Хафиз Ширази
From Wikipedia, the free encyclopedia
Хажи Шәмс әд-Дин Мөхәммәт Хафиз Ширази (фарс. خواجه شمسالدین محمد حافظ شیرازی, ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Шәмсиддин Мөхәммәт Хафиз Ширази тип иҫкә алына[1]) (яҡынса 1325—1389/1390) — танылған фарсы шағиры һәм суфыйсылыҡ тарафдары, донъялағы бөйөк лириктарҙың береһе.
Хафиз Ширази | |
خواجه شمسالدین محمد حافظ شیرازی | |
Исеме: |
Мөхәммәт |
---|---|
Псевдонимдары: |
Хафиз |
Тыуған көнө: |
1326({{padleft:1326|4|0}}) |
Тыуған урыны: |
Шираз, Иран |
Вафат булған көнө: |
1390({{padleft:1390|4|0}}) |
Вафат булған урыны: |
Шираз, Иран |
Эшмәкәрлеге: |
Шағир |
Йүнәлеше: |
лирика |
Жанр: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Төплө дәлилдәр менән уның тормошо тураһында мәғлүмәт бик аҙ, әммә легендалар күп. Берҙән бер автографында ул үҙен «Мөхәммәт ибн Мөхәммәт ибн Мөхәммәт, ә ҡушаматым Шәмс әл-Хафиз әш-Ширази» тип атаған.[2].
Уның шиғырҙары фарсы поэзияһының иң юғары ҡаҙанышы булып иҫәпләнә. Улар Иранда әлегәсә уҡыла һәм яттан һөйләнелә. Бохара ханлығы мәктәптәрендә XX быуат башында Хафиз Ширази шиғырҙарын өйрәнеү мотлаҡ булып иҫәпләнгән.
Хафиздың төрбәһе янынан кеше өҙөлмәй. Шиғырҙары, тәржемәләре, уға эйәреп шиғыр яҙыуҙар барлыҡ төп телдәрҙә лә сығып тора.