![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/d/d9/School%252C_classroom_Fortepan_20382.jpg/640px-School%252C_classroom_Fortepan_20382.jpg&w=640&q=50)
Уҡыусы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Уҡыусы | |
![]() | |
Эшмәкәрлек сфераһы | өйрәтеү[d] |
---|---|
Ҡапма-ҡаршыһы | мәктәп уҡытыусыһы[d] |
![]() |
киң мәғәнәлә: нимәгәлер өйрәнеүсе кеше.
Башланғыс йәки урта уҡыу йорто уҡыусыһын уҡыусы тип атайҙар[1].
Стандарт уҡыу программалары буйынса уҡытылған уҡыу йорттары урта мәктәптәр тип атала.
Урта мәктәптәрҙә уҡыу баҫҡыстары: башланғыс 1-4 кластар, төп 5-9 кластар, өлкән 10-11 кластар[2].
Шулай итеп, 1-4 кластарҙа уҡыған балаларҙы башланғыс мәктәп уҡыусылары, 5-9 кластарҙы төп мәктәп уҡыусылары, 10-11 кластарҙы юғары мәктәп уҡыусылары йәки өлкән класс уҡыусылары тип атайҙар.
Шулай уҡ теләһә ниндәй класс уҡыусылары өсөн дөйөм атама — мәктәп уҡыусылары тигән исем бар.
Рәсәйҙә 2001 йылдан мәктәп урта дөйөм белем биреү — был 11 класс, ә төп дөйөм белем биреү — 9 класс тип билдәләнә[3].
Икенсе мәғәнәлә уҡыусы-ниндәйҙер предметты, ниндәйҙер фән йәки техника тармағын, ниндәйҙер эште белгес, оҫта етәкселегендә өйрәнгән кеше[4]. Мәҫәлән, итексе, токарь, сәс оҫтаһы (парикмахер) булырға әҙерләнә..
Шулай уҡ ниндәйҙер тәғлимәткә эйәреүсе, кемдеңдер ҡараштарын һәм идеяларын (ижтимағи, фәнни, дини һ. б.) тотоусы кешене шәкерт тип атайҙар), эшмәкәрлеген дауам итә[1]. Мәҫәлән, Ғайса Мәсихтең тәүге шәкерттәрен шәкерт тип йөрөткәндәр. Ленин Маркс һәм Энгельстың тоғро шәкерте, уларҙың идеяларына эйәреүсе тип һанала.