Янцзы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Янцзы́[1] (традицион ҡытай 長江 ябайлаштырған 长江 романлаштырыу Cháng Jiāng ҡытай теленең рус теленә транскрипцияһы Чанцзян, listen (мәғл.) — «Оҙон йылға» түбәнге ағымында[2] Listen (мәғл.)) — Евразияның иң оҙон һәм күп һыулы, тулы һыулылығы буйынса донъяла өсөнсө һәм оҙонлоғо буйынса дүртенсе урынды биләй. Ҡытай биләмәһе буйлап аға. Оҙонлоғо 6300 км, бассейны майҙаны — 1 808 500 км²[3][4]. Ҡөнсығыш Ҡытай диңгеҙенә ҡоя[4][5]. Янцзы бассейны Ҡытай территорияһының яҡынса бишенсе өлөшөн биләй, йылға буйында илдең бөтә халҡының өстән бер өлөшө йәшәй[6]. Хуанхэ менән бер рәттән, Янцзы Ҡытай тарихында, мәҙәниәтендә һәм иҡтисадында мөһим йылға иҫәпләнә. Үҫешкән Дельта Янцзы төбәге Ҡытайҙың 20 % тиклем эске тулайым продуктын етештерә. Янцзы йылғаһындағы «Өс тарлауыҡ» ГЭС-ы донъяла иң ҙур гидроэлектростанция булып һанала[7][8]. Йылға Ҡытайҙың Көньяғы һәм Төньяғы араһында физик һәм мәҙәни бүлем һыҙығы булып тора.
Янцзы | |
---|---|
ҡыт. 长江 | |
Нанкин янындағы йылға буйҙарында | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 6300 км |
Бассейн | 1 808 500 км² |
Һыу сығымы | 31 900 м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Урынлашыуы | Тибет |
· Координаталар | 33°26′39″ с. ш. 90°56′10″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 31°23′37″ с. ш. 121°58′59″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе |
Ил | Ҡытай |
— инеше, — тамағы | |
Янцзы Викимилектә |
Янцзы йылғаһы күп һанлы экосистемалар аша аға һәм үҙе бер нисә эндемик һәм юҡҡа сығыусы төрҙәрҙең, шул иҫәптән (хәҙер бөтөп барыусы) ҡытай йылға дельфинының, ҡытай аллигаторҙарының һәм корея мәрсененең йәшәү мөхите булып тора. Йылғаның ҡайһы бер участкалары әлеге ваҡытта ҡурсаулыҡ булараҡ һаҡлана. Юньнань провинцияһының көнбайышында тарлауыҡтар аша аҡҡан Янцзы участкаһы «Өс параллель йылға» милли паркының өлөшө булып тора, ул ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә ингән.
Янцзы йылғаһында ике юҡҡа сығып барыусы төр йәшәй: ҡытай аллигаторы һәм ҡытай елпек балығы (веслонос) (2020 йылда юҡҡа сығыусы тип). Янцзы дельтаһы — аллигаторҙарҙың АҠШ-тан ситтә берҙән-бер йәшәү урыны.
Ҡытай халҡы Янцзыны, Хуанхэ кеүек үк, «әсә-йылға» тип атайҙар(ҡыт. ябайл. 母亲河, пиньин: mǔqīnhé). Ҡытай теленә шулай уҡ «Янцзының артҡы тулҡыны алғы тулҡынды этәрә» тигән әйтеме ингән(ҡыт. ябайл. 长江后浪推前浪, пиньин: Cháng Jiāng hòulàng tuī qiánlàng), ул образлы рәүештә иҫкенең яңы менән алмашыныуы ваҡытында кешенең йәки объекттың даими үҙгәреүен аңлата[9].