From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҙур көйөлдө[15] — һаралйындар ғаиләһенән ҡош төрө (рус.большой кроншнеп)
Ҙур көйөлдө | |
Ҡыҫҡаса атамаһы | N. arquata |
---|---|
Масса | 76 грамм[1], 742 грамм[2] һәм 869 грамм[2] |
Халыҡ-ара ғилми атамаһы | Numenius arquata L., 1758[3][4][5][…] |
Таксономия рангыһы | Төр[3][4][6][…] |
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон | Кроншнепы[d][3] |
Таксондың халыҡ атамаһы | Eurasian Curlew[4][7][5][…] |
Номенклатурный тип | Кроншнепы[d] |
Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берлегенең һаҡ статусы | близки к уязвимому положению[d][8] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Канатлары киңлеге | 0,97 метр[9] |
Status in the Red List of Threatened Species in the Czech Republic | critically endangered[d][10] |
Ареал таксона | Индонезия[11] һәм Южно-Китайские горы[d][12] |
Размер выводка | 4[13] |
Яиц инкубационный период | 28 тәүлек[14] |
Ҙур көйөлдө Викимилектә |
Ҙур көйөлдө 50 һәм 60 сантиметрға тиклем етә, ауырлығы 600 г алып 1000 г тиклем тарта. Ҡанаттарының ҡоласы 80 см алып 100 см тәшкил итә. Улар һаралйындар ғаиләһенең иң эре вәкилдәре һәм Европала йыш осраусы көйөлдөләр булып тора. Ҙур көйөлдөнөң үҙенсәлекле һыҙаты булып уның оҙон һәм аҫҡа һонолған суҡышы тора. Инә ҡош, ҡағиҙә булараҡ, ата ҡоштан бер аҙға ҙурыраҡ, ә уның суҡышы тағы ла оҙонораҡ һәм нығыраҡ бөгөлгән. Бынан тыш, ике енес араһында тышҡы айырма юҡ. Ҙур көйөлдөнөң төҫө башлыса ябай, ҡауырһыны төрлө һыҙыҡтар һәм тимгелдәр менән аҡһыл көрән төҫтән һоро-көрән төҫкә тиклем үҙгәрә. Тауышы оҙон, һағышлы тиерлек, «кури-ли» кеүек яңғырай. Күберәк ата ҡоштар йырлай, уның ярҙамында улар үҙҙәренең оялау участкаларын билдәләйҙәр.
Ҙур көйөлдө һаҙлыҡлы һәм башҡа дымлы урындарҙа оя ҡора. Ҡышын улар яр буйҙарында һәм кипкән һаҙлыҡтарҙа, ҡитға эсендә —баҫыуҙарҙа һәм һыубаҫар туғайҙарҙа йәшәй. Уларҙың төп таралыу ареалы булып Төньяҡ һәм Үҙәк Европа, шулай уҡ Британия утрауҙары тора. Ҡышҡы осорҙа был ҡоштар Көнбайыш һәм Көньяҡ Европа яры буйҙарына осош яһай. Ҙур көйөлдөләр шулай уҡ Азияның күп өлөшөндә осрай, уларҙың ареалы көнсығышта Байкал күле һәм Манчжурияға тиклем, көньяҡта Ҡырғыҙстанға тиклем етә.
Көйөлдөнөң аҙығы булып бөжәктәр, селәүсендәр, моллюскылар тора, уларҙы ерҙән оҙон суҡышы менән йыя. Шул уҡ ваҡытта ҡаты тышлыҡтың эсенән ҡусҡарҙары сығарып алыу өсөн суҡышын пинцет сифатында ла ҡуллана.
Ояһын ерҙә яҫы уйымда төҙөй, унда үлән һала. Бер тапҡыр ятҡанда дүртешәр йомортҡа һала.
Ҙур көйөлдөнөң ике төрсәһе бар. Numenius arquata arquata Европала осрай, ә Волга-Урал һыҙатынан көнсығыштараҡ Numenius arquata orientalis төрө тереклек итә. Дөйөм алғанда, ҡоштоң һуңғы төрсәһе асығыраҡ, ә ҡауырһынындағы ҡарағусҡыл штрихтар күпкә вағыраҡ. Суҡышы бер аҙ оҙонораҡ, шулай уҡ ҡанаттары ла оҙонораҡ. Ике төрсә лә Волга һәм Уралда береһе икенсеһенә талғын күсә һәм тышҡы күренеше буйынса һиҙелмәй тиерлек.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.