Салауат Юлаев спорт һарайы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0300083000
Урынлашыуы | |
---|---|
Төҙөлгән | |
Һыйҙырылышлығы |
3 500[1] |
Өйҙәге команда | |
Майҙан размеры |
61×30 м |
«Салауат Юлаев» спорт һарайы Викимилектә |
«Салауат Юлаев» спорт һарайы (рус. Дворец спорта «Салават Юлаев») — Өфө ҡалаһының боҙло спорт һарайы, 2007 йылдың декабренә тиклем «Салауат Юлаев» хоккей клубының өй аренаһы була. 2009 йылдың сентябренән «Толпар» (Йәштәр хоккей лигаһы), ә 2010 йылдан башлап бында «Ағиҙел» (Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы) хоккей клубтары үҙенең уйындарын үткәрә.
2007 йылда Өфө-Арена асылғанға тиклем спорт һарайы Башҡортостанда иң ҙур ябыҡ спорт ҡоролмаһы була, республикала яһалма боҙ менән тәүге спорт объекты. Өфө прибор яһау-етештереү берлеге заказы буйынса «Төҙөү тресты №3» менән 1967 йылда төҙөлә. Салауат Юлаев спорт һарайы Өфө-Аренан 40 йылға олораҡ.
Спорт һарайы 1967 йылдың 28 октябрендә асыла. Тәүге рәсми уйын — шул йылдың 20 ноябрендә «Салауат Юлаев» һәм Усть-Каменогорскиҙан «Торпедо» командалары араһында осрашыу. Һарайҙы асыу ваҡытына трибуналарҙың дөйөм һыйҙырырлығы 3 949 кеше кеше тәшкил итә. 1993 йылда төп бинаға 1500 кеше өсөн трибуналар һәм яһалма боҙ менән икенсе спорт майҙансығы төҙөлөп ҡуйыла. Икенсе ҡатта теннис корты киилеп сыға, һарайҙы яҡтыртыу системаһа һәм һыуытҡыс ҡорамалдар алмаштырыла. Төп майҙансыҡта яңы мәғлүмәт таблоһы ҡуйыла.
2012 йылда Йәштәр донъя чемпионатына әҙерлек барышында спорт һарайының масштаблы реконструкцияһы уҙғарыла. Шулай итеп, түбәне алмаштыралар, фасад реконструкциялана, яңы хәүефһеҙлек, вентиляциялау һәм кондиционерлау системалары ҡуйыла, трансляциялар һәм комментаторҙар эше өсөн яңы ҡорамалдар йыһазлау менән төп боҙ майҙансығы реконструкциялана. Реконструкция барышында спорт һарайының һыйҙырырлыға 3 949-ҙан 3 500-гә тиклем әҙәйә, Һарай алдындағы бер-береһенә үрелгән биш олимпия сыңғаларынан торған монумент алына.
Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының 2017/2018 йылдар миҙгелендә «Ағиҙел» тәүге уйынына 3 350 кеше килә. Был ҠҠХЛ-дың яңы рекорды була[2].
Спорт һарайында ҙурлығы 61х30 м булған яһалма боҙ менән ике боҙ майҙансығы бар, ауыр атлетика залы, атыу өсөн тир, еңел атлетика юлы бар. Төп майҙансыҡта трибуналар һыйҙырырлығы — 3 500 кеше. Әлеге ваҡытта спорт һарайы Халыҡ-ара хоккей федерацияһы стандарттарына тәшкил итә. Яңы технологияларҙы һәм материалдарҙы ҡулланыу «трибуналарҙа йылы — боҙҙа һыуыҡ» форматына етергә ярҙам итә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.