Әбү Мөхәммәт Ғабдулла ибн Рәүәһа әл-Хәҙрәжи (ғәр. عبدالله ابن رواحة;рус. Абдуллах ибн Раваха; ?, Мәҙинә, — 629, Мута) — Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) иң билдәле сәхәбәләренең береһе, ансар.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Тыуған көнө ...
Ғабдулла ибн Рәүәһа
ғәр. عبد الله بن رواحة
Thumb
Зат ир-ат
Тыуған көнө билдәһеҙ
Тыуған урыны Мәҙинә, Мәҙинә йәмәғәте
Вафат булған көнө 629[1]
Вафат булған урыны Мута[d], Эль-Карак[d], Иордания
Үлем сәбәбе яуҙа һәләк була[d]
Һөнәр төрө шағир, Һалдат
Уҡыусылар Әнәс ибн Мәлик
Һуғыш/алыш Бәҙер һуғышы, Өхүд һуғышы, Ур һуғышы, Битва при Хайбаре[d] һәм битва при Муте[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Ғабдулла ибн Рәүәһа Викимилектә
Ябырға

Биографияһы

Уның тулы исеме: Ғабдулла ибн Рәүәһа ибн Сәләбә әл-Хәҙрәжи. Ҡушаматтары: Әбү Мөхәммәт, Әбү Ғәмр һәм Әбү Рәүәһа. Абдулла Мәҙинәлә тыуған. Тыуған ваҡыты билдәле түгел. Сығышы менән хәҙрәж ырыуынан. Ғәкәбә янындағы икенсе ант ваҡытында ислам ҡабул иткән .

Мәккә мосолмандарының Мәҙинәгә күсенгәненән (Һижрәт) һуң, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сәркәтибе һәм уға яҡындарҙың береһе була[2].

Ғабдулла ибн Рәүәһа Бәҙер, Өхүд, Ур һәм Хәйбәр һуғыштарында ҡатнаша[3].

Вафаты

629 йылда Мута янындағы алышта һәләк була [4]

Шағирлығы

Ғабдулла ибн Рәүәһа шағир булған. Ҡайһы бер мәжүси шағирҙар Мөхәммәт пәйғәмбәргә ҡарата мыҫҡыллы шиғырҙар яҙғанда, ул Пәйғәмбәрҙе яҡлап шиғырҙар ижад иткән[5]. Ҡөрьәндә был хаҡта аяттар бар[6]:

« Шағирҙарға килгәндә, эш былай тора. Уларға ла аҙашҡандар эйәрә. Күрмәйһеңме ни, улар нимә ҡылғанда​рын белмәйенсә (тилереп), болондар буйлап йөрөй. Һәм тормошҡа ашмаҫтай хыялый һүҙҙәр һөйләнәләр. (Үҙҙәре бул​дыра алмаған эшкә башҡаларҙы өндәйҙәр.) Бары тик иман килтереп, изгелек ҡылғандар, Аллаһты онотмағандар һәм үҙҙәренә ғәҙелһеҙлек ҡылғандарҙан үҙҙәрен яҡлай алғандар, улар (Хаҡҡа ҡаршы шиғыр яҙған хыянатсы шиғырсылар) рәтендә түгел. Ғәҙелһеҙлек ҡылған залимдар үҙҙәренең ҡайҙа барасаҡтарын оҙаҡламай белерҙәр.
Әш-Шуъара 26:224—227
»

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.