Ур һуғышы (Мәҙинәне Ҡамау[1]) — 627 йылдың 31 мартында башланған һәм ике аҙна самаһы дауам иткән Бәнү ән-Нәҙир, ҡорайыштар һәм Ғатафан ҡәбиләһенең Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙе һәм уның көрәштәштәрен еңергә маташып, Мәҙинәгә һөжүм итеүе. Исламда был һуғыштың тамамланыуы мосолмандарға Аллаһ рәхмәтенең бер сағылышы тип һанала[2].

Ҡыҫҡа факттар Урын, Ваҡиға ваҡыты ...
Ур һуғышы
Thumb
Урын Мәҙинә
Ваҡиға ваҡыты 627
Thumb
 Ур һуғышы Викимилектә
Ябырға

Алыш барышы

Был 20-24 көн барған оборона һуғышы булған, уны мосолмандар Йәсрибтә (хәҙерге Мәҙинә) дошман ҡәбиләләрҙең һөжүменә яуап итеп алып барған. Берләшкән көстәр һаны алты йөҙ ат һәм бер нисә дөйә менән яҡынса 10 000 кеше тип баһалана, ә мосолман яҡлаусылары иҫәбе 3 000 кеше тәшкил итә.

Мөхәммәт Пәйғәмбәр быны белгәс, Мәҙинәне уратып ур ҡаҙҙырырға ҡарар итә. Ул үҙе лә ур ҡаҙыуҙа ҡатнаша. Мосолмандарҙың ораны « Ха, мим! (улар еңмәйәсәк)» була[3]

Яҡшы ойошторолған һаҡ, дошмандарҙың рухы ҡаҡшауы һәм насар һауа торошо ҡамауҙың еңелеүенә килтерә.

"Инаныс һуғышы"нда мосолмандар бер аҙ юғалтыу кисереп, үҙ дошмандарын тактик юл менән еңә. Мосолмандарҙы еңергә маташыу уңышһыҙ тамамлана, һәм төбәктә ислам нығына. Бынан һуң мосолмандар армияһы Бәнү Ҡурайза ҡәбиләһен ҡамай, уларҙы ҡулға ала.

Еңелеү мәккәләрҙең сауҙаһының ҙур өлөшөн һәм абруйын юғалтыуына килтергән[4].

Ур һуғышы тураһында Ҡөрьән

Сүрәләр «Ғаафир» (40), «Фусыиләт» (41), «Әш-Шүүра» (42), «Әл-Духаан» (44), «Әл-Джәәҫиә» (45), «Әл-Әхҡааф» (46)

Әл-Әхзәб сүрәһе (фирҡәләр):

10-11 аяттар:

  • Улар (дошман яуы) өҫтән дә, аҫтан да һеҙгә ябырыл​ғанда, күҙҙәрегеҙ (ҡурҡыуҙан) аҡайған ине, ҡотоғоҙ ботоғоҙға еткән (йәки, йөрәктәрегеҙ боғаҙығыҙға килгән) ине; һәм Аллаһ тураһында төрлө-төрлө (шикле) уйҙар башығыҙға килгән саҡта;
  • бына шулай итеп, иман килтергәндәрҙе һынау аша кисерҙек. Һәм улар дәһшәтле тетрәнеүгә дусар ителде [5].

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.