112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғатауллин Хәй Ғатаулла улы (15 март 1909 йыл —?) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһың ойоштороу-план бүлегендә ат ҡараусыһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945)[1].
Ғатауллин Хәй Ғатаулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 15 март 1909 (115 йәш) |
Тыуған урыны | Суйынсы ауылы, Дәүләкән районы |
Һөнәр төрө | ат ҡараусы |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хәй Ғатаулла улы Ғатауллин 1909 йылдың 15 мартында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе хәҙер Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы Суйынсы ауылында тыуған.
1941 йылдың 12 авгусында Дәүләкән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ойоштороу-план бүлеге начальнигының ат ҡараусыһы булып хеҙмәт итә[2]
Берлинды ҡамау ахыры барышында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә.1945 йылдың 27 апрелендә «Зило» — каналдың көньяҡ ярындағы плацдармда, дошман һөжүмен кире ҡайтарғанда, автоматтан 7 фашист һалдатын юҡ итә. Бер дошманды пулемёты менән ҡулға төшөрә. Бының менән ул «Зило» — каналдың көньяҡ яр плацдармын тотоп торорға булышлыҡ итә. Ғатауллин Хәй Ғатаулла улы был батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.