сәнғәт тураһындағы философик тәғлимәт From Wikipedia, the free encyclopedia
Эстетика (нем. Ästhetik, бор. грек. αἴσθησι — «тойғо, хисләнеү» тигәндән) — нәфис ижадта, тәбиғәттә һәм тормошта матурлыҡтың асылы һәм формалары, ижтимағи аңдың айырым формаһы булараҡ сәнғәт тураһындағы философик тәғлимәт[1].
Эстетика | |
Һештег | aesthetics |
---|---|
Эстетика Викимилектә |
Эстетика предметын Кроче кеүек аңлаған А. Ф. Лосевҡа ярашлы, ысынбарлыҡтың ҡайһы өлкәһенән булыуына ҡарамаҫтан, йәмле, тасуири форма эстетика предметы булып тора[2][3].
Эстетика (бор. грек. αίσθάνομαι — тойоу тигәндән; αίσθητικός — тойғолар аша ҡабул ителеүсән) — кешенең ысынбарлыҡҡа ижади мөнәсәбәте, уны өйрәнеүҙең үҙенсәлекле тәжрибәһе тураһындағы фән, ошо тәжрибә һөҙөмтәһендә кеше тоя, хис итә, рухи-хисле эйфория, һоҡланыу, сикһеҙ ҡыуаныу, кинәнеү, сафланыу, экстазланыу хәлдәрендә берҙәм рухи-матди нигеҙле Универсумға органик ҡушылғанлығын, ә анығыраҡ итеп әйткәндә, уның рухи Тәүсәбәбе — Алла менән бер булыуын тоя, кисерә. «Эстетика» термины хәҙерге фәнни әҙәбиәттә һәм көндәлек телмәрҙә башҡа мәғәнәлә лә — мәҙәниәттең эстетик яғын һәм уның эстетик өлөштәрен билдәләү өсөн дә — ҡулланыла. Тәртип, эшмәкәрлек, спорт, йола, риутал, берәй объекттың эстетикаһы тураһында һөйләгәндә нәҡ шул яғы күҙҙә тотола. Эстетиканың төп категориялары: эстетиклыҡ, гүзәллек, юғарылыҡ, трагиклыҡ, комиклыҡ, шөкәтһеҙлек, сәнғәт[4].
«Эстетика» хислелек, тойғоланыу һүҙенән, ә уныһы αἰσθάνομαι («мин тоям, хис итәм, һиҙәм») тигәндән килеп сыҡҡан[5]. «Эстетика» термины 1735 йылда немец философы Александр Баумгартен тарафынан «Mediationes philosophicae de nonnullis ad poema pertinentibus» тигән диссертацияһында файҙаланыла һәм артабан ҡулланыуға инә[6]. Уның "Эстетика"ла (1750) һуңыраҡ биргән билдәләмәһе хәҙерге эстетикаға ҡағылышлы билдәләмә тип һанала[7].
Хәҙерге заманда биш пар эстетик категория бар[8][9]:
Героиклыҡ категорияһы бәхәсле. Бер ҡараш буйынса, ул ижтимағи тормрошта юғарылыҡтың проекцияһы булып тора[11], икенсе ҡарашҡа ярашлы — трагиклыҡтың проекцияһы, ә ул үҙ сиратында юғарылыҡтың сағылышы булып тора. Шуның кеүек үк, шөкәтһеҙлек тә түбәнлеккә һәм комиклыҡҡа тап килергә мөмкин (Аристотель билдәләмәһе: «көлкөлө ул шөкәтһеҙҙе әләкләү»), әммә юғары һәм гүзәл бер-береһе менән ҡатнаштырылмай.
Эстетика тураһында яҙған авторҙарҙың философик һәм методологик йүнәлешенә бәйле, эстетика
Субъект-объект мөнәсәбәттәре характерына бәйле түбәндәгеләргә айырыла (В. В. Бычков):
Эстетиканың тарихын ғәҙәттә антиклыҡ дәүеренән башлайҙар. Пифагорсылар уҡ матурлыҡ кеүек фундаменталь эстетик категорияның тәбиғәте менән ҡыҙыҡһына. Матурлыҡты улар гармонияға һәм һандар пропорцияһы менән тиң кимәлгә ҡуя. Эстетик рефлексияның айырым фрагменттары башҡа грек философтарында ла, мәҫәлән, Демокритта ла табыла. Ул сәнғәткә оҡшатыу, эйәреү хас булыуын билдәләй. Софистар (Горгий) гүзәллек категорияһының сағыштырма булыуын һыҙыҡ аҫтына ала[12]. Эстетикаға Платон ҙур өлөш индерә, ул был философик жанрға махсус әҫәрҙәрен бағышлай, мәҫәлән, «Гиппий ҙурыраҡ» тигән диалогында «нимә ул гүзәллек?» тигән һорауҙы тәүләп ҡуя. «Мәжлес» тигән диалогында гүзәллек Эрос объекты, көҫәү әйбере тип ҡарала. «Ион» тигән диалогында сәнғәт нигеҙе булған илһамдың тылсымлы, иррациональ төҫө билдәләнә, ә "Дәүләт"тә сәнғәт нигеҙе итеп мимесис атала.
