From Wikipedia, the free encyclopedia
Яппаров Карам Хәлиулла улы (24 декабрь 1924 йыл — 4 июнь 2016 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Свердловск өлкәһе Качканар ҡалаһындағы тау-байыҡтырыу комбинаты агломератчигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Яппаров Карам Хәлиулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 24 декабрь 1924 |
Тыуған урыны | Елдәр, Зильдяровская волость[d], Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | май 2016 (91 йәш) |
Вафат булған урыны | Качканар, Свердловск өлкәһе, Рәсәй |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Карам Хәлиулла улы Яппаров 1924 йылда Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Миәкә районы) Елдәр ауылында тыуа.
Тулы булмаған урта белемгә эйә.
1942 йылдың декабрендә, Карамға 17 йәш тулғас, хәрби комиссариатҡа килә һәм фронтҡа алыуҙарын һорай. Расчет командиры була. Батырлығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнә.
Качканар ҡалаһына Карам Хәлиулла улы партияның Ҡуҫа ҡала комитеты йүнәлтмәһе буйынса 1964 йылда килә.
Комбинаты эшселәренең хеҙмәт шарттарын еңеләйтеү өсөн күп эшләй[1].
СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 30 мартындағы Указы менән Карам Хәлиулла улы Яппаровҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
Хаҡлы йылға сыҡҡандан һуң Качканар ҡалаһында йәшәй. 2016 йылдың 4 июнендә вафат була[2]. Качканар ҡала округының Валериановск ҡасабаһы зыяратында ерләнә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.