Спортсы From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғиззәтуллин Фәйзи Карам улы (рус. Гизатуллин Файзи Карамович; 18 март 1959 йыл) — спортсы, ғалим-хоҡуҡ белгесе. Тимераяҡта шыуыу спорты буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983). Юридик фәндәр кандидаты.
Фәйзи Карам улы Ғиззәтуллин Өфө ҡалаһында 1959 йылдың 18 мартында тыуған.
1966 — 1976 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 113-сө мәктәбендә уҡый.
1983 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Икенсе юғары белемде Санкт-Петербург дәүләт университетында ала һәм юрист һөнәренә эйә була. Юридик фәндәр кандидаты.
“Буревестник” Балалар спорт йәмғиәте (ДСО) тәрбиәләнеүсеһе. Уны спортҡа тренеры З.Х.Адеев әҙерләгән.
1980–1982 йылдарҙа СССР йыйылма командаһына ағзаһы.
Артабан банк системаһында эшләй, банк эшмәкәрлеге буйынса хеҙмәттәр яҙа.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.