From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡуртамыш — Рәсәйҙәге ҡала (1956 й), Ҡурған өлкәһе Ҡуртамыш районының административ үҙәге.
Ҡуртамыш | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1745 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ үҙәге | Ҡуртамыш районы[1] һәм Ҡуртамыш ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Ҡуртамыш ҡалаһы ҡала биләмәһе[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
1075 кеше (1866), 1647 кеше (1892), 3745 кеше (1901), 5321 кеше (1916)[2], 5731 кеше (1926), 8601 кеше (1939)[3], 12 330 кеше (1959)[4], 15 000 кеше (1967)[3], 16 340 кеше (1970)[5], 17 191 кеше (1979)[6], 19 155 кеше (1989)[7], 18 900 кеше (1992)[3], 18 900 кеше (1996)[3], 18 700 кеше (1998)[3], 18 700 кеше (2000)[3], 18 400 кеше (2001)[3], 18 154 кеше (2002)[8], 18 200 кеше (2003)[3], 17 900 кеше (2005)[3], 17 800 кеше (2006)[3], 17 900 кеше (2007)[3], 17 900 кеше (2008)[3], 17 836 кеше (2009)[9], 17 099 кеше (2010)[10], 17 105 кеше (2011)[11], 17 112 кеше (2012)[12], 16 951 кеше (2013)[13], 16 925 кеше (2014)[14], 16 906 кеше (2015)[15], 16 901 кеше (2016)[16], 16 702 кеше (2017)[17], 16 579 кеше (2018)[18], 16 509 кеше (2019)[19], 16 507 кеше (2020)[20], 14 806 кеше (2021)[21] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 110 метр |
Майҙан | 97 км² |
Почта индексы | 641430 |
Рәсми сайт | kurtadm.ru |
Урындағы телефон коды | 35249 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Ҡуртамышта ерләнгәндәр[d] |
Ҡуртамыш Викимилектә |
Административ-территориаль ҡоролошо буйынса район буйһоноуындағы ҡала булып тора[22][23]. Муниципаль ҡоролош сиктәрендә ҡала биләмәһе статусында Ҡуртамыш ҡалаһы муниципаль берәмеген хасил итә, уның составында берҙән-бер тораҡ пункт[24].
Ҡала халҡы — 16 906[25] кеше (2015).
Сыбыр теленнән ҡортамыш (рогоз).
1745 йылда крәҫтиән Антон Лоскутников Иҫәт провинциаль канцелярияһы указы буйынса Ҡуртамыш йылғаһы буйында нығытмаға нигеҙ һала. Был урында, православие динендәге тәүге күскенселәр килгәндән һуң 4 йыл үткәс тә сиркәү төҙөлә башлай. Сиркәү Тубыл епархияһы һәм Силәбе воевода идаралығы өсөн генә түгел, бигерәк тә бөтә Ҡуртамыш йылғаһы буйлап күсеп ултырған крәҫтиәндәр өсөн кәрәк була, сөнки иң яҡын православие сиркәүе 70-80 саҡрым төньяҡтараҡ — Мейәс йылғаһы буйында урынлашҡан Воскресенское ауылында (хәҙерге Кирово ауылы) урынлашҡан була.
Ҡуртамыш йылғаһы буйында беренсе сиркәүҙе яңы үҙләштерелгән биләмәнең үҙәгендә, йәғни Ҡуртамыш йылғаһының урта ағымында төҙөргә ҡарар итәләр. Ҡағиҙә булараҡ, ул ваҡыттарҙа, төҙөлөүсе сиркәүҙә сиркәү хеҙмәте ғәмәлдә нигеҙ һалыныу менән башлана. Бына ошо ваҡыттан алып, атап әйткәндә XVIII быуаттың ҡырҡынсы йылдары аҙағынан, күскенселәргә сиркәүгә йөрөү өсөн Мейәс йылғаһына тиклем оҙон юл үтергә тура килмәй.
XVIII быуаттың 50-се йылдары башынан алып, крәҫтиәндәр үҙҙәренең дини эштәре буйынса сиркәүгә барғанда, «Мейәскә барам» һүҙе урынына, «Ҡуртамышҡа барам» тип әйтә башлағандар. Тиҙҙән был төҙөлөүсе сиркәүҙе Ҡуртамыш һүҙе менән, ә был урында урынлашҡан бәләкәй генә исемһеҙ ауылды — сиркәү менән ассоциациялаштыра башлайҙар. Шулай итеп ауыл, төҙөлгән тәүге сиркәү аша йылға исеме менән, «Ҡуртамыш» тип атала башлай.
