Үзбәкстандағы ҡала From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡаршы (үзб. Қарши, Qarshi) — Үзбәкстандағы ҡала, Ҡашҡадаръя өлкәһенең административ үҙәге.
Город | |
Ҡаршы үзб. Qarshi, Қарши | |
Ил | |
---|---|
Область |
Кашкадарьинская |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
XIV век |
Элекке исеме |
Нахшаб, Насаф, Бек-Буди |
Город с | |
Рәсми теле |
узбекский |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте |
UTC+5 |
Телефон коды |
+ 998 75 |
Почта индексы |
73**** |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
18 (старого образца 1998—2008) |
Ҡаршы Памир-Алай тау системаһының көнбайыш сигендә, Ҡаршы оазисында, Ҡашҡадаръя йылғаһы буйында урынлашҡан. Кунгуртау итәгендә, көнсығышында — Ҡаршы далаһы. Климаты ҡоро, яуым-төшөм йылына — 200—400 мм[3]. 1970-се йылдар башында Амударъянан ирригация каналы үткәрелгән.
Ташкенттан 400 км (520 — юл буйлап). Ҡаршынан 10 км көнсығыштараҡ Ҡаршы-Ханабад хәрби-һауа базаһы.
Ҡаланың атамаһы бик боронғо сығанаҡтарҙа бар. Хәҙерге Үзбәкстанда ҡала 2700 йыл элек барлыҡҡа килгән тип һанайҙар. 2006 йылдың 27 октябрендә илдә Ҡаршы ҡалаһының 2700 йыллығын үткәрҙеләр.
Бохара ханлығында әштәрхәниҙәрҙе манғыт династияһы[4] алмаштыра (әсәй яҡлап Сыңғыҙхан улы Джучи туғаны), улар Рәсәйҙәге революцияға тиклем Бохарала хакимлыҡ итә.
Манғыт аристократияһының Бохара ханлығында көс йыя башлауы XVII быуатҡа тура килә. 1712 йылда манғыт Хоҙаяр бей аталыҡ вазифаһына ҡуйыла, ул 1715—1716 йылдарҙа вазифаһынан төшөрөлә. 1719—1720 йылдарҙа уны төшөргән Ибраһим бей Бохаранан ҡасып киткәс, Хоҙаяр бейгә хакимлыҡҡа ҡайтырға рөхсәт итәләр. Уның ҡарамағына Ҡаршы ҡалаһын бирәләр. 1721 йылда улы Хәким бейҙе аталыҡ итеп ҡуялар.
1740 йылда Персия башлығы Нәдир шаһ Мәүерәннәһргә һөжүм итергә килгәс, Хәким бей уның менән һөйләшеп, дәүләтен һуғыштан һаҡлап ҡала. Уның биш улы була. Өсөнсө улы Мөхәммәд Рәхимбей Нәдир шаһҡа ҡушылып яуҙарында ҡатнаша.
1747 йылда хан үлтерелгәс, бар хакимлыҡ Мөхәммәд Рахимбей ҡулына күсә. Мөхәммәд Рәхимбей Әбүлфәйез хандың ҡыҙына өйләнә. Рәхимбей хан осоронда Бохара ханлығына Бохара, Сәмәрҡәнд, Миәнкәл, Кермине, Ҡаршы, Гузар, Атамурат, Чарджоу, Шәһрисәбез ҡалалары инә. Гиссар менән Ташкент үҙаллы биләмәләр булып ҡала. Мөхәммәд Рахимхан Сыңғыҙхан тоҡомо булмаһа ла, ҡатынҡы сәйәсәте, яҡшы ойоштора белеүе менән хатта хан титулына эйә булыуға өлгәшә.
Ҡалала бөйөк башҡорт ғалимы Зәки Вәлиди булып киткән.
1913 йылда Зәки Вәлиди Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең ағзаһы итеп һайлана. Шул уҡ йылда профессор Н. Ф. Катанов тәҡдиме буйынса Зәки Вәлиди Фирғәнә өлкәһенә ғилми сәфәргә ебәрелә. Бер йылдан ул Бохара ханлығында тарихи эҙләнеүҙәр үткәрә һәм Санкт-Петербургта Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй императоры археология һәм тарих йәмғиәтендә эше тураһында доклад менән сығыш яһай. Сығышын юғары баһалайҙар, шуға күрә ул Урта Азияла ғилми тикшеренеүҙәрҙе дауам итергә рөхсәт һорай. Әммә бының өсөн аҡса бүлә алмайҙар[5]. Шуға ҡарамаҫтан, йәш ғалимға В. В. Бартольд фатихаһы менән Рәсәй Урта һәм Шәрҡи Азияны өйрәнеү комитеты һәм Император Фәндәр академияһы юлға сығырға рөхсәт бирә. 1914 йылдың 23 июнендә ул Бохаранан Шәһрисәбез ҡалаһы аша Сурхандаръя үҙәнендәге ҡалаларға йүнәлә, боронғо ҡулъяҙмалар, ҡомартҡылар эҙләй. Инде кире ҡайтып барғанда 1914 йылдың 16 июлендә Ҡаршы ҡалаһында туҡтай. Был сәфәрендә Зәки Вәлиди ҡиммәтле табышҡа юлыға. Баҙарҙа бер һатыусының ниндәйҙер ҡулъяҙмалараға төрөп дарыу һатыуын күреп ҡала. Вәлиди ҡағыҙҙы һатып ала. Ҡулъяҙма боронғо Ҡөрьән тәфсире булып сыға. Вәлиди Ҡаршынан 1914 йылдың 23 июлендә Бохараға юл тота. Йәш ғалим барлығы 23 ҡулъяҙма табып, бер нисә китап һатып алып ҡайта.
В. В. Бартольд ҡулъяҙманы XI быуаттан алда яҙылған тип иҫәпләй. А. К. Боровков XII—XIII быуаттарға ҡайтарып ҡалдыра. Шулай ҙа Тәбәриҙең төркисә тәфсиренән алынған тип фараз иткәндә, ул X быуат аҙағына ҡарауы ихтимал[6].
2014 йылдың 1 ғинуарына халҡы 254,6 мең кеше тәшкил итә[1].
Йыл | 1939 | 1972 | 1979 | 1999 | 2010 | 2014 |
Халҡы, мең кеше |
23 | 79 | 108 | 197 | 238,2 | 254,6 |
Төбәктә тәбиғи газ сығарыла (Шуртан һәм Мөбәрәк газ ятҡылығы), мамыҡ һәм иген культуралары үҫтерелә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.