From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡор ҡарсығаһы[1] (рус. Ястреб-тетеревятник, лат. Accipiter gentilis) — ҡарсыға ырыуы ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған йыртҡыс ҡош төрө, Европала, Азияла һәм Төньяҡ Америкала киң таралған. Башҡортостан Республикаһында урман һәм урман-дала райондарында осрай.
Ҡор ҡарсығаһы | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Accipiter gentilis Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||||
Ареал ястреба-тетеревятника | ||||||||||||||||
|
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106003466 |
Ҡарсыға исеме боронғо славян телендә «astreb»[2] вариантында осрай . Украин телендә ястріб, яструб, серб-хорват — јастријеб «сыбар, төрткөлө» тигәнде аңлата, чех телендә jestrab, поляк — jastrząb. Латин исеме ҡыҙыҡлы astur.[3] Исем, моғайын, боронғо славян тамыры *str «тиҙлек» мәғәнәһенән (ostrъ -үткер, уҡ) алынғандыр. Rebъ ялғауы «рябой — сыбар» мәғәнәһенә эйә. Ҡарсығаның һунарҙағы төп һыҙаты — йәшен тиҙлегендә ҡорбанына ташланыу, ә мәғлүм булыуынса күкрәгендәге һүрәте күп телдәрҙә «сыбар»[4] исемен бирә.
Ҡор ҡарсығаһы — ырыуҙың иң ҙур төрө. Ата ҡош ғәҙәттә 630 −1100 г ауырлығында була, кәүҙә оҙонлоғо уртаса 55 см, ҡанат ҡоласы 98-104 см сиктәрендә. Инә ҡоштар бер аҙ эрерәк, ауырлығы 860—1600 г, кәүҙә оҙонлоғо яҡынса 61 см, ҡанат ҡоласы 105—115 см. Бөтә ҡарсығаларҙың, шул иҫәптән ҡор ҡарсығаһының да, күҙҙәре өҫтөндә үҙенсәлекле аҡ һыҙат яһаған ҡаурыйҙары бар, улар аҡ ҡаш тәьҫоратын тыуҙыралар. Башҡа ырыу вәкилдәренекенә ҡарағанда, ҡор ҡарсығаһының «аҡ ҡаштары» оҙонораҡ һәм киңерәк булғанлыҡтан, соңҡаһына уҡ төшөп торалар. Өлкән заттарҙың күҙҙәре ҡыҙыл йәки ҡыҙыл-көрән төҫтә, ә йәш заттарҙыҡы — сағыу һары.
Ата ҡоштарҙың төҫө инәләренеке кеүек үк күгелйем-һоро һәм ҡара төҫтәр араһында тирбәлә. Арҡаһы, башы һәм япҡыс ҡауырһындары, ғәҙәттә, ҡарараҡ; түбәнге өлөшө асығыраҡ төҫтә һәм аныҡ ҡына һоро менән сыбарланған. Ҡойроғо асыҡ-һоро, өс — дүрт ҡара һыҙаты бар. Йәш ҡарсығаларҙың төҫө өлкән заттарҙыҡынан һиҙелерлек айырыла: уларҙың өҫкө өлөшө, башы һәм ҡанаттарының тышҡы өлөшө көрән, түше аҡ арҡыры көрән һыҙатлы.[5]
Ҡор-ҡарсығалары Евразияның һәм Төньяҡ Американың таулы һәм урманлы биләмәләрендә таралғандар. Ылыҫлы һәм япраҡлы урмандарҙа йәшәйҙәр. Ояларын ҡарт һәм бейек ағаслы, әллә ни ҡараңғы булмаған, һунар итер өсөн эргәлә урман ауыҙы булған урындарҙа ҡоралар.[5][6]
Күпселек популяция ултыраҡ тормош алып бара һәм, ҡағиҙә булараҡ, ғүмер буйына бер биләмәлә тотороҡло йәшәй. Төньяҡ Американың төньяғында һәм төньяҡ-көнбайышында оя ҡорған һәм ҡышын көньяҡҡа күскән берҙән-бер күсер популяция иҫәпләнә.