Антик эстетиканың икенсе бер оло вәкиле — Аристотель, «Поэтика» тактатының авторы. Элгәрҙәренең фекерҙәрен йомғаҡлап, ул гүзәллекте аңлауҙың һәм был аңлау һөҙөмтәһе булып торған сафланыуҙың (катарсис) мөһимлеген билдәләй[13].
Эстетик теманы эллин философтары ла күтәрә. Клеанф — «Гүзәл предметтар тураһында», Хрисипп «Гүзәллек һәм кинәнес тураһында» трактат яҙа. Цицерон камиллыҡҡа яҡынлашыу аша сәнғәттең мәғәнәһе тип «декорация» (лат. decorum) идеяһын алға һөрә. Ул матурлыҡтың күп төрлө булыуын да аса: ир-ат матурлығына (үҙеңде дәрәжәле тотоу матурлығы) ул ҡатын-ҡыҙ матурлығын (нәфислек матурлығы) ҡаршы ҡуя. Витрувий ярашлылыҡты һәм маҡсатҡа яраҡлылыҡты матурлыҡтың төп өлөштәре тип күрә.
Урта быуаттарҙа эстетика проблемалары өҫтөндә Августин баш вата, ул гүзәллекте маҡсатҡа яраҡлылыҡҡа ҡаршы ҡуя. Исидор Севильский матурлыҡты өс төргә бүлә: мөһабәт күркәмлек (decorum), тышҡы матурлыҡ (speciosus) һәм эске матурлыҡ (formosus). Беренсеһе — хәрәкәттә (грация), икенсеһе — ҡиәфәте менән, өсөнсөһө асылы менән матур. Дионисий Ареопагит матурлыҡтың тәбиғәтен яҡтылыҡ менән бәйләргә тырыша, сөнки матурлыҡ ялтырлыҡ һәм сағыулыҡ менән иғтибарҙы тарта. Сәнғәтте оҡшатыу/эйәреү тип аңлауҙан балҡыу, яҡтырыу тип аңлауға күселә. Византия эстетикаһында образдың күсермәһе түгел, ә юғары донъя символы булараҡ үҙе тураһында мәсьәлә ҡуйыла[14]. Фома Аквинский матурлыҡтың өс яғына иғтибарҙы йүнәлтә: бөтөнлөк (integritas), үлсәмдәрҙең ярашлы булыуы (consonantia) һәм тәбиғилек (claritas).
Яңырыу осоронда эстетика гуманистик тәрбиә элементы итеп ҡарала башлай (Витторино да Фельтре). Сама белгәндә сәнғәт кинәнес (Козимо Раймонди, Лоренцо Валла, Марсилио Фичино), ял бирә, зауыҡты һәм хис-тойғоларҙы тәрбиәләй. Ошоға бәйле неоэпикурсылар менән неостоиктар араһында полемика тыуа. Сәнғәттә нимә күберәк: кинәнесме әллә нәсихәтме, тигән һорауға яуап эҙләй улар. Николай Кузанский, урта быуаттар традицияһын дауам итеп, гүзәллек тураһында фекер йөрөткәндә зауыҡтың субъективлығын билдәләй. Донъя матур, ә матурлыҡты күрә белмәү — ғәриплек. Леон Альберти "биҙәк"тең (ornamentum) матурлыҡты арттырыу һәләтен күрә. Леонардо да Винчи матурлыҡ төшөнсәһен визуаль ҡабул итеү тасуирламаһына тиклем тарайта, әммә тышҡы матурлыҡтан башҡа эске матурлыҡты ла (маҡсатҡа яраҡлылыҡ) юғары баһалай.
Инглиз философы Шефтсбери матурлыҡ баҫҡыстары тураһында фекер йөрөтә, унда үле формалар матурлығы ла, сәнғәт матурлығы ла инә. Матурлыҡ тәбиғәттә тамырлана һәм сәләмәтлек, гармония менән бәйле була. Шефтсбери өсөн матурлыҡтың изге күңеллелектән айырылғыһыҙ булыуы бәхәсһеҙ. Шефтсбериҙың эйәрсәне Хатчесон раҫлауынса, матурлыҡты ҡабул итеү нигеҙендә аҡыл иҫәбе түгел, ә хис-тойғо ята. Ул беренсе булып матурлыҡтың эскерһеҙлегенә, иҫәпселлектән алыҫ тороуына иғтибар йүнәлтә. Йәнә кешеләрҙең күпселегенә объектив рәүештә оҡшаған нәмәләр ысын мәғәнәһендә матур була. Йәнә Хатчесон шуны билдәләй: сәнғәттә имитация төп нөсхәнән матурыраҡ булырға мөмкин. Эдмунд Бёрк юғарылыҡ төшөнсәһен үҫтерә. Гүзәллек оҡшай һәм рәхәтлек бирә, ә юғарылыҡ оҡшай, әммә ҡурҡыуға ла һала. Гүзәллекте һәм юғарылыҡты ҡапма-ҡаршы ҡуйып, Бёрк Кант эстетикаһының элгәре булып тора. Дэвид Юм беренсе булып эстетик зауыҡ проблемаһын күтәрә.
