Урыҫ-әрмән дуҫлығы музейы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Урыҫ-әрмән дуҫлығы музейы — Дондағы Ростов ҡалаһы Сурб Тәре (хәҙерге ваҡытта Искәнйәров йортонда) сиркәүендә урынлашҡан музей. Музей 1972 йылдың 14 ноябрендә асылған. Сиркәү Сурб Хач (Тәре) музейы элекке монастырь йортонда урынлашҡан. Ул XVIII быуат аҙағында Ҡырымдан күсеп килгән әрмәндәрҙең шул исемдәге Ҡырым монастыры хөрмәтенә асылған. Йорт — Дондағы Ростов ҡалаһының иң боронғо биналарының береһе[1].
Урыҫ-әрмән дуҫлығы музейы | ||
---|---|---|
Күперҙән Сурбхачка ҡарағандағы күренеш | ||
Асылған ваҡыты | 1972 | |
Урынлашыуы | Дондағы Ростов | |
Директор | Хачикян Светлана Мелконовна | |
Музейҙың адресы: 344113, Ростов өлкәһе, Дондағы Ростов ҡалаһы, Баграмян урамы, 1-се йорт (Дондағы Ростов, Ирек майҙаны, 14)[2].
Урыҫ-әрмән дуҫлығы музейы 2007 йылға тиклем Сурб Тәре (Изге Тәре) сиркәүендә , һуңыраҡ — Искәнйәров йортонда урынлашҡан. Сиркәү бинаһы республика әһәмиәтендәге XVIII быуат мәҙәни мираҫы. 1790—1796 йылдарҙа Сурб Хач (Тәре) монастыры территорияһында Рәсәйҙең көньяғындағы беренсе типографияһы эшләгән.
Сурб Хач монастырында бик күп билдәле шәхестәр ерләнгән: педагог Арутюн Манукович Аламдарян, шағир Микаэл Лазаревич Налбандян, әрмән әҙәбиәте классиғы Рафаэл Габриэлевич Патканян һ. б.
Музейҙа Әрмәнстанда христиан динен ҡабул итеҙең 1700 йыллығына арналған «Дондағы христиан апостол сиркәүе» күргәҙмәһе эшләй.
1968—1972 йылдарҙа монастырҙа Марк Григорян проекты буйынса реставрация эштәре үткәрелә башлаған.1972 йылда реставрация тамамланғас, йортта Ростов урыҫ-әрмән дуҫлығы музейы асылған. Унда 30 меңдән артыҡ экспонат иҫәпләнгән. 2000 йылда монастырь сиркәүендә ғибәҙәт ҡыла башлағандар.[3]. Музей экспозицияһында XVIII быуат көнкүреш предметтары, әрмән телендәге китаптар, яҙыусы Рафаэл Патканяндың тормошо һәм ижады тураһындағы материалдар ,һ.б. бар.
Музейҙағы иң ҡиммәтле әйбер - әрмәндәрҙең Ҡырымдан Донғам күсеп килгәндә үҙҙәре менән алып килгән XVIII быуаттың 47 еҙ һауыт-һабаһы.
Сурб Хач монастыры йорто Дондағы Ростовтың төньяҡ торлаҡ массивында урынлашҡан. Ул яр башында тора, ҡойма менән уратып алынған, фасады менән көньяҡҡа ҡарап тора. Ҡөнсығыш яғында шишмә бар, унда һыу ингес һәм ял зонаһы бар. Был һыу ингес Ростовтың ҡышҡы крещение ваҡытында һыуға сума торған урыны.
Сиркәү классицизм стилендә төҙөлгән[4].
Сиркәүҙең төп реликвияһы VI быуат таш тәреһе-хачкар. Риүәйәттәр буйынса, ул Әрмәнстандың боронғо баш ҡалаһы — Ани ҡалаһынан XVIII быуатта Дон ерҙәренә Ҡырымдан күсеп килгән әрмәндәр тарафынан килтерелгән.
Дондағы әрмән диаспораһы Рәсәйҙәге иң ҙур әрмән диаспораһы булып тора. Әрмәндәр Ҡырымдан Дон ерҙәренә XVIII быуат аҙағында күсеп килгәндәр. Беренсе урыҫ-әрмән дуҫлығы музейын әрмәндәр 1972 йылда Сурб Хач монастырында булдырғандар, рәссамы- Мартирос Сарьян. 2010-сы йылдарҙа музей сауҙагәр М. Искәнйәров тарихи йортона күскән. Йорт 1899—1900 йылдарҙа архитектор С. К. Ласканов тарафынан төҙөлгән. Бина — архитектура һәйкәле.
Сурб Хач монастыры сиркәүенә 1783 йылда нтгеҙ ташы һалынған, ә төҙөлөш 1786 йылда башланып, 6 йыл буйына дауам иткән. 1792 йылдың 27 ноябрендә сиркәү изгеләндерелгән.
1862 йылда көнбайыш фасадында ике ҡатлы, дүрт ҡырлы сатыр ҡыйыҡлы ҡыңғырау манараһы төҙөлгән. Сиркәүҙән көнсығышта ике ҡатлы архиерей йорто бар. Ул йортта 1791 йылда дөйөм белем биреү мәктәбе, һуңыраҡ — семинария урынлашҡан. Семинарияла китапхана эшләгән . 1883 йылда ул Нахичеванға күсерелгән. Бинала 1790—1796 йылдарҙа типография эшләгән. 6 йыл эсендә бында 20-гә яҡын китап баҫып сығарылған. XX быуатта ҡыңғырауҙар манараһы һәм архиерей йорто юҡҡа сыҡҡан.
Монастырь 1931 йылға тиклем эшләгән, аҙаҡ ғибәҙәт ҡылыуҙар туҡтатылған, монастырь ҡоролмалары урындағы совхозға ашлыҡ һаҡлағыс итеп бирелгән[5].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.