![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/5/5c/Flag_of_Yanaulsky_rayon.svg/langba-640px-Flag_of_Yanaulsky_rayon.svg.png&w=640&q=50)
Яңауыл районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Яңауыл районы (рус. Янаульский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Яңауыл ҡалаһы. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, көнбайыштан Удмурт Республикаһы, төньяҡтан Пермь крайы менән сиктәш. 1930 ойошторолған. Үҙәге — Яңауыл ҡалаһы. Майҙаны — 2176 км².
Яңауыл районы | |
Яңауыл районы | |
Флаг[d] | |
![]() | ![]() |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәк | Яңауыл |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 44 911 кеше (2017)[1] |
Сиктәш | Тәтешле районы, Борай районы, Краснокама районы, Ҡалтасы районы, Пермь крайы һәм Удмурт Республикаһы |
Майҙан | 2094 км² |
Почта индексы | 4529ХХ |
Рәсми сайт | yanaul.ru |
![]() | |
Урындағы телефон коды | 34760 |
![]() |
2010 халыҡ һаны 21, 45 мең кеше (1970 — 42,0 мең, 1979 — 32,2 мең, 1989 — 24,1 мең, 1995 — 23,4 мең) .
109 ауыл, административ яҡтан Нефтекама ҡалаһына ҡараған Әмзә ауылы бар. Халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 30 кеше. Күпселекте башҡорттар, татарҙар, удмурттар һәм урыҫтар тәшкил итә.
Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Климаты йылы, бер аҙ ҡоролоҡло. Район территорияһы аша Беүә йылғаһы аға. Күпселек ере һоро урман һәм көлһыу тупраҡлы. Ылыҫлы һәм япраҡлы урман район территоряһының 23,3 процентын биләй.
Файҙалы ҡаҙылмалары — нефть (Игровка, Вояҙы, Сытырман, Байсар, Львовка ятҡылыҡтары), кирбес сеймалы (Беүә, Яңауыл ятҡылыҡтары), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Атлығас ятҡылығы). Районда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы йүнәлешендә үҫә. Нефть ятҡылыҡтары «Краснохолмскнефть» НГДУ-һы тарафынан эшкәртелде. Төҙөлөш материалдары етештереү һәм ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү предпрятиелары Яңауылда тупланған. Ауыл хужалағының төп тармаҡтары: игенселек, картуф һәм йәшелсә үҫтереү, һөт һәм ит өсөн һыйыр малы үрсетеү, сусҡасылыҡ. Умартасылыҡ үҫешкән. Район биләмәһен Ҡазан—Екатеринбург тимер юлы һәм Өфө—Яңауыл автомобиль юлы киҫеп үтә, Ҡарман ГРЭС-ы урынлашҡан. Район ауылдарында 66 дөйөм белем биреү мәктәбе (1994/95 уҡыу йылы 3828 уҡыусы), шул иҫәптән 18 урта; 3 ауыл участка дауаханаһы, 34 дөйөм китапхана, 72-се һөнәрселек училищеһы һәм клуб учреждениеһы эшләй. Урыҫ телендә «Янаульские зори», айға бер тапҡыр уның башҡорт телендәге ҡушымтаһы «Йыйын» (2016 йылдың 1 июленә тиклем сыҡты) һәм татар телендә «Яңауыл таңнары» гәзиттәре сыға.