Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы (РККА) — РСФСР-ҙың 1918—1922 йылдарҙағы хәрби формированиеһы (ҡораллы көстәр, һуңғараҡ ҡоро ер ғәскәрҙәре) һәм СССР-ҙың 1922—1946 йылдарҙағы ҡоро ер ҡораллы көстәре[3] (1946 йылдан — Совет Армияһы).
Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы (РККА) Совет Рәсәйе, Совет Социалистик Республикалар Союзы | |
| |
Ғәмәлдә булған йылдары |
15 (28) ғинуар 1918 — |
---|---|
Ил | |
Бойһонған |
Хәрби эштәр буйынса Комиссариат янындағы Махсус Бөтә Рәсәй коллегияһы, Халыҡ комиссарҙары Советы, Оборона һәм Хеҙмәт Советы, СССР, СССР-ҙың Юғары Советы, СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы |
Составында |
РСФСР-ҙың Ҡораллы Көстәре (1918—1922); |
Тип |
Ҡораллы көстәрҙең өлөшө |
Функция |
Совет власының хәҙерге көнөдәге таянысы, иң яҡын көндәрҙә даими армияны бөтә халыҡ ҡораллыныуы менән алмаштырыу өсөн фундамент һәм Европалағы социалистик революция өсөн терәк буласаҡ[1] |
Численность |
берләшмә |
Дислокация |
РСФСР, СССР |
Девиз |
«Беҙҙең Совет Ватаныбыҙ өсөн!»[2] |
Командирҙары | |
Билдәле командирҙары |
Будённый Семён Михайлович, Ворошилов Климент Ефремович, Фрунзе Михаил Васильевич, Блюхер, Василий Константинович, Котовский, Григорий Иванович, Жуков Георгий Константинович, Рокоссовский Константин Константинович, Сталин Иосиф Виссарионович, Троцкий Лев Давидович. |
- | |
Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы Викимилектә | |
Шаблон: просмотр • обсуждение • править |
Ҡулланылған синонимдар: Ҡыҙыл Армия — Ҡораллы Көстәрҙең рәсми атамаһы: Ҡоро ер ғәскәрҙәре һәм Хәрби-һауа флоты, РККА МС-ның, СССР НКВД-ның ғәскәрҙәре (сик буйы ғәскәрҙәре, республиканың эске һағы ғәскәрҙәре һәм Дәүләт конвой һағы) 1918 йылдың 10 (23) февраленән 1946 йылдың 25 февраленә тиклем РСФСР/СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре.
РККА-ның тыуған көнө 1918 йылдың 23 феврале тип һанала (ҡарағыҙ, Ватанды һаҡлаусылар көнө). Нәҡ ошо көндә РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының (СНК) «Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы тураһында» исемле декретына ярашлы төҙөлгән РККА-ның доброволецтар отрядтарына массауи яҙылыуы башланған[1], 1918 йылдың 15 (28) ғинуарында ҡул ҡуйылған[4].