Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Корея Халыҡ-Демокритик Республикаһы (Төньяҡ Корея) (кор. 조선 민주주의 인민 공화국?, 朝鮮民主主義人民共和國?), КХДР — Көнсығыш Азияла Корея ярымутрауында урынлашҡан дәүләт. Төньяҡтан Ҡытай, төньяҡ-көнсығыштан Рәсәй менән сиктәш. Көньяҡтан Корея Республикаһы менән демилитаризацияланған зона менән айырыла. Көнбайыштан Һары диңгеҙ, көнсығыштан Япон диңгеҙе менән йыуыла. Баш ҡалаһы — Пхеньян ҡалаһы.
| |||||
Девиз: «Көслө, ҡеүәтле держава (кор. 강성대국)» | |||||
Гимн: «Тыуған илгә һөйөү турыһында йыр»noicon | |||||
Рәсми тел | корей | ||||
Баш ҡала | Пхеньян | ||||
Идара итеү төрө | Социалистик республика | ||||
Мәңғелек Президент
Парития, армия | Ким Ир Сен Ким Чен Ын | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 97 120 540 км² 0,1 | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы | ▲24 457 492[1] чел. (49) 193,54 чел./км² | ||||
КПҮИ | 0,766 (75 урын) | ||||
Валюта | Вона КНДР (KPW, код 408) | ||||
Интернет-домен | .kp | ||||
Код ISO | KP | ||||
МОК коды | PRK | ||||
Телефон коды | +850 | ||||
Сәғәт бүлкәте | +9 |
1948 йылдың 15 авгусында Корея Республикаһы иғлан ителгәс, КХДР 1948 йылдың 9 сентябрендә халыҡ-демократик дәүләте булараҡ барлыҡҡа килә.
Конституцияға ярашлы, унитар социалистик дәүләт булып тора. Рәсми дәүләт идеологияһы — чечхе. 3 социалистик партия бар — Кореяның Хеҙмәт партияһы, Кореяның Социал-демократик партияһы һәм Күк юлының йәш дуҫтары партияһы. Кореяның Хеҙмәт партияһы етәкселек итә.
Географияһы
Корея Халыҡ Демократик Республикаһы Көнсығыш Азияла, Корея ярымутрауының төньяғында урынлашҡан. Ҡоро ерҙә өс дәүләт менән сиктәш: төньяҡта — Амноккан һәм Туманган йылғалары буйлап Ҡытай менән; төньяҡ-көнсығышта — Туманная (Туманған) йылғаһы буйлап Рәсәй менән; көньяҡта — Корея Республикаһы менән. Көнбайышта — Һары диңгеҙ һәм Корея ҡултығы, көнсығышта Япон диңгеҙе һыуҙары йыуа.
Илдең майҙаны — 120 540 км² (ҡоро ер — 120 410 км2, һыу — 130 км²). Корея Халыҡ Демократик Республикаһы Хөкүмәте 12 саҡрымлыҡ зона сиктәрендә (22,224 саҡрым) яр эргәһендәге акваторияны илдең территориаль һыуҙары тип иғлан иткән.
Рельефы и файҙалы ҡаҙылмалары
Дәүләт территорияһы — башлыса үҙәндәр һәм йырындар менән йырғыланған таулы. Илдең төньяғындағы Төньяҡ Корея тауҙары Маньчжур-Корея тау системаһына инә һәм Көнсығыш Маньчжур тауҙарынан Ялуцзян һәм Томанная йылғалары менән айырыла[10]. Бөтә тау комплексында иң бейек нөктә — Пэктусан вулканы (2744 м). Япон диңгеҙенең төньяҡ яры буйлап иң юғары бейеклеге 2540 метр (Кванмобон тауы) булған һәм 2000 метрҙан ашыу бейеклектәге тағы бер нисә тиҫтә түбәһе булған Хамгён һырты һуҙыла.
Илдең көньяҡ-көнсығышында ҡаялы-ҙур ташлы Көнсығыш Корея тауҙары айырылып тора, улар Япония диңгеҙе яры буйлап Көньяҡ Кореяға табан һуҙыла. Был тау системаһының төп элементы булып Тхэбэк һырты тора. Уның икенсе атамаһы — Кумгансан, «Алмаз тауҙары» тип тәржемә ителә. КХДР сиктәрендә уларҙың максималь бейеклеге — 1638 м.
