Форли
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Форли (итал. Forlì, эмил.-ром. Furlé) — Италияның боронғо Эмилиева юлында, Червиа адриатик портынан 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан,Эмилия-Романья төбәгендәге ҡала. Форли-Чезен провинцияһының административ үҙәгенән.
Форли | |
итал. Forlì | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 187 |
---|---|
Исем | Forlì[1] |
Рәсми атамаһы | Forlì |
Этнохороним | forlivesi |
Дәүләт | Италия |
Административ үҙәге | Форли-Чезена[d], Рубикон[d], Legazione apostolica di Forlì[d] һәм Lordship of Forlì[d] |
Административ-территориаль берәмек | Форли-Чезена[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Романья[d] |
Хөкүмәт башлығы | Gian Luca Zattini[d] |
Халыҡ һаны | 116 440 кеше (1 ғинуар 2023)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 34 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Авейру[d], Бурж[d], Питерборо[d], Сольнок, Плоцк[d], Чичестер[d], Фоджа[d], Троян[d], Калининград[3] һәм Электренай[d] |
Милке | Stadio Tullo Morgagni[d] |
Сиктәш | Бертиноро[d], Фаэнца[d], Мельдола[d], Равенна, Бризигелла[d], Кастрокаро-Терме-э-Терра-дель-Соле, Форлимпополи[d], Предаппио[d] һәм Русси[d] |
Ҡулланылған тел | Итальян |
Майҙан | 228,2 км² (9 октябрь 2011)[4] |
Почта индексы | 47121–47122 |
Рәсми сайт | comune.forli.fc.it |
Сейсмическая классификация | 2[d][5][6] |
Урындағы телефон коды | 0543 |
Номер тамғаһы коды | FC |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Форли[d] |
Форли Викимилектә |
Торлаҡ урынында палеолит ваҡында уҡ кешеләр йәшәгән. Легенда буйынса, Livii Forum («ливия форум»)исемле ҡалаға консул Салинатор Гай Ливий. 188 б. э тиклем йылда нигеҙ һала. Быуындар үтеү менән исеме «Форли» тип ҡыҫҡартыла.
Тарихи беренсе коммуна булдырған һәм 889 йылда үҙидара алған ҡала булып һанала[7]. Гвельф һәм гибеллиндар ҡаршылыҡтарында Гогенштауфендар яғында сығыш яһай, бының турала ҡала гербындағы империк бөркөт хәтерләтә. Форли халҡы Фридрих II Фаэнцаны баҫып алғанда тос ярҙам күрһәтәләр һәм ауыр ваҡытта император власына тоғро полководец Гвидо I да Монтефельтроға һыйыныу урыны бирәләр.
1302 йылда идара дилбегәләрен үҙ ҡулына һуғышсан Орделаффи ғәиләһе алғансы, XIII быуаттың аҙағында Форли бер нисә кондотьер ҡулы аша үтә. Рим папаһы менән уларҙың конфликттары, Сикст IV үҙ туғаны Риарио Джироламоға Форли идаралағын биргәндән һуң ғына туҡтай, ул ҡала халҡының болаһы ваҡытында үлтерелә. Рирариоға урындағы билдәле рәссам Мелоццо эшләй.
Бер нисә тиҫтә дауыллы йылдан һуң, ҡала Висконтилар (1488-99), Чезаре Борджиа (1499) һәм тағы Орделаффи (1503-04) ҡулында булғандан һуң, Форли өс быуат ярымға Папа өлкәһенен составына инә, һәм элекке сәйәси әһәмиәтен юғалта.
Коммунаның ҡурсалаусылары булып Изге Богородица (Fuoco Madonna del), байрамы 4 февралдә, изге Валериан из Форли һәм Форлинан изге Меркуриалий була.
Форлиның үҙәк майҙаны билдәле Рисорджименто эшмәкәре Саффи Аурелио исемен йөрөтә. Майҙан уртаһына уға һәйкәл ҡуйылған, уның артында — урта быуат ломбард стилендәге 75 метрыҡ кампанилаһы менән С - Меркуриал аббатлығы, ҡасандыр кампанила Италияла иң юғары була. Шунда уҡ ҡала ратушаһы урынлашҡан. Урта быуат доминикан сиркәүендә музей булдырылған. Орделаффи ваҡҡыттарын урта быуат ҡәлғәһе — цитадель Равальдино хәтерләтә
Форли дуҫтарса мөнәсәбәттә сираттағы туғандаш ҡалалар менән тора:
Ҡала | Илдә | Дата | Һылтанмалар |
---|---|---|---|
Авейру | Португалия | 1990 | |
Калининград | Россия | ||
Бурже | Франция | ||
Питерборо | Бөйөк британия |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.