Ҡиммәт
иҡтисади күренеш / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡиммәт — төшөнсәһе бер нисә төрлө билдәләмәгә эйә булған иҡтисади күренеш.
Иҡтисад теорияһында ҡиммәт — милекселәр араһында тауар менән ирекле алмашыу барғанда һанлы нисбәттәрҙең нигеҙе. Төрлө иҡтисади мәктәптәр ҡиммәттең тәбиғәтен төрлөсә аңлата: эш ваҡытын йәмғиәт ихтыяжына ярашлы сарыф итеү, ихтыяж менән тәҡдим балансы, етештереү сығымдары, сикке файҙалылыҡ һәм башҡалар менән.
Бухгалтер хисабында һәм статистикала ҡиммәт — объектты һатып алыуға йәки әҙерләүгә тотонолған сығымдар дәүмәленең аҡсалата сағылышы, йәғни хаҡы[1].
Көндәлек һөйләштә ҡиммәт — тауарҙың хаҡына баһа биреү («ит ҡиммәт торамы?», «хаҡы ҡиммәт булды»).