Корея Халыҡ Демократик Республикаһының көнбайышында Пхеньян тигеҙлеге ята. Тар уйһыулыҡ шулай уҡ Япония диңгеҙе ярҙарында ла бар.
Илдең тәбиғәте бик матур, ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар ҙа байтаҡ[11].
Файҙалы ҡаҙылмаларҙан күмер, ҡурғаш, вольфрам, цинк, графит, магний, тимер, баҡыр, алтын, пирит, тоҙ, плавик шпаты һ.б. сығарыла.
- Пэктусан тауында Чхонджи күле..
- Маньчжур-Корея тауҙары, будда ғибәҙәтханаһы..
- Кымгансан тауҙары.
- Чхильбосан.
Административ бүленеше
2004 йыл буйынса ил 9 провинцияға (то, кор. 도?, 道?), 2 өалаға (чикхальси, 직할시, 直轄市) һәм 3 махсус административ регионға бүленә. Баш ҡалаһы — Пхеньян.
КХДР-ҙың эре ҡалалары, Пхеньяндан башҡа (3702 757 кеше)[12]:
- Синыйджу (286 000);
- Кэсон (352 000);
- Нампхо (467 000);
- Чхонджин (330 000);
- Вонсан (340 000);
- Саривон (161 000);
- Сонним (159 000);
- Хамхын (768 551);
- Хэджу (227 000);
- Канге (208 000);
- Хесан (110 000);
- Кимчхэк (200 000).
Ҡалалары
Ҡала | Чосонгыль | Ханча | Провинция | Халҡы |
---|---|---|---|---|
Анджу | 안주시 | 安州市 | Пхёнан-Намдо | 240 117 |
Вонсан | 원산시 | 元山市 | Канвондо | 363 127 |
Канге | 강계시 | 江界市 | Чагандо | 251 971 |
Кимчхэк | 김책시 | 金策市 | Хамгён-Пукто | 207 299 |
Кусон | 구성시 | 龜城市 | Пхёнан-Пукто | 196 515 |
Кэсон | 개성시 | 開城市 | Хванхэ-Пукто | 308 440 |
Кэчхон | 개천시 | 价川市 | Пхёнан-Намдо | 319 554 |
Манпхо | 만포시 | 滿浦市 | Чагандо | 116 760 |
Мунчхон | 문천시 | 文川市 | Канвондо | 122 934 |
Нампхо | 남포특급시 | 南浦特級市 | юҡ | 366 341 |
Насон | 라선직할시 | 羅先直轄市 | юҡ | 196 954 |
Пхёнсон | 평성시 | 平城市 | Пхёнан-Намдо | 284 386 |
Пхеньян | 평양직할시 | 平壤直轄市 | юҡ | 4138 187 |
Самджиён | 삼지연시 | 三池淵市 | Янгандо | 31 471 |
Саривон | 사리원시 | 沙里院市 | Хванхэ-Пукто | 307 764 |
Синпхо | 신포시 | 新浦市 | Хамгён-Намдо | 152 759 |
Синыйджу | 신의주시 | 新義州市 | Пхёнан-Пукто | 359 341 |
Сонним | 송림시 | 松林市 | Хванхэ-Пукто | 128 831 |
Сунчхон | 순천시 | 順天市 | Пхёнан-Намдо | 297 317 |
Танчхон | 단천시 | 端川市 | Хамгён-Намдо | 345 876 |
Токчхон | 덕천시 | 德川市 | Пхёнан-Намдо | 237 133 |
Хамхын | 함흥시 | 咸興市 | Хамгён-Намдо | 768 551 |
Хесан | 혜산시 | 惠山市 | Янгандо | 192 680 |
Хверён | 회령시 | 會寧市 | Хамгён-Пукто | 153 532 |
Хэджу | 해주시 | 海州市 | Хванхэ-Намдо | 273 300 |
Хыйчхон | 희천시 | 熙川市 | Чагандо | 168 180 |
Чонджу | 정주시 | 定州市 | Пхёнан-Пукто | 189 742 |
Чхонджин | 청진시 | 淸津市 | Хамгён-Пукто | 667 929 |
Халҡы
КХДР — бер милләтле дәүләт: корейҙар халыҡтың яҡынса 99 процентын тәшкил итә. Ҡытайҙар (яҡынса 50 000 кеше) һәм япондар (яҡынса 1800 кеше) бар.
