағиҙел | Денис Афиногенов | Анна Шибанова | Владимир Малмыгин (23 декабрь)[2]. |
Арктик-Университет | Сергей Столбун | Лиана Ганеева | |
Бирюса | Александр Ведерников | Елена Подкаменная | |
Динамо | Владислав Продан | Юлия Карпова | |
СӨЙК | Андрей Анисимов | Оксана Афонина | |
СКИФ | в.б. Василий Смирнов | Мария Печникова | Олег Наместников (18 ғинуар)[3]. |
Торнадо | Алексей Чистяков | Анна Шохина |
Миҙгел башынан уҡ «Ағиҙел» һәм «Торнадо» хоккей клубтары таблицала беренселекте яулайҙар һәм дәғүәселәрен артта ҡалдыралар. «Ағиҙел» чемпионат аҙағында «Торнадо» командаһына ҡарағанда күберәк мәрәй юғалта, икенсе урынды яулай һәм тәүгегә үҙ тарихында Рәсәй чемпионаттарының көмөш миҙалын яулай. «Торнадо» иһә һуңғы 12 йылда һигеҙенсе тапҡыр чемпион була. Бронза миҙалын Красноярскиҙан «Бирюса» еңә.
Урын | Команда | Уйын | Еңеү | Өҫтәмә ваҡытта еңеү | Булиттар серияһында еңеү | Булиттар серияһында еңелеү | Өҫтәмә ваҡытта еңелеү | Еңелеү | Кереткән-үткәргән шайбалар һаны | Шайбалар айырмаһы | Мәрәйҙәр | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1 | «Торнадо» | 24 | 18 | 0 | 0 | 0 | 2 | 4 | 108–51 | 57 | 58 | |
2 | «Ағиҙел» | 24 | 16 | 1 | 1 | 1 | 1 | 4 | 117–61 | 55 | 54 | |
3 | «Бирюса» | 24 | 14 | 1 | 1 | 2 | 0 | 6 | 92–57 | 35 | 48 | |
4 | «Динамо» | 24 | 13 | 1 | 1 | 0 | 0 | 9 | 91–57 | 34 | 43 | |
5 | СКИФ» | 24 | 9 | 2 | 0 | 1 | 0 | 12 | 83–76 | 7 | 32 | |
6 | «Арктик-Университет» | 24 | 5 | 0 | 1 | 0 | 2 | 16 | 73–113 | 40 | 19 | |
7 | СӨЙК | 24 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 24 | 36–185 | -149 | 0 |
|
|
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.