![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/5/5f/Wikimedia_Conference_2017.13.jpg/640px-Wikimedia_Conference_2017.13.jpg&w=640&q=50)
Холокост
From Wikipedia, the free encyclopedia
Холоко́ст (ингл. holocaust, бор. грек. ὁλοκαύστος — «бөтә нәмәне яндырыу»):
- Тар мәғәнәлә — Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында[1]Германияла һәм уның союздаштарының, шулай уҡ оккупацияланған территорияларҙа йәшәгән йәһүдтәрҙе эҙәрлекләү һәм күпләп юҡ итеү; 1933—1945 йылдарҙа[2] Европа йәһүдтәрен нацистик Германия һәм коллаборационистар тарафынан даими эҙәрлекләү һәм юҡ итеү. Ғосман империяһының әрмәндәргә ҡарата геноциды менән бер рәттән XX быуаттың[3] иң билдәле геноцид миҫалы булып тора;
- киң мәғәнәлә[4] — нацистар тарафынан төрлө этник һәм социаль төркөмдәрҙе (совет әсирҙәрен, поляктарҙы, йәһүдтәрҙе, сиғандарҙы, гомосексуаль ирҙәрҙе, масондарҙы, ауыр сирлеләрҙе һәм инвалидтарҙы һ.б.) нацистик Германия йәшәгән осорҙа эҙәрлекләү һәм күпләп юҡ итеү[5][6][7].
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/5/5f/Wikimedia_Conference_2017.13.jpg/640px-Wikimedia_Conference_2017.13.jpg)