Ҡор-ҡарсығаһы үҙ биләмәһендә генә йәшәй, һәм пар оя ҡорор алдынан һәм оя ҡорған ваҡытта һауала өйрәләп-өйрәләп оса. Биләмәләренең сиге боҙолған осраҡта, пар уны аяуһыҙ ҡурсалай. Ата ҡоштарҙың ағастағы шәхси биләмәләре, ғәҙәттә, инәләренекенән бейектәрәк урынлаша. Шәхси биләмәләрҙән башҡа урындар төрлө заттар өсөн уртаҡ була. Оя ҡорған ваҡытта шәхси биләмә 570-тән алып 3500 гектарға ҡәҙәр етә.
Ҡор-ҡарсығалары башҡа ҡарсығалар кеүек үк үҙ-ара тауыш ярҙамында аралашалар, тауыштары юғары яңғырауыҡлы. Бигерәк тә оя ҡорған осорҙа уларҙың үҙ-ара аралашыуы нығыраҡ һиҙелә, ата һәм инә ҡоштар бер үк ҡалтырау тауыш сығаралар, әммә инә ҡоштоң тауышы көслөрәк һәм түбән.[5][6]
Ҡор-ҡарсығалары — йыртҡыс ҡоштар, ҡоштарға, имеҙеүселәргә, умыртҡаһыҙҙар, урта һәм эре һөйрәлеүселәргә һунар итәләр. Ҡорбан йыртҡыс ҡош ауырлығының яртыһын тәшкил итергә мөмкин. Төрлө популяцияларҙың аҙыҡтары бер-береһенекенән айырыла һәм йәшәгән мөхиттәренә бәйләнгән. Әммә дөйөм осраҡта улар ҡуянға, тейенгә һәм ҡорҙарға (Bonasa spp) һунар итәләр.[5][6]
Ҡор-ҡарсығалары йылына бер мәртәбә, апрель башынан июнь урталары осоронда үрсейҙәр, өҫтәүенә, иң юғары әүҙем ваҡыт апрель аҙағына һәм майға тура килә. Пар йомортҡа һалыр алдынан ике ай элек үк оя ҡора башлай. Ояны ғәҙәттә ҡарт урманда, юл, һаҙлыҡ, болон һәм башҡа асыҡ урындарға яҡын ултырған ағаста олоно янындағы ботаҡта ҡора. Диаметры метр тирәһендәге ояны ҡоро сыбыҡ һәм ботаҡтарҙы йәшел үренде, ылыҫ шәлкеме йәки ҡабыҡ киҫәктәре менән сырмап эшләйҙәр.
Инә ҡош ғәҙәттә 2-3 көн аша 2-4 йомортҡа һала. Йомортҡаның ҙурлығы 59×45 мм, тышы ҡытыршы, күкһел-аҡ. Себештәр 28-38 көндән моронлай башлайҙар. Йомортҡаларҙы инә ҡош баҫа, әммә ул һунарҙа саҡта, уны ата ҡош алмаштыра. Инә ҡош ояла балалары сыҡҡандан һуң 25 көнгә ҡала. Был ваҡытта балалары һәм инә ҡош өсөн аҙыҡ хәстәрләү ата ҡошҡа йөкмәтелә. Ҡошсоҡтар ояла 34-35 көн ултыралар, артабан шул уҡ ағастағы күрше ботаҡтарға күсенәләр. 35-46-сы көнгә оса башлайҙар, шуға ҡарамаҫтан, 70 көнлөк саҡтарына ҡәҙәр ата-әсәһе ярҙамында туҡланалар. Ата-әсәнән ҡошсоҡтар ҡинәт айырылалар, һәм йәш ҡоштар тыуғандарынан алып 95-се көндәренә тулыһынса үҙ-аллы. булалар. Йәш ҡоштарҙың енси өлгөргәнлеге бер йылдан тыуа.[5][6]
Ҡор-ҡарсығаһын түбәндәге төрсәләргә айыралар:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.