1753 йылда Ҡуртамыш сиркәүе төҙөлөп бөтә һәм изгеләндерелә. Өс йылдан, 1756 йылда, Ҡуртамыш йылғаһы бассейнында ойошторолған яңы өйәҙҙең өйәҙ хакимиәтен ҡайҙа урынлаштырырға тигән һорау тыуа. Дини һәм донъяуи властарҙың бер урында булыуы уңайлы булыр тигән төплө фекер өҫтөнлөк ала. Шулай итеп, сиркәү янында урынлашҡан ҙур булмаған тораҡ пункты Иҫәт провинцияһы Ҡуртамыш өйәҙенең үҙәгенә әүерелә.
XIX быуатта инде ул сауҙаһы үҫешкән биҫтә булып китә, йыл һайын 5 йәрминкә үтә.
1956 йылдың 5 июлендә Ҡуртамыш район ҡарамағындағы ҡала статусын ала.
Ҡуртамыш ҡалаһынан яҡындағы ҡалаларға (ҡасабаларға) тиклемге алыҫлыҡ (тураға[26] / по автодорогам[27]) | ||||
---|---|---|---|---|
Төньяҡ-көнбайыш | Мишкә ~ 58 км / ~ 173 км Шумиха ~ 82 км / ~ 219 км |
Юрғамыш ~ 51 км / ~ 137 км Каргаполье ~ 116 км / ~ — км |
Ҡурған ~ 83 км / ~ 77 км Кетово ~ 76 км / ~ 94 км |
Төньяҡ-көнсығыш |
Көнбайыш | Щучье ~ 111 км / ~ 253 км Әлмән ~ 54 км / ~ 145 км |
Половинное ~ 100 км / ~ 150 км Глядянское ~ 41 км / ~ 66 км |
Көнсығыш | |
Көньяҡ-көнбайыш | Целинное ~ 66 км / ~ 71 км | Звериноголовское ~ 55 км / ~ 130 км | Көньяҡ-көнсығыш |
Куртамыш МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[28]. |
[29].
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1939[30] | 1959[31] | 1967[30] | 1970[32] | 1979[33] | 1989[34] | 1992[30] |
8600 | ↗12 330 | ↗15 000 | ↗16 340 | ↗17 191 | ↗19 155 | ↘18 900 |
1996[30] | 1998[30] | 2000[30] | 2001[30] | 2002[35] | 2003[30] | 2005[30] |
→18 900 | ↘18 700 | →18 700 | ↘18 400 | ↘18 154 | ↗18 200 | ↘17 900 |
2006[30] | 2007[30] | 2008[30] | 2009[36] | 2010[37] | 2011[38] | 2012[39] |
↘17 800 | ↗17 900 | →17 900 | ↘17 836 | ↘17 099 | ↗17 105 | ↗17 112 |
2013[40] | 2014[41] | 2015[25] | ||||
↘16 951 | ↘16 925 | ↘16 906 |
2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата, халыҡ һаны буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһы 2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[42] ҡалаһы араһында [43] 375-се урында була араһында 743-сө урынды биләй. Ҡурғандан (325 200[44]), Шадринсктан (77 031[25]) һәм Шумиханан (17 582[25]) ҡала, Ҡурған өлкәһендә халҡы буйынса дүртенсе ҡала.
Ҡуртамыш ҡалаһының ҡала транспортын шәхси пассажирҙар ташыусыларҙыҡы булған маршрут таксиҙары тәшкил итә. Хәрәкәт итеү составы — КАвЗ-3976, ПАЗ-32053, ГАЗ-3221 «ГАЗель». 2004 йылға тиклем пассажирҙар ташыуҙы «Автоколонна-1854» муниципаль предприятиеһы ЛиАЗ-677М, ЛАЗ-695Н автобустарында тормошҡа ашыра. Маршрут селтәре өс маршруттан тора.
Ҡала яны һәм ҡала-ара транспорт бәйләнешен шулай уҡ шәхси ташыусыларҙыҡы булған автобустар булдыра. Тимер юл транспорты юҡ.
Урта дөйөм белем биреү учреждениелары:
- Муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбе № 1
- Муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбе № 2
- Муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы башланғыс белем биреү мәктәбе № 1
- Муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы башланғыс белем биреү мәктәбе № 2
- Губернатор кадет мәктәп-интернаты
- Ҡуртамыш ауыл хужалығы техникумы
- Ҡуртамыш педагогия техникумы
- Ҡуртамыш үҙәк район дауаханаһы
- Ҡуртамыш мебель фабрикаһы (эшләмәй)
- Ҡуртамыш ремонт-механик заводы
- Ҡуртамыш сыр эшләү заводы
- «Мельница Кучина» он етештереү производствоһы
Ҡуртамышта киң мәғлүмәт сараларын ике гәзит сағылдыра: «Куртамышская нива» һәм «Провинциальное зеркало» (2014 йылдың 27 февралендә ябылған). Ҡуртамышта 20 телеканал (беренсе канал, Рәсәй-1, Матч ТВ, Рәсәй-К, НТВ, Бишенсе канал һәм башҡалар) һәм FM-диапазонында ике радиоканал тапшырыу алып бара.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.