Уругвай (йылға)
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Уругвай (исп. Río Uruguay) — Көньяҡ Америкалағы йылға.
Уругвай | |
---|---|
исп. Río Uruguay | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 1600 км |
Бассейн | 365 000 км² |
Һыу сығымы | 5500[1] м³/с |
Һыу ағымы | |
Инеше | ҡушылған йылғалар: Пелотас менән Каноас |
· Бейеклеге | 1800 м |
· Координаталар | 27°36′30″ ю. ш. 51°27′21″ з. д.HGЯO |
Тамағы | Ла-Плата |
· Бейеклеге | 0 м |
· Координаталар | 33°56′45″ ю. ш. 58°24′34″ з. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Атлантик океан |
Илдәр | Бразилия, Аргентина, Уругвай |
Уругвай Викимилектә |
Йылғаның атамаһы гуарани индеецтарының теленән барлыҡҡа килә һәм «төрлө төҫтәге ҡоштар йылғаһы» тип тәржемә ителә.
Йылға Бразилияла, 1800 метр бейеклектә Пелотас һәм Каноас йылғалары ҡушылған урында, башлана. Артабан Уругвай төньяҡтан көньяҡҡа табан аға. Йылға һул яҡ яр буйындағы Бразилия һәм Уругвай менән уң яҡтағы Аргентина араһында дәүләт сиген барлыҡҡа килтерә. Парана йылғаһының Ла-Плата эстуарийына ҡоя.
Оҙонлоғо — яҡынса 1600 км[2] (Пелотас йылғаһы менән бергә — 2200 км), бассейн майҙаны — 365 мең км²[1]. Үҙенең тамағында киңлеге 12 километрға барып етә.
Төп ҡушылдыҡтары — Ибикуи һәм Рио-Негро.
Сальто ҡалаһына тиклем үрге ағымында, Уругвай йылғаһы ҡая теҙмәләре аша үткән урында һикәлтәләр бик күп. Сальто ҡалаһынан түбәнерәк йылғала суднолар йөрөй ала[3]. Төп порттары: Конкордия (Аргентина), Сальто, Пайсанду, Фрай-Бентос (Уругвай).
Уругвай йылғаһы системаһы гидроэнергетика мохтажлығы өсөн файҙаланыла. Аргентина һәм Уругвайҙың уртаҡ «Салто-Гранде» гидро-электр станцияһы йылғала иң ҙуры тип иҫәпләнә. Уругвай ҡушылдығы Рио-Негро йылғаһында ике эре гидро-электр станциялары — Ринкон-дель-Бонете һәм Ринкон-дель-Байгоррия төҙөлгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.