From Wikipedia, the free encyclopedia
Фермий (лат. Fermium, Fm) — Менделеевтың периодик таблицаһының 7-се осор элементы. Тәртип номеры — 100.
Фермий | |
Масса | 257,095 массаның атом берәмеге[1] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Энрико Ферми |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Гленн Теодор Сиборг[d] |
Асыу датаһы | декабрь 1952 |
Элемент символы | Fm[2] |
Химик формула | Fm[1] |
Каноническая формула SMILES | [Fm][1] |
Атом һаны | 100 |
Электр кирелеге | 1,3 |
Фермий Викимилектә |
Радиоактив трансуран, актиноидтар төркөмөнә ҡарай. Плутонийҙан ауырыраҡ башҡа элементтар кеүек, тәбиғәттә табылмай, бөтә билдәле изотоптары яһалма юл менән алынған.
Фермий элементының символы — Fm (Фермий тип уҡыла).
Был трансуран элемент 1953 йылда көтмәгәндә тиерлек асылған. 1952 йылдың ноябрендә Тымыҡ океан утрауҙарының береһендә АҠШ ғалимдары ҙур масштаблы термоядро шартлатыуы («Майк» операцияһы) үткәрәләр. Был шартлау продукттарының ҡайһы берҙәре шартлау болото аша осоусы пилотһыҙ осҡостарға ҡуйылған ҡағыҙ фильтрҙар менән тотола, ҡалған өлөшө шартлау урыны янындағы соҡорға төшә. Ике продукт та АҠШ-тың бер нисә лабораторияһында анализланған. Соҡорҙа бик юғары молекуляр ауырлыҡтағы уран атомдары табыла, сөнки уран шартлау ваҡытында шунда уҡ 17 нейтронға тиклем эләктереп ала[3].
Эниветок атоллында үткәрелгән беренсе термоядро шартлауынан һуң ҡалған туҙандан беренсе тапҡыр фермийҙы 1952 йылдың аҙағында америкалы А. Гиорсо һәм Лос-Аламо лабораторияһының башҡа ғалимдары айырып алған 255Fm изотобы рәүешендә алынған.
Исеме италия-америка физигы Энрико Ферми хөрмәтенә бирелгән.
Фермийҙы циклотронда алыу барышында торий, уран йәки плутоний иондары сәптәрен неон, кислород йәки углерод иондары менән нурландырып алалар. Фермий алыуҙың икенсе ысулы булып атом реакторында плутоний, кюрий йәки калифорний изотоптары ҡатнашмаһы нейтрондары менән нурландырыу тора. Иң ҙур күләмдәрҙә, йылына 109 атом, 257Fm изотобы етештерәләр[4].
Бөтә билдәле фермий изотоптары радиоактив ағыулы.
Fm атомдарынан сәптәр атом физикаһында ауырыраҡ элементтар алыу өсөн ҡулланыла.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.