![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/d1/Flag_of_Gafuriysky_rayon.svg/langba-640px-Flag_of_Gafuriysky_rayon.svg.png&w=640&q=50)
Ғафури районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғафури районы (рус. Гафурийский район) — Башҡортостандағы муниципаль район — Башҡортостан Республикаһының урта өлөшөндә һәм Көньяҡ Уралдың көнбайыш итәгендә урынлашҡан. 1930 йылда Красноусол районы ойошторола, һуңынан 1940 йылда хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге — Красноусол ауылы Өфөнән — 130 км, Стәрлетамаҡтан — 60 км алыҫлыҡта ята. Дөйөм майҙаны 3039 км² тәшкил итә. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, районда йәшәүсе халыҡ һаны 35,6 мең иҫәпләнә. Алдағы йылдар менән сағыштырғанда, тыуым артыуы түбәнәйеп яңынан арта башлауы күҙәтелә: 1970 йыл — 54,8; 1979 йыл — 44,4; 1989 йыл — 36,8, 1995 йыл — 35,1. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 12 кеше тура килә. Районда 97 ауыл бар, шуларҙың иң ҙурҙары — Красноусол (10,8 мең кеше), Табын (1,9 мең) һәм Сәйетбаба (1,4 мең) ауылдары. Башҡорттар, урыҫтар һәм татарҙар күпселекте тәшкил итә.
Ғафури районы | |
Ғафури районы | |
Флаг[d] | |
![]() | ![]() |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
![]() | |
Рәсми атамаһы | Красноусольский район |
Атамаһы | Ғафури районы |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәк | Красноусол |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
36 778 кеше (1989)[1], 36 761 кеше (2002)[2], 35 669 кеше (2008)[3], 35 637 кеше (2009)[4], 33 869 кеше (2010)[5], 33 503 кеше (2012)[6], 33 092 кеше (2013)[7], 32 544 кеше (2014)[8], 32 091 кеше (2015)[9], 31 631 кеше (2016)[10], 31 364 кеше (2017)[11], 30 781 кеше (2021)[12] |
Сиктәш | Архангел районы, Белорет районы, Ишембай районы, Стәрлетамаҡ районы, Ауырғазы районы һәм Ҡырмыҫҡалы районы |
Майҙан | 3038,02 км² |
Рәсми сайт | gafury.ru |
![]() | |
![]() |