ЮХЛ беренселеге 2017/2018 йылдар миҙгелендә
From Wikipedia, the free encyclopedia
ЮХЛ беренселеге 2017/2018 йылдар миҙгелендә — Юғары хоккей лигаһы беренселегенең өсөнсө миҙгеле. Элек ул «Рәсәй хоккей лигаһы» исеме аҫтында үткәрелә. Даими чемпионат, 2017 йылдың 15 сентябрендә «Мордовия» һәм «Ростов» хоккей клубтары командалары араһында уйын менән башланып, 2018 йылдың 18 апрелендә Федерация кубогы өсөн финал уйындары менән тамамлана. Миҙгелдә 9 команда ҡатнаша.
Башы | 15 сентябрь 2017 |
---|---|
Аҙағы | 18 апрель 2018 |
Даими чемпионат | |
Уйындар һаны | 216 |
Асыш кубогы | ![]() |
Чемпионат еңеүсеһе | ![]() |
Бомбардир | Алексей Ефимов (46) |
Иң мәргән хоккейсы | Владислав Туник (21) |
Плей-офф | |
Федерация кубогы еңеүсе | ![]() |
Финалист | ![]() |
Серияла иҫәп | 4 : 0 |
ЮХЛ миҙгелдәре | |
←2016/17 | 2018/19→ |
Лига составын Ҡурғандан «Юниор» тулыландыра, Һарытауҙан «Кристалл-Юниор» урынын шул уҡ ҡаланан «Кристалл» алмаштыра, Смоленскиҙан «Славутич» финанс мәсьәләре арҡаһында лига составынан сыға, ә ЦСК ВВС Юғары хоккей лигаһы чемпионатына күсә[1].
«Ростов» хоккей клубы өсөнсө тапҡыр ЮХЛ беренселегенең даими миҙгелен беренсе урында тамамлай. Туғыҙ команда араһынан бер «Юниор-Спутник» ҡына плей-оффҡа эләкмәй ҡала. Федерация кубогын һуңғы өс йылда икенсе тапҡыр «Тамбов» хоккей клубы еңә. «Чебоксар» үҙ тарихында тәү тапҡыр финалға сыға.