Ҡөрьәнде яттан белгән кеше From Wikipedia, the free encyclopedia
Хафиз (ғәр. حافظ «ятҡа бикләүсе», «һаҡлаусы») — Ҡөрьәнде ятҡа бикләп, уны һаҡлаусы.
Хафиз | |
ғәр. حَافِظٌ | |
Хафиз Викимилектә |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ҡөрьәнде тулыһынса ятлап алып, Изге Китаптың йөкмәткеһен һаҡлап тороусы был кешеләрҙе мосолмандар Ҡөрьән хафиз («хафиз әл-Ҡүрьән») тип атай, улар мосолмандарҙың айырым дини ҡатламы һанала.
Күплектә — «хафаза» тип атала.
Хафиз тип шулай уҡ тиҫтәләрсә мең хәҙисте, уны тапшырыусыларҙы, шулай уҡ хәҙисте тапшырған кешеләрҙең шәхси сифаттарын, уларҙың ышаныслылығын, тоғро һүҙлелеген, хата-кәмселектәрен яттан белгән мөхәҙистәрҙе лә (хәҙис белгестәрен) атайҙар.
Ҡөрьәнде ятҡа бикләүҙең, йәғни ятлап алыуҙың Ислам ҡомартҡыларын һәм тәүсығанаҡтарын һаҡлап ҡалыуҙа әһәмиәте бик ҙур. Ҡөрьән сүрәләре һәм аяттары, хәҙистәр Мөхәммәт Пәйғәмбәр үҙе тере сағында уҡ махсус ятлап алыныла башлаған һәм артабан быуындан-быуынға тапшырыла барған.
Ҡөрьәндең үҙгәрешһеҙ һаҡланып килеүендә хафиздарҙың хеҙмәте ҙур. Ҡөрьәнде һәм хәҙистәрҙе ятлап алыу традицияһы бөгөнгәсә һаҡланып килә.
Билдәле Ҡөрьән хафиздар иҫәбенә ошо шәхестәр инә
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.