From Wikipedia, the free encyclopedia
Ырымбур айырым армияһы (Айырым Ырымбур армияһы, Ырымбур армияһы, Көньяҡ-Көнбайыш армия) — Граждандар һуғышы осорондағы аҡтар армияһының көнсығыш фронты.
Ырымбур айырым армияһы | |
Ғәмәлдә булған йылдары | |
---|---|
Составында | |
Численность |
4300 шашка, 16 пулемёт, 4 еңел орудие[1] |
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр | |
Командирҙары | |
Билдәле командирҙары |
Генерал-лейтенант А. И. Дутов, генераль штабының генерал-майоры И. Г. Акулинин |
- | |
1918 йылдың 17 октябрендә Ырымбур казак Кругы тарафынан А. И. Дутов командованиеһы аҫтындағы Ырымбур казак ғәскәре частарынан һәм башҡа улар менән берлектә булған ғәскәрҙәрҙән булдырылған.
Ырымбур казак армияһы большевиктарға ҡаршы баш күтәреүсе формированиелар базаһы булараҡ барлыҡҡа килгән Көньяҡ-Көнбайыш армияһы. 1918 йылдың ноябренә тиклем Өфө директорияһы тарафынан тәғәйенләнгән генерал - лейтенант В. Г. Болдыревҡа, ә аҙаҡтан - адмирал Колчакка буйһона. 28 декабрҙә армия Айырым Ырымбур армияһы итеп үҙгәртелә, уның составында 1-се һәм 2-се Ырымбур казак корпустары, 4-се Ырымбур армия берләшкән Стәрлетамаҡ һәм Башҡорт (4 пехота полкы) корпустары һәм 1-се Ырымбур казак пластун дивизияһы була. Ҡыҙылдар иҫәпләүенсә, уның һанын 10 мең кеше тәшкил иткән.
1918 йылда армия алмаш-тилмәш уңыш менән Көньяҡ Уралда һәм Дала крайының төньяҡ райондарында (хәҙер Ҡаҙаҡстан) башлыса ҡыҙылдарҙың 1-се армияһына ҡаршы эш итә, Быҙаулыҡты, Төньяҡ, Илек һәм Орск участкаларын һаҡлай. Әммә 1918 йылдың аҙағында - 1919 йылдың башында етди уңышһыҙлыҡтар башлана. Ғинуарҙа армия Ырымбурҙы һәм Орскиҙы ҡалдыра. Уңышһыҙлыҡтарҙың сәбәптәре казактарҙың күпселегенең арығанлығы, һуғышты артабан дауам итергә теләмәүҙәре, советтар яҡлы булғандарҙың артыуы, дезертирлыҡ һәм хатта ҡыҙылдар яғына айырым кешеләр, төркөмдәр һәм тулыһынса подразделениеларҙың күсеүе менән аңлатыла. Бигерәк тә большевиктарҙың ғәскәрҙәр араһында һәм тылда үткәргән пропагандаһының һөҙөмтәһе бул.а
1919 йылдың башында армия Ырымбурҙы һәм Орскты ҡалдыра, әммә апрелдә Орскты кире ҡайтара һәм Аҡтүбәгә табан һөжүмен тиҙләтә.
1919 йылдың яҙ башында Колчак армияһы үҙенең төп көстәре менән үҙәктә һәм төньяҡта һөжүм башлай, апрелдә һөжүмгә көньяҡта Дутов армияһы ҡушыла. Армия һөжүмде Һаҡмар һәм Илек йылғалары араһындағы участкала йәйелдерә, ҡыҙылдарҙың Ырымбуо төркөмөн ҡыҫырыҡлап сығара һәм Ырымбур тирәһенә барып сыға, әммә ҡалаға үтә алмай. Армиялағы хәлдәр киҫкенләшә һәм 23 майҙа ул үҙгәретелеп корпусҡа әүерелдерелә, Көньяҡ төркөм менән берлектә Г. А. Беловтың яңы Көньяҡ армияһына әйләнә. Ҡыҙылдар Көньяҡ армияһын тар-мар иткәндән һуң уның ҡалдыҡтары аҡтарҙың 3-сө армияһына индерелә.
Армия июндәге Ырымбур һөжүмендә ҡатнаша, ә 1919 йылдың июль аҙағынан үҙ аллы эш итә (Ставка улар тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт алмай ), августа Башҡортостанды һәм Ырымбур өлкәһен ышыҡлай һәм Урал армия8s менән бәйләнеште һаҡларға тырышып, Верхнеурал районын тотоп тора. Верхнеуралды юғалтҡандан һуң көньяҡ-көнсығышҡа сигенә һәм сентябрҙә Турғай далаһына Петропавловск районында килеп сыға (был ваҡыт эсендә 1500 кешенән 1200 кеше ҡала) һәм 18 (йәки 21) сентябрҙә Ырымбур казактарынан яңы, аҙ һанлы Ырымбур армияһы булдырыла. Уның командующийы итеп Дутов тәғәйенләнә. 1919 йылдың 10 октябрендә армия Мәскәү армиялар төркөмө составына инә[2].
1919 йылдың октябрь аҙағына Ырымбур армияһында 4300 шашка, 16 пулемёт, 4 еңел ҡорал иҫәптә тора[1].
Ауыр бәрелештәр менән, ҙур юғалтыуҙар аша, Ырымбур армияһы Семиречьеға сигенә. Унда күпмелер ваҡыт Б. В. Анненков армияһы менән берлектә һуғыша. 1920 йылдың мартында уның ҡалдыҡтары Ҡытайҙың төньяҡ - көнбайыш районына сығалар, эмиграцияланалар.
Ғәскәрҙәр командующийҙары һәм баш начальниктары: генераль штаб начальниктары генерал-майор Акулинин Иван Григорьевич (1918 йылдың 19 октябренән), генерал-лейтенант Дутов Александр Ильич (1918 йылдың 11 декабренән).
Ғәскәри армия идаралығының структураһы[3]:
1919 йылдың яҙында Ырымбур армияһынан сығарыла һәм Көнбайыш армияһына буйһондорола Көньяҡ төркөмө.
1919 йылдың 23 майында армия, Көньяҡ төркөмө һәм Ырымбур хәрби округы Көньяҡ армияға әүрелдереләләр. Көньяҡ армия шул иҫәптән үҙ эсенә ала:
1919 йылдың июненә армияла 200 штык, 12 000 ҡылыс, 7 000 ҡоралланмаған, 247 пулемёт һәм 27 орудие. Июль уртаһында армияны 11-се Себер уҡсылар дивизияһы тулыландыра.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.