Ҡаҙылма яғыулыҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡаҙылма яғыулыҡ — нефть, таш күмер, янар һәүерташтар, тәбиғи газ һәм уның гидраты, ер аҫтынан йә асыҡ ысул[2] менән миллион йылдар дауамында[3] анаэроб шарттарҙа йылылыҡ һәм ер ҡабығының баҫымы тәьҫире аҫтында тарҡалыу процесында табылған торф һәм башҡа янар минералдар һәм каустобиолит төркөмгә ҡараған матдәләр. Күмер һәм торф — хайуан һәм үҫемлек ҡалдыҡтары тупланыуы һәм тарҡалыуы арҡаһында барлыҡҡа килә. Ҡаҙылма яғыулыҡ төрҙәре миллионлаған йыл тупланғанлыҡтан, улар яңынан тергеҙелмәй торған тәбиғи ресурс булып тора. АҠШ-тың Энергетик мәғлүмәт идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, энергетиктар АҠШ мәғлүмәттәре буйынса идаралығы (Energy Information Administration), 2007 йылда энергияның беренсел сығанағы сифатында: нефть — 36,0 %, күмер — 27,4%-ы, тәбиғи газ — 23,0 % файҙаланыла, дөйөм алғанда донъяла ҡулланылған беренсел энергияның барлыҡ сығанаҡтарынан (ҡаҙылма һәм ҡаҙылма булмаған байлыҡтары) ҡаҙылма яғыулыҡ 86,4 % өлөшөн тәшкил итә. Әйтергә кәрәк, ҡаҙылма булмаған энергия сығанаҡтарына: гидроэлектростанциялар — 6,3 %, ядро — 8,5 %, һәм башҡалары (геотермаль, ҡояш, һыу ҡалҡыу приливный, ел энергияһы, ағас һәм ҡалдыҡтар яндырыу) күләме 0,9 %[4] индерелә.
Ҡаҙылма яғыулыҡ | |
Алмаштырылған | зелёная энергия[d] һәм Тулыланыусы энергия |
---|---|
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | органическая материя[d] |
Ҡайҙа өйрәнелә | геология полезных ископаемых[d] |
Һештег | fossilfuels[1] |
Берекмәләре | исемлекте ҡарағыҙ[d] |
Ҡаҙылма яғыулыҡ Викимилектә |