Мәғрифәтселек дәүерендәге француз эстетикаһы (Жан Батист Дюбо, Гельвеций) матурлыҡ менән хистәрҙең тығыҙ бәйләнешенә баҫым яһай. Сәнғәт күркәмлек хасил итеү һәм кешегә көндәлек тормошонда етешмәгән аһәңде биреү сараһы итеп ҡарала. Вольтер гүзәллек идеяһының сағыштырмалығын таный, әммә уны ҙур көскә эйә тәрбиә сараһы итеп тә күрә. Ул шулай уҡ нәзәкәтлелекте (ҡупшылыҡты) һомғоллоҡтан, зифалыҡтан айырып ҡарай; эстетик зауыҡ менән даһилыҡ нисбәте тураһында уйлана. Дидро матурлыҡ идеалы мәсьәләһен ҡуҙғата, шуның менән сәнғәттең ябай оҡшатыу, эйәреү булыуын инҡар итә.
Термин булараҡ эстетика 1754 йылда Баумгартен тарафынан хис-тойғолар өлкәһен тикшергәндә индерелә. Тәүҙә «эстетика» төшөнсәһе хис-тойғо аша танып белеүҙе (сәнғәт аша, кеше эмоциялары аша; сәнғәт әҫәрҙәрен генә түгел, тәбиғәтте лә, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе лә солғай) күҙҙә тота. Винкельман антик мәҙәниәт өлгөһөндә сәнғәттең цикллы үҫеше һәм был үҫеш юлында боронғо, юғары, гүзәл һәм оҡшатыу баҫҡыстарын үтеүе тураһындағы тәғлимәтте индерә.
Кант эстетиканың фәнгә әүерелә алмауын нигеҙләй. Эстетик һығымталарҙың (зауыҡтың) танып белеү (һәм ҡулланма) әһәмиәте юҡ, улар бары тик субъекттың объектҡа мөнәсәбәтен генә белдерә. Бёрк кеүек үк, Кант та ике төп эстетик категорияны — гүзәллекте һәм юғарылыҡты бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуя, әммә һуңғыһында математик (йондоҙло күк) һәм динамик юғарылыҡты (шаулаған диңгеҙ) айырып ҡарай. Немец романтизмында (Шлегель) ижадтың тәүшарты тип ирония ҡарала. Ирония тәнҡитле ҡарашты, материал менән эш итеүҙә еңеллекте һәм абруйҙарҙан азат булыуҙы аңлата. Шиллерҙа ирония маҡсатһыҙ уйынға әйләнә. Ошоға бәйле беренсе урынға һомғоллоҡ категорияһы — «хәрәкәттә матурлыҡ» — сыға. Шиллер наян (ябай) һәм сентименталь (нескә) сәнғәтте бер-береһенә ҡаршы ҡуя. Гёте мимезис идеяһын үҫтерә. Зольгер беренсе булып дүрт эстетик категорияны айыра: гүзәллек, юғарылыҡ, комиклыҡ һәм трагиклыҡ. Нәҡ Зольгер фантазияны сәнғәтте алға этәргән көс тип атай.
Гегель эстетиканы сәнғәт философияһына әүерелдерә, уны дин һәм философия менән бергә Абсолют Рухтың өс баҫҡысының береһе тип атай.
Хәҙерге эстетика бер нисә йүнәлештән тора. Феноменологик эстетика (Р. Ингарден) киң таралыу тапҡан[15]. Эстетик проблематика марксизм, психоанализ, экзистенциализм[16] һәм структурализм сиктәрендә үҫә. Марксизм сәнғәттең бөтәһенән элек идеялылыҡты һәм социаль ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы сағылдыра алыу һәләтен баһалай. Психоанализ ижадты иғтибар үҙәгенә ала. Структурализмға һәм постструктурализмға (Р. Барт) әҙәби әҫәргә семиотик ҡараш хас.
Хәҙерге эстетика, айырыуса йәш быуындар өсөн, сәнғәттә ябайлыҡты һәм матурлыҡты аңлау кимәленә тиклем тарайтылған.
Философик эстетика сәнғәт тураһында һөйләп һәм сәнғәт әҫәрҙәре тураһында фекер йөрөтөп кенә ҡалмай, сәнғәттең үҙенә лә билдәләмә бирә. Философия өсөн сәнғәт — автоном асыл, сөнки сәнғәт хистәр менән эш итә һәм сәнғәт сәйәси һәм/йәки әхләҡи тәғәйенләнештән азат. Ошонан сығып, шундай һығымта яһарға була: эстетикала сәнғәттең ике концепцияһы бар: ғилем булараҡ сәнғәт; ғәмәл булараҡ сәнғәт. Әммә эстетика этикаға ҡарағанда эпистемологияғаға яҡыныраҡ тора[17].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.