ғалим-филолог, тел белгесе From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәниев Фуат Әшрәф улы (1 август 1930 йыл — 28 февраль 2016 йыл) — ғалим-филолог. Филология фәндәре докторы. Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаты.
Ғәниев Фуат Әшрәф улы | |
Lua хатаһы: expandTemplate: template "lang-tt-cyrl" does not exist. | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 август 1930 |
Тыуған урыны | Нәсибаш ауылы, Салауат районы |
Вафат булған көнө | 28 февраль 2016 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡазан, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | филология |
Эш урыны | Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
Уҡыу йорто | Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Фуат Әшрәф улы Ғәниев 1930 йылдың 1 авгусында Башҡорт АССР-ы Салауат районының Нәсибаш ауылында тыуған.
1954 йылда Ҡаҙан дәүләт университетын отличие менән тамамлаған.
Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, урта мәктәп директоры, Татар китап нәшриәте мөхәррире булып эшләй.
1958 йылдан 1992 йылға саҡлы — Ҡазан дәүләт университетында татар телен уҡыта.
1962 йылда — Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты ҡарамағындағы аспирантураны тамамлай һәм үҙенең бөтә ғилми эшмәкәрлеген ошо институтта дауам итә.
1963 йылда — «Видовая характеристика глаголов татарского языка» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1977 йылда «Суффиксальное словообразование в татарском литературном языке» темаһына докторлылыҡ диссертацияһын яҡлай.
Татар телен һаҡлау һәм үҫтереү проблемаларын өйрәнеүгә, татар орфографияһы мәсьәләләрен тикшереүгә, татар яҙмаһын камиллаштырыуға ҙур өлөш индергән.
300-ҙән ашыу фәнни эш, шул иҫәптән 18 монография авторы.
Өс томлы татар теле академик грамматикаһынның ғилми мөхәррире һәм авторҙашы, бер томлы «Рус-татар һүҙлеге», «Татар-рус һүҙлеге», «Татар теленең өс томлы аңлатмалы һүҙлеге» кеүек {{comment|нигеҙле|капиталь}} һүҙлектәрҙең авторҙашы. 20-нән ашыу һүҙлектең етәксеһе һәм ғилми мөхәррире һәм авторҙашы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.