Халыҡ йыры
халыҡ ижады / From Wikipedia, the free encyclopedia
Халыҡ йыры — фольклорҙың музыкаль-шиғри жанры, ғәҙәттә ҙур күләмдә булмаған куплетлы (строфик) музыкаль-шиғри әҫәр[1], халыҡ музыкаһының киң таралған төрө, коллектив ауыҙ-тел ижады продукты.
Халыҡ йыры һәр халыҡ характерын, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, тарихи ваҡиғаларҙы сағылдыра, жанр йөкмәткеһенең үҙесәнлеге, музыкаль теле, структураһы менән айырыла. Халыҡ музыкаһының ҡайһы бер боронғо һәм өлөшләтә заманса формаларында бейеү, уйын, инструменталь музыка, һүҙ һәм һынлы фольклор менән синкретик берҙәмлектә йәшәй.