Бөрйән районындағы ауыл, Башҡортостан From Wikipedia, the free encyclopedia
Яуымбай (рус. Яумбаево) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл. Байназар ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 436 кеше булған[1]. Почта индексы — 453591, ОКАТО коды — 80219810005.
Ауыл | |
Яуымбай Яуымбай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ауылда биш һатыу нөктәһе, икмәк бешереү цехы, мәҙәниәт йорто, китапхана, фельдшерлыҡ пункты бар. Һуңғыһы 1969 йылда асыла, беренсе мөдире- Салауат медицина училищеһын тамамлаған йәш белгес Ғүмәрова Гөлсирә Арыҫланбәк ҡыҙы.
Яуымбай урта мәктәбе (9 йыллыҡ) һәм балалар баҡсаһы эшләй.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1859 йыл | 160 | ||||
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 345 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | 443 | ||||
2009 йыл 1 ғинуар | 496 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 436 | 226 | 210 | 51,8 | 48,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Яуымбай ауылының атамаһы Яуымбай Ҡошйетәров (Ҡужъетәров) исеме менән бәйле. Яуымбай ҡарт был ауылға нигеҙҙе яҡынса 1800—1815 йылдар араһында һалған булырға тейеш, тип фаразлана. Уның улы Шәһивәли, ҡустылары Үҙәнбай, Мөхәмәтәмин 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашалар. 1859 йылда бында 27 йортта 160 кеше йәшәгән. 1920 йылда 72 йортта 345 кеше йәшәгән. Был ерҙәрҙә йылҡы көтөүлектәре өсөн уңайлы була.[2],[3],[4]
Яуымбай ауылы (АБЛАСКИН)
«Уның (Яуымбайҙың. — Ф. Н.) күп кенә һауын һыйыры, бер көтөү һарығы булған, ә инде йылҡы малының һаны булмаған. Ауылдың көнсығышында ҙур ғына „Баҙ яланы“ тигән урын бар. Ана шул яландың ситенән ситенә уратып алынған кәртәлә Яуымбайҙың йылҡылары тулып йөрөгән. Иртәнсәк тороп ҡарағанда, шул кәртәһе тулы булһа, малын теүәлгә иҫәпләгән.
Яҙ етеп, үлән ҡалҡыуға Яуымбай йәйләүгә сығыр булған. Уның йәйләүе ауылдан 15 саҡрым алыҫлыҡта, Үҙән йылғаһы буйында булған, йәйләүгә күскән ваҡытта ул шәп атҡа атланып, алдан төшөп барыр булған, йылҡылары артынан эйәргән. Үҙе бер өс саҡрым китеп, Әсеү исемле яланға еткәндә, йылҡы малдарының икенсе осо әле ауылда булған, ти. Бына шундай бай булған ул ҡарт. Шул кешенең исеменән ауыл да Яуымбай булып киткән.
Йәйләүгә күскәнендә Яуымбай үҙе сығарған көйҙө ҡурайҙа уйнар булған. Ул көйҙө әле лә „Яуымбай көйө“ тип йөрөтәләр. Хәҙер инде ул көй онотолоп та бара. Атаҡлы ҡурайсы Мөхәмәҙиә Сәлихов ҡарт ҡына уны уйнай».[6]
Ауыл халҡы ҡыпсаҡ һәм түңгәүер ҡәбиләләренә ҡарай. Урман-ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуына ҡарайҙар.
1934 йылдарҙа ауылдың 2 бүлмәле мәсетен мәктәп итеп үҙгәртәләр. Иң беренсе уҡытыусы Ғәббәсов Нәғим була.
Һуғыш осоронда, 1941—1946 йылдарҙа Иҫәнғәлин Шәриф уҡыта. Ул сығышы менән Байназар ауылынан була. Шәриф Иҫәнғәлин иң беренсе булып һалдат ҡатындарына яҙырға өйрәтә.
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа (1947—1949) ауылға килен булып төшкән Исмәғилева Ғәрибә белем бирә.
1950—1951 йылдарҙа Шәрипова Нурия уҡыта.
1952—1953 йылдарҙа Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан килгән Абдуллина Асия уҡыта.