Рәсми теле — корей теле. Ике Корея дәүләте диалекттары араһында айырмалар етерлек, әммә корея теленең төрлө варианттарында һөйләшеүселәр бер-береһен аңлай.
КНДР тарихы
Ҡарағыҙ: Корея тарихы
1910 йылдан 1945 йылға тиклем Корея Японияның колониаль биләмәһе була. Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, Кореяның 38-се параллелдән төньяҡтараҡ ятҡан территорияһы Советтар Союзы, ә көньяҡта — АҠШ контроле аҫтында була. СССР һәм АҠШ илдең берләшеүе тураһында килешә алмай, был 1948 йылда ике төрлө хөкүмәттең , төньяҡ (совет яҡлы) һәм көньяҡ (Америка яҡлы) барлыҡҡа килеүенә килтерә, уларҙың һәр береһе бөтә Корея өҫтөнән контролгә дәғүә итә.
Корея Халыҡ Демократик Республикаһы (КХДР) 1948 йылдың 9 сентябрендә Корея ярымутрауының көньяғында Корея Республикаһы барлыҡҡа килеүенә яуап итеп ойошторола. Сәйәси власты Корея Халыҡ Демократик Республикаһының тәүге йылдарынан алып Кореяның Хеҙмәт партияһы ҡулына ала. Хужалыҡта планлы иҡтисад булдырыла; яҡынса 1949 йылдан алып бөтә сәнәғәт, эске һәм тышҡы сауҙа дәүләт контролендә тора.
Ике Корея дәүләте араһындағы ҡаршылыҡтар 1950 йылдағы Корея һуғышы башланыуына килтерә. Өс йыл дауам иткән һуғышта яҡынса 1,3 миллион кореялы һәләк була һәм яралана, ике дәүләттең торлаҡ, сәнәғәт һәм транспорт инфраструктураһының 80 проценттан ашыуы юҡ ителә. Көньяҡ Корея яғында һуғышта — Америка Ҡушма Штаттары, Бөйөк Британия һәм тағы бер нисә ил (БМО флагы аҫтында), Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы яғында — Ҡытай (СССР хәрби ярҙам күрһәтә[13])). Корея һуғышы 1953 йылда килешеү төҙөү менән тамамлана.
1960 йылда КХДР менән СССР араһындағы мөнәсәбәттәр өҙөлөү сәбәпле, КХДР-ҙың хәле сәйәси йәһәттән насарая.
1970-се йылдарҙа КХДР иҡтисадының үҫеш темпы һуғыштан һуңғы йылдар менән сағыштырғанда бер ни тиклем әкренәйә, шуға ҡарамаҫтан сәнәғәт етештереүе, милли килем һәм халыҡтың йәшәү кимәле 1980-се йылдар аҙағына тиклем тотороҡло үҫә бара[14][15].
Ким Ир Сен 1994 йылда вафат була, уның урынына уның улы Ким Чен Ир ҡуйыла. Ул идара иткән осорҙа ил иҡтисады торғонлоҡ кисерә һәм изоляцияла ҡалыуын дауам итә.
2002 йылдың июлендә реформалар башланыуы тураһында иғлан ителә. Илдең валютаһы девальвациялана, ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтар илдең ауыл хужалығы баҙарын дәртләндереү маҡсатында ирекле ителә. Коллектив хужалыҡтарҙы ғаилә принцибына ҡоролған хужалыҡтарға алмаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Һөҙөмтәлә сит ил инвестицияларының артыуы күҙәтелә: 2004 йылда ғына Ҡытай ил иҡтисадына 200 миллион доллар инвестиция һала.
2007 йылда, Корея Республикаһы Президентының КХДР-ға сәфәренән һуң, ике ил берлектә БМО-ға Кореяны берләштереүгә булышлыҡ итеүҙе һорап мөрәжәғәт итә.
2011 йылдың 17 декабрендә Ким Чен Ир вафат була, ә 2011 йылдың 31 декабрендә уның кесе, өсөнсө улы Ким Чен Ын власҡа килә.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.