Эндокринология
эске секреция биҙҙәренең эске төҙөлөшө һәм функциялары тураһында фән / From Wikipedia, the free encyclopedia
Эндокринология - (грек. ἔνδον — эскә, κρίνω — бүлеү һәм λόγος — һүҙ, фән) — эске секреция биҙҙәренең эске төҙөлөшө һәм функциялары тураһында фән (эндокрин биҙҙәр). Эске секреция биҙҙәре эшләп сығара торған матдәләрҙең (гормондар), барлыҡҡа килеүе һәм уларҙың кеше һәм хайуандар организмында үтәгән функцияларын өйрәнә.
Эндокринология | |
Өйрәнеү объекты | гормондар һәм Эндокрин система |
---|---|
![]() |
Шулай уҡ, был биҙҙәренең эшмәкәрлеге боҙолоу сәбәптәрен һәм һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән сирҙәрҙе асыҡлай.[1].
Эндокринология — иң йәш һәм шәп үҫешкән медицина[2] тармаҡтарҙың береһе. Эндокрин системаһы эшмәкәрлегенең боҙолоуы, эндокринология мәсьәләләре ғәмәлдә медицинаның бөтә өлкәләренә лә тиерлек ҡағыла (кардиология, онкология, офтальмология, гастроэнтерология, нефрология, урология, неврология, гинекология[2]).
Эндокринология бүлектәренең береһе — диабетология. Диабетология шәкәр диабетының барлыҡҡа килеүен, үҫешен, барышын өйрәнә. Диагностикалау, дауалау, сирҙе һәм уның ҡатмарлашыуын иҫкәртеү ысулдарын асыҡлай.
Һуңғы тиҫтә йылда уның этиологияһы һәм патогенезы тураһында яңы мәғлүмәттәр алына. Шулай уҡ, инсулиндың етешмәүенә йәки бөтөнләй эшләнмәүенә[3] бәйле, шәкәр диабетының клиник күрһәткестәренең үтә ныҡ ҡатмарлы булыуы(полиморфный хронический синдром) асыҡлана. Сиргә бәйле метаболик тайпылыштарҙы коррекциялау бик ҡатмарлы булыуы, бөтә донъяла шәкәр диабеты проблемалары киҫкен тороуы диабетологияның эндокринологиянан айырым тармаҡ булып сығыуына килтерә.