1954—1956 йылдарҙа Биҡҡолова Ҡәмәриә уҡыта. Ул үҙе Баймаҡ районында үҫкән.
1957 йылда ауылға Аллабирҙин Абдулхаҡ уҡытыусы булып килә. Ул хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләй.
1964 йылда Хисамитдинова Бикә уҡытыусы булып эшләй. 1967 йылдан Бәшәрова Тәнзилә эшкә килә.
1967—1969 йылдар араһында Шәмсетдинова Флүрә тигән уҡытыусы ла эшләй.
1969 йылда киң бүлмәләре булған яңы мәктәп төҙөлөп сафҡа индерелә.
Был мәктәптә Аллабирҙин Абдулхаҡ менән бер рәттән 1969 йылдарҙан Сыңғыҙова Маһинур, Сураҡова Ғәлиә, Шәмиғолова Зәкиә Мөҙәрис ҡыҙы, Абдуллина Гүзәл Рәхимйән ҡыҙы эшләйҙәр.
1979 йылдан алып Мәсәғутова Айһылыу, 1987 йылдан Назарова Хәлиҙә Мазһар ҡыҙы уҡыта. 1990 йылдан Айгөл Ғәлимйән ҡыҙы Сәлихова уҡыта.
1992 йылдың 18 декаберендә тулы булмаған мәктәп асыла. Уның директоры Муллағолов Марат Ғизетдин улы була.
1993 йылдың 1 сентябренән мәктәп урта мәктәп итеп үҙгәртелә.
1998 йылдың март айынан мәктәптең директоры итеп Яҡшыбаева Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы тәғәйенләнә.
2001—2002 йылдарҙа Теләүбаев Рөстәм Сафа улы, унан һуң 2006 йылға тиклем Ғәбитов Ибраһим Рауил улы эшләй.
2006—2014 йылдарҙа мәктәп менән Исмәғилева Флүзә Ишбулды ҡыҙы етәкселек итә.
2014 йылдың сентябрь айынан мәктәп етәксеһе — Мөхәмәтйәнов Мәүлит Рысйән улы.[7]
Булған урам исемдәрен[9].
Был мәғлүмәт ауыл кешеләренән һорап яҙылды[10].
Беренсе вариант. Ауылда элек бик матур Шәрифә исемле ҡыҙ йәшәгән. Уны ата- әсәһе көсләп үҙе яратмаған кешегә кейәүгә бирер булғас, өйөнән ҡасып китә. Тауҙа йәшенеп йәшәй. Шунан бирле был тау ҡыҙҙың исемен йөрөтә.
Икенсе вариант. Элек ауылда Шәрифә исемле ҡатын йәшәгән. Төндә уны ендәр осороп алып китә. Ләкин уның балаһы бар икәнлеген белгәс, уны кире осороп бер тауға ташлап китәләр. Ауыл халҡы ҡатындың юғалғанын белгәс, эҙләргә сығалар. Оҙаҡ эҙләй торғас ошо тауҙа табалар. Шунан бирле тау Шәрифә исемен йөрөтә.
