Эткүл (күл)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Эткүл күле — Силәбе өлкәһенең Этҡол районындағы шул уҡ исемле ауылдың эргәһендәге күл. Өҫкө майҙаны — 4,6 км², уртаса тәрәнлеге — 2,2 м, максималь тәрәнлеге — 3,4 метр.
Фараздарҙың береһе буйынса күлдең исеме башҡорт телендәге эт — «собака» һәм күл — «озеро» һүҙҙәренән килеп сыҡҡан, йәғни «эт күле». Шулай уҡ атаманың нигеҙендә башҡорттарҙа[2] билдәле булған шәхси төрки ир-ат исеме Иткол (Этҡол) ятыуы мөмкин.
Эткүл күле 1742 йылда уҡ картаға төшөрөлгән булған. Күлдең һыҙаттары хәҙерге ваҡыттағы күлдекенә яҡын.
Ҡасандыр был күлгә Севастьянка йылғаһы ҡоя. Хәҙер ул ябылған, йылға һайыҡҡан һәм аҡмай. Әммә Эткүлдән көнбайыштағы — Геранькино, Моховое, Ершово, Шахматово һаҙлыҡтары ҡасандыр үҙ-ара тоташҡан һәм артыҡ һыуҙарын Севастьянка аша Эткүлгә ташлап торған булыуы мөмкин.
Күлдән Печенкино ауылы яғына ҡылымыҡ ағып сыға, ул Хохловатое күленә ҡоя.
Күлдә табан балыҡ һәм майма бар. Йыш ҡына ротан осрай.
Күлдә ҡамыш, күрән, һыу үләне, мөгөҙьяпраҡ, хара һымаҡтар (йәшел ылымыҡтар төркөмө) һәм башҡа ылымыҡтар үҫә.
Көнбайыш һәм төньяҡ яры буйлап Этҡол ауылы урынлашҡан. Көнсығыш ярында реликт ҡарағай урманы бар.
Күл төбөндә сапропель табылған — 14,3 млн куб.м.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.