From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғуриҙар йәки Шансабаниҙар (перс. سلسله غوریان; таж. Ғуриён ё Шансабониён) — тажик[1] сығышлы сөнни династия, Ғури солтанлығында 1148 йылдан 1215 йылға тиклем хакимлыҡ иткәндәр.
Ғуриҙар | |
Нигеҙләү датаһы | 1011 |
---|---|
Дәүләт | Гуридский султанат[d] |
Административ үҙәк | Фирузкух[d] |
Идара итеү формаһы | наследственная монархия[d] һәм султанизм[d] |
Алмаштырылған | Дели солтанлығы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1215 |
Ғуриҙар Викимилектә |
XIX быуатта ҡайһы бер европа ғалимдары, мәҫәлән Маунтстюарт Эльфинстон, Ғуриҙар династияһы хәҙерге заман пуштундары менән менән бәйле тигән идеяны хуплай, әммә был, ҡағиҙә булараҡ, хәҙерге фән тарафынан кире ҡағыла һәм, Ислам энциклопедияһында Моргенстьерне әйткәненсә, «төрлө сәбәптәр арҡаһында бик үк дөрөҫ түгел». Ҡайһы бер ғалимдар раҫлауынса, династия тажик сығышлы[2][3][4][5][6].
.
Ғур провинцияһы башлыса XI быуатҡа тиклем буддист булған. Һуңынан төбәк исламлаштырылған Һәм Ғуриҙарға башланғыс биргән[7][8].
Гуриҙарҙың туған теле, күрәһең, батша һарайындағынан — фарсы теленән айырылып торғандыр. Ғәзнәүиҙәр дәүеренең билдәле тарихсыһы Әбү-л-Фаҙыл Байхаки үҙенең "Тарих-И Байхаҡи"китабының 117-се битендә былай тип яҙа:
Солтан Мәсғүд Гурстанға барғанда Ғурҙан үҙенең ғалим юлдашы менән бергә ошо төбәк кешеләренән уның менән һөйләшергә 2 кешене тәржемәселәр сифатында алды.
Әммә, Сәмәниҙәр һәм Ғәзнәүиҙәр һымаҡ, ғуриҙар фарсы әҙәбиәтен, шиғриәтен һәм мәҙәниәтен ҡурсалаған һәм уларҙы батша һарайҙарында үҙҙәренеке кеүек итеп үҫтергән. Хәҙерге авторҙар уларҙы «фарсы ғуриҙары» тип йөрөтә. Андре Винк ғуриҙар телен "айырым фарсы диалекты"тип һүрәтләй[9].
Хәрәзмшаһ Текеш вафат булғандан һуң тәхеткә уның кесе улы Ғәлә әт-Дин Мөхәмәтйән II ултыра. Уның идара итеүе ғуриҙарға ҡаршы һуғыш менән башлана, Мерв ҡалаһын, һуғышһыҙ тиерлек Абиверд, Серахс һәм Нисаны баҫып алалар, Нишапурҙы алалар һәм Гератҡа ебәрелгән хорезмшахтың ағаһын әсирлеккә алалар[10].
Ғәлә әт-Дин Мөхәмәтйән ҡараҡытайҙар ярҙамында ғуриҙарҙы Харәзмдән ҡыҫырыҡлап сығарып, татыулыҡ урынлаштыра ала, әммә был ике династияның күп йыллыҡ дошманлығын юҡҡа сығармай. 1206 йылда Мөғиз әд-Динде һәм Ғуриҙар солтанатын бүлгеләгәндән һуң ғына хорезмшаһтар Хөрәсәнгә баҫып инә ала[10]
Ғуриҙар фарсы мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен бөйөк ҡурсалаусы була һәм Һиндостан субконтинентында фарсы дәүләте өсөн нигеҙ һала[9][6]. Әммә Ғуриҙар дәүерендә ижад ителгән әҙәбиәттең күп өлөшө юғалған. Улар ҙа шулай уҡ фарсы архитектураһын Һиндостанға күсерә[11]. Әмир Хосроу Дәһләүи һүҙҙәренә ярашлы, һиндтәр фарсы телен ғуриҙар һәм төркиҙәр йоғонтоһонда өйрәнәләр.
Ғуриҙар дәүләтенән барлыҡҡа килгән Дели солтанлығы, фарсы телен рәсми һарай теле итеп билдәләй, ул XIX быуатта Бөйөк Моголдар дәүеренең аҙағына тиклем һаҡланып ҡалған[12].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.