№ тәртип буйынса | Яуымбай ауылынан. Фамилияһы, исеме атаһының исеме | Тыуған йылы | һуғышҡа киткән йылы | Вафат булған йылы | |
1 | Аҫылбаев Юныс Баһауитдин улы | 1908 | 1941 | 1980 | |
2 | Аҫылбаев Бахтийәр Мөхәмәтсәлим улы | 1906 | 1941 | 1944 | |
3 | Аҫылбаев Фитрат Мөхәмәтсәлих улы | 1908 | 1941 | 1974 | |
4 | Аҫылбаев Зөлфәр Зиннәт улы | 1914 | 1941 | 1941 | |
5 | Аҫылбаев Мөҙәрис Шәриф улы | 1906 | 1941 | ||
6 | Аҫылбаев Хәләф Шәйәхмәт улы | 1908 | 1941 | 1943 | |
7 | Аҫылбаев Ильяс Шәйәхмәт улы | 1922 | 1941 | 1989 | |
8 | Аҫылбаев Шаһыбал Шәйәхмәт улы | 1924 | 1942 | 1943 | |
9 | Аҫылбаев Ғариф Шәрәфетдин улы | 1897 | 1942 | 1946 | |
10 | Аллабирҙин Абдулхак Мөхәмәтйән улы | 1916 | 1942 | 1994 | |
11 | Бәшәрев Әҙеһәм Ғәзизйән улы | 1910 | 1941 | 1997 | |
12 | Вәлитов Нуриман Хәфиз улы | 1898 | 1942 | 1942 | |
13 | Вәлитов Янсаф Сәйәх улы | 1905 | 1941 | 1943 | |
14 | Вәлитов Хәсән Сәфәр улы | 1926 | 1944 | 1980 | |
15 | Ғәбитов Нуриман Ғәбит улы | 1916 | 1941 | 1941 | |
16 | Исмәғилов Хайрулла Хәжиәхмәт улы | 1906 | 1941 | 1943 | |
17 | Исмәғилов Лофулла Хәжиәхмәт улы | 1902 | 1941 | 1945 | |
18 | Исмәғилов Вәлиулла Хәжиәхмәт улы | 1909 | 1941 | 1943 | |
19 | Исмәғилов Ғәлимйән Хаммат улы | 1922 | 1941 | 1942 | |
20 | Исмәғилов Хәкимйән Хаммат улы | 1926 | 1970 | ||
21 | Исмәғилов Шәйхетдин Низаметдин улы | 1902 | 1941 | 1943 | |
22 | Исмәғилов Муллағәләм Низаметдин улы | 1902 | 1941 | 1976 | |
23 | Исмәғилов Шәйхәләм Низаметдин улы | 1918 | 1941 | 1980 | |
24 | Исмәғилов һиҙиәт Ғиниәт улы | 1915 | 1941 | 1983 | |
25 | Карағолов Вилдан Фәхрислам | 1908 | 1941 | 1943 | |
26 | Ҡарасурин Сәләхетдин Сәйфетдин улы | 1904 | 1941 | 1942 | |
27 | Карасурин Ғилметдин Сәйфетдин улы | 1908 | 1942 | 1993 | |
28 | Карасурин Ғилфан Ямалетдин улы | 1922 | 1941 | 1952 | |
29 | Кинйәкәев Йәмилха Мөхәмәҙей улы | 1919 | 1939 | 2007 | |
30 | Кинйәкәев Нурислам Лоҡман улы | 1923 | 1942 | 2000 | |
31 | Кирамов Исрафил Әхмәҙинур улы | 1926 | 1944 | 1956 | |
32 | Маликов Әхтәм Миһран улы | 1908 | 1941 | 1943 | |
33 | Маликов Фәруҡ Ғүмәр улы | 1923 | 1942 | 1990 | |
34 | Мырҙағолов Шәһит һиҙиәт улы | 1915 | 1941 | 1996 | |
35 | Мырҙағолов Мотаһар һиҙиәт улы | 1919 | 1941 | 2007 | |
36 | Мәсәғүтов Исмәғил Исхак улы | 1915 | 1941 | 1969 | |
37 | Назаров Котлоғәлләм Йыһанур улы | 1908 | 1941 | 1990 | |
38 | Назаров Сәлмән Йыһанур улы | 1902 | 1941 | 1943 | |
39 | Назаров Абуталип Хәлил улы | 1901 | 1941 | 1943 | |
40 | Нафиҡов Әхмәт Абдулла улы | 1916 | 1941 | 1942 | |
41 | Рәхмәтуллин Хөбөтдин Заһит улы | 1909 | 1942 | 1977 | |
42 | Сәлихов Йыһангир Кираметдин улы | 1902 | 1941 | 1987 | |
43 | Сәлихов Юныс Билал улы | 1910 | 1941 | 1942 | |
44 | Сәлихов Ғариф Минһаж улы | 1919 | 1941 | 1976 | |
45 | Сафин Баязит Ғиниәт улы | 1924 | 1942 | 1944 | |
46 | Сафин Ишбулды Сафиулла улы | 1924 | 1942 | 1943 | |
47 | Ураҙғолов Хәбир Фәтих улы | 1908 | 1941 | 1977 | |
48 | Ураҙғолов Мөхәмәтхужа Латиф улы | 1909 | 1941 | 1962 | |
49 | Ураҙғолов Ғәлимйән Латиф улы | 1915 | 1941 | 1943 | |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.