From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәлимйәнов Флүр Ғәлимйән улы (1 февраль 1932 йыл — 28 ғинуар 2010 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. 1955 йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1962 йылдан инженер-конструктор, 1964 йыдан — өлкән мастер, 1974 йылдан — цех начальнигы урынбаҫары, 1993—1994 йылдарҙа бүлек начальнигы урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971)
Ғәлимйәнов Флүр Ғәлимйән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 февраль 1932 |
Тыуған урыны | Иҫке Илекәй, Балтаc районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 28 ғинуар 2010 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Флүр Ғәлимйән улы Ғәлимйәнов 1932 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР-ының[1] Балтас районы Иҫке Илекәй ауылында тыуған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1949 йылда «Осҡон» колхозында колхозсы булып башлай.
Дүрт йыл Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Артабан ул үҙенең бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеген машиналар эшләү тармағын үҫтереүгә арнай.
1955 йылда Өфө авиация институтын тамамлай, шул уҡ йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә («УМПО») — инженер-конструктор, һуңынан — өлкән мастер, цех начальнигы урынбаҫары, баш инженеры булып эшләй, үҙен юғары квалификациялы, грамоталы белгес, оҫта ойоштороусы, талапсан етәксе итеп таныта.
СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 26 апрелендәге Указы менән Ғәлимйәнов Флүр Ғәлимйән улына, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1996 йылда пенсияға сыға. Башҡортостан Республикаһы ветерандар советы ағзаһы була. Өфө ҡалаһында йәшәй. 2010 йылдың 28 ғинуарында Өфөлә вафат була. Тыуған ауылы Иҫке Илекәйҙә ерләнгән.
Уға «Почётлы мотор эшләүсе» исеме бирелгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.