From Wikipedia, the free encyclopedia
Космос телескобы «Хаббл» (КТХ; ингл. Hubble Space Telescope, HST) — Ер тирәләй орбитала осоп йөрөүсе автоматик обсерватория (билдәле Америка астрономы һәм космологы Эдвин Хаббл исемен йөрөтә). Был Телескоп («Хаббл») — АҠШ-тың НАСА һәм Европа космос агентствоһының берҙәм проекты; ул НАСА-ның Ҙур обсерваториялары иҫәбенә инә.
Телескопты космоста тотоу Ер атмосфераһы үтә күренмәле булмаған диапазондарҙа, тәү сиратта инфра-ҡыҙыл диапазонда, электромагнит нурланышты регистрацияларға мөмкинлек бирә. Атмосфераның тәьҫире булмағанлыҡтан, телескоптың күҙәтеү мөмкинлеге Ерҙәгенән 7—10 тапҡырға яҡшыраҡ[14].
Орбиталь телескоп концепцияһын тәү башлап Герман Оберт «Ракета к межпланетным пространствам» (Die Rakete zu den Planetenräumen) китабында яҙа (1923 йыл).
Космос астрономияһы Икенсе донъя һуғышынан һуң ғына үҫешә башлай.
1946 йылда Америка астрофизигы Лайман Спитцер «Астрономические преимущества внеземной обсерватории» (Astronomical advantages of an extra-terrestrial observatory) тигән мәҡәлә баҫтыра. Ул космос телескобының ике өҫтөнлөгөн күрһәтә. Берҙән, атмосфераның тәьҫире булмаясаҡ, икенсенән, космос телескобы инфра-ҡыҙыл һәм ультрафиолет диапазондарҙа эшләй ала[14][15].
Спитцер был проектты пропагандалауға күп көс һала . 1962 йылда АҠШ Милли фәнни академияһы уның космос программаһына орбитала эшләүсе телескопты эшләүҙе тәҡдим иткән докладын баҫтырып сығара. 1965 йылда Спитцер ҙур космос телескобы өсөн фәнни мәсьәләләрҙе билдәләргә тейеш комитет етәксеһе итеп билдәләнә[16].
Башта телескопты космосҡа сығарыу 1986 йылға планлаштырыла, ләкин «Челленджер» катастрофаһынан һуң (28 ғинуар) «Спейс шаттл» программаһынан бер аҙға баш тарталар.
Был ваҡытта телескоп яһалма таҙарлылған атмосферлы бинала тора, борт системаларының ҡайһы берҙәрен ҡабыҙалар, уны һаҡлауға ай һайын 6 млн доллар аҡса китә[17].
Был осорҙа телескопта ҡайһы бер элементтар яҡшырағына алмаштырыла: ҡояш батареялары, борттағы хисаплау һәм бәйләнеш системаһы һәм башҡалар[17][18] Бынан тыш, телескоп менән идара итеү өсөн программа 1990 йылға ғына әҙер була.[19].
Шаттл «Дискавери» STS-31 1990 йылдың 24 апрелендә йыһанға осорола, икенсе көнөнә Ер тирәләй орбитаға ул телескопты сығара[20].
1999 йылда иҫәпләүҙәренсә был проектты тормошҡа ашырыу өсөн 6 млрд доллар (АҠШ) һәм 593 млн евро (Европа космос агентлығы) киткән[21].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.