Ғатауллин — башҡорт фамилияһы. Ғатаулла исеменән барлыҡҡа килгән. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бындаай фамилиялы кешеләр бар.
Атауллин тигән ҡыҫҡартылған вариантлы фамилия бар.
- Ғатауллин Игорь Ғилман улы (1951) — гитарист, продюсер, йырҙар авторы.
- Ғатауллин Ғәли Шәйслам улы (1948) — башҡорт яҙыусыһы
- Ғатауллин Ирек Фархат улы (1953) — футболсы.
- Ғатауллин Мәғариф Мәғсүм улы (1933—2009) — медицина фәндәре докторы (1998), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1970), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1993).
- Ғатауллин Мөтиғулла (1875—1936) — башҡорт дин әһеле. Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө (1924—1936).
- Ғатауллин Наил Ғәйнәт улы (1928) — хирург, медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995).
- Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы (1959) — ғалим-химик.
- Ғатауллин Рауил Ғибат улы (1947) — телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1997), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004).
- Ғатауллин Ринат Фазлетдин улы (1953) — иҡтисад фәндәре докторы (2002).
- Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы (1963) — иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003).
- Ғатауллин Рәмил Сөләймән улы (1969) — Рәсәй журналисы.
- Ғатауллин Урал Миңлезар улы (1970), телеоператор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014).
- Ғатауллин Хәй Ғатаулла улы (1